Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар 2021, 23:15

Туғаным

-Алло, эйе... Шул арала нимә булды?.. Эй, аллам, килен,мин хәҙер барып ни эшләй алам, төн бит... Ә? Ҡулында шешәһе бар, бирмәй... Нисек тә көйләп ятҡыр, Зәйтүнә, иртән барырмын, һөйләшермен, йәме... Шуның менән һүҙ бөттө. Иренең «йоҡо маҙаһы бирмәйһең», - тип мыжыуына ла иғтибар итмәй, тып-тыныс ятып йоҡланы. Ә таң атыуға бына ниндәй хәлдәр... Эй, хоҙайым! Ауырлыҡҡа сыҙай, рәхәткә сыҙамаймы икән ни һуң әҙәм балаһы?! Атаһы үлгәс «шулай итһәм былай булмаҫ ине, былай итһәм тегеләй булмаҫ ине» тип үкенеүҙәре иҫтә ҡалған әсәһенең. Аҙаҡ үҙе «үкенесһеҙ үлем булмаҫ» тип ҡуйыр ине. Фатима ла ныҡ үкенә кисә килмәгәненә. Туғанының хәленә кермәгәненә, йылы һүҙ әйтеп, йыуатмағанына үҙен ғәйепле һанай. Үкенә лә бит, һуң инде хәҙер.

Гөлйемеш Хажиева
Туғаным

Фатима ҡаты итеп тәҙрә шаҡығанға уянып китте. Күҙен асып, бер тын ни булғанын аңлай алмай ятты.

-Фатима апай, Ансар ағай! Тороғоҙ әле, сығығыҙ әле, тиҙерәк! Өтәләнеп әйткән был һүҙҙәр бер ҡат тәҙрә аша секунд эсендә аңдарына барып етте. Икеһен дә һикереп тороп, тәҙрә янына йүгереп килергә мәжбүр итте. Тыш яҡта күрше Ғәзимдең улы Илназ тора ине.

-Илфат аҫылынған!!!

Был һүҙҙәрҙән Фатиманың өҫтөнә боҙло һыу ҡойолғандай булды. Ней иларға, ней ҡысҡырырға белмәй, ултыра төштө. Арҡаһына һалҡын тир бәреп сыҡты. –Уфф... Үкһегәндәй итте, ҡулдары менән битен ҡапланы. Ул арала ире йыйына һалып ләм –мим һүҙ әйтмәй сығып та китте.

«Илфат аҫылынған! Илфат аҫылынған...» Ҡолағында яңғыраған ошо һүҙҙәрҙән Фатима аңына килгәндәй булды, әкрен генә кейенә башланы. Кисә булған хәлдәр бер-бер артлы күҙ алдынан үтте. Тышҡа сыҡҡас, битенә бәрелгән иртәнге һалҡынса һауанан зиһене асылып китте. Шәп –шәп атлап ҡапҡаһынан сығып, туғаны йәшәгән урамға табан атланы.

-Бергә атлайыҡ, Фатима, - тигәнгә лә иғтибар итмәй атлай бирҙе.

- Иртәнсәк Гөлнар ҡыҙымды оло юлға сығарырға Илназды һөйләшкәйнем, риза булды.Илтеп ҡуйҙыҡ та, ҡайтышлай, Ҡабаҡты төшкәндә күҙемә салынды. Был тирәк ботағына ниңә улай оҙон итеп кейем элеп ҡуйҙылар икән, - тип уйлап киләм... Яҡынайғас, ҡараһам, ҡотом осто, кеше аҫылынып тора, - тип хәбәрен һөйләй-һөйләй артынан Фаилә күршеһе атланы.

– Эй, хоҙайым, ниңә инде... - тип иламһырап туҡтаны. Фатима ла бер һүҙ әйтмәй, башын эйеп, атлауын белде.

Түргә уҙҙылар. Бер-нисә ултырғысты берләштереп, туғанын шуның өҫтөнә һалғандар. Буйсан кәүҙәһе тағы ла оҙонайып киткән. Өҫтөндә эшкә йөрөгән зәңгәр сукна курткаһы, башлығын батырып кейгән. Йөҙөндә, инде был донъяла минең тыныслығымды бер генә нәмә лә юя алмаҫ, тигәндәй, ҡатып ҡалған вайымһыҙлыҡ. Баш осонда килене, яулыҡ осо менән битен ябып, шым ғына илай.

-Туғаным! Илфат! Ниңә улайттың һуң!?

Иңдәренән тотоп, күкрәгенә ятып, оҙаҡ үкһене Фатима.

-Оло ҡайғыңды уртаҡлашам, күршекәйем. Фаилә күршеһенең ипләп кенә әйткән һүҙҙәренән башын ҡалҡытты. Диванда, ҡулдарын тубыҡтарына ҡуйып, тын ултырған иренә күтәрелеп ҡараны. Уның күҙҙәренән таяу һәм аңлау эҙләне. Иренең ҡарашы асыҡ ине:

-Фатима, тынысланайыҡ, йыназаһын ойошторорға кәрәк бит... Фатима иренә баш ҡаҡты, ҡарашын килененә төбәне:

-Нисек булды был хәл?

Килене, үҙенә төбәлгән ауыр ҡарашты күтәрә алмай, күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. Танауын мыш-мыш тартып, яулығы менән йәштәрен һөрттө:

-Әллә нисә тапҡыр сығып әйттем, кереп ят, тип... –Һыңҡ... Төнгө бергә тиклем ҡарауылланым... Һыңҡ... Сисенмәй генә ятып торғайным... Эй, ниңә генә..? Сығып янында ғына ултырһам да һуң..! Һыңҡ... Фатима ҡарашын ситкә алды. Кемделер ғәйепләү уйы уның башында юҡ. Ул бер өҙлөкһөҙ “ниңә, ниңә” тигән һорауҙы үҙ –үҙенә туҡый.

* * *

Улар дүртәү үҫте. Өс малай араһында бер бөртөк ҡыҙ булһа ла Фатимаға артыҡ иркәләү эләкмәне. Ата –әсәләре иртәнән кискәсә эштә. Йәштән ағаһы ыңғайына йөрөп, балта-сүкеш эшен өйрәнеп, мал аҫты таҙалап, ҡар көрәп, утын ярып, бесән әҙерләшеп, һау-сәләмәт, көслө ҡыҙ булып буй еткерҙе. Тормош үҙен юҡҡа ғына ауыр эшкә әҙерләмәгән булып сыҡты. Аталары ир уртаһында, табип хатаһы арҡаһында операция өҫтәлендә йән бирҙе. Ағаһы Совет Армияһында хеҙмәттә. Ике энеһе саҡ ҡул араһына инеп киләләр. Донъя көтөү, тулы мәғәнәһендә, бөтә ауырлығы менән әсәһе һәм ун биш йәшлек Фатима иңенә ятты. Ҡыҙ ул ваҡытта аңламаған - әле белә: тол ҡалған әсәһе балаларымды кеше араһында кәм-хур итмәйем, кеше көлдөрөп йәшәмәйем, тип бөтә тырышлығын һалған.

Яйлап туғандары ла бешегә төштө. Мәктәп тамамлап, институтҡа уҡырға киткәндә Илфат әсәһенә ныҡлы терәк ине инде. Йәйге каникулдарҙа бесәнде бергәләп әҙерләнеләр, ҡышҡылыҡҡа утынын еткереп, мал ҡураһы, ихата маҙарын да ҡараштырып, атайһыҙ донъя көтөргә өйрәнделәр. Ағалары армиянан ҡайтҡас, өйләнеп, кәләшенең туғандарына эйәреп, Себер тарафтарына сығып киткәйне. Уның яғынан ярҙамға өмөттәре өҙөлгәс, үҙҙәренә тырышырға тура килде. Ике аҙна һайын ҡайтып йөрөнө Фатима ауылына. Ҡулынан килгәнсә күстәнәстәрен алып, яҡындарын һөйөндөрөргә тырышты. Ең һыҙғанып, өйҙәрен таҙалап, эштәрен эшләшеп, өй эсен шау-гөр килтерер ине. Өҫтәл артына ултырһалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, самауырҙы йыҡҡансы сәй эсерҙәр ине күмәкләшеп.

Илфат һигеҙҙе бөткәс тә таҡта ярыу цехына эшкә керҙе. Әсәһенең йөҙө яҡтырып, битендәге һырҙары кәмей төшкән кеүек тойолдо Фатимаға. “Әлдә ошо Илфатым бар. Сменаһынан ҡайтҡас та йүгертеп һыуын килтерә, утындан өҙмәй. Улымдың бәхетенән берәй аҡыллы ғына бала тура килһен инде”, - тиер ине әсәһе. Фатима Илфаттың егеттәрсә матур йөҙөн, ыҫпай буй-һынын иҫләй. Саҡ ҡына йылмайып, ояла биреберәк һөйләшә торғайны. Ниндәй уйҙар менән йәшәне икән ошо кеше? Ниндәй хыялдары булған уның? Бәлки, уның да ҡайҙалыр барғыһы, яңы ерҙәр күргеһе, башҡа кешеләр менән аралашҡыһы, уҡығыһы килгәндер... Ә ул олоғая барған әсәһе хаҡына иңдәренә төшкән бурысты, ауыр ҡул хеҙмәте менән бергә, күтәрергә мәжбүр булған. Өҫтәүенә,Фатихтары бала саҡтан имгәнеүе арҡаһында, кәрһеҙ- көсһөҙ генә булып үҫте. Ул да уның өҫтөндә бит.

Етмәһә, холҡо ла бик ипленән түгел. Әйткәнде тыңлай һалып бармай, теле лә әсе генә. Әсәһе лә өйрәнгән, уға бик эш ҡушып бармай, тыңлаусан Илфаты бар бит... Быларҙың берһен дә уйлап та ҡарамаған, Фатима элек. Туғанының йөрәгенең иң түрендә урын алғанын, уның ни тиклем яҡын, ғәзиз булғанын әле генә аңланы. Үҙе үлгәс кенә...

Илфаттың ғәмһеҙ ҡатып ҡалған йөҙөнә ҡарап тынып ҡалған Фатима уйҙары менән үткәндәргә ҡайтып ураны. Бер ҡарында ятып, тыуған өйҙә шау-гөр килеп бергә үҫкән ғәзизен үҙ-үҙенә ҡул һалыуға килтергән сәбәптәрҙең бик йыраҡта һәм тәрәндә ятыуын төшөнә башланы. Уйлап ҡараһаң, уның уҡып диплом алыуы, Фатихтың өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булыуы, әсәһенең күңел бөтөнлөгө – барыһы-барыһы өсөн дә үҙен ҡорбан иткән икән бит уның туғаны. Үҙенең ихтыяждарын аҙаҡҡа ҡалдырған. Башын баҫып, иңенә һалған йөктө сабырлыҡ менән күтәргән.

Атаһы үлеп, ете йыл үткәс, әсәләре ауыр сирҙән түшәккә йығылды.Ул саҡта инде Фатима үҙе әсәй ине. Ире ун айлыҡ улы менән икеһен әсәһен ҡарарға ауылға ҡайтарҙы. Ул ауыр мәлдәр хәҙер төш кеүек кенә иҫендә. Әсәһенең һуҡыр шәм кеүек көндән-көн һүнә барыуы, ҡулындағы улының илауы, Илфат туғанының тауыш-тынһыҙ таңдан эшкә сығып китеүе, кис ҡайтып инеүе. Өндәшмәй генә йорт мәшәҡәттәрен бөтөрөп кереүе. Тағы ла әллә нимәләр, әллә ниндәй хәлдәр... Үҙен генә белгән, Фатима, үҙен генә йәлләгән икән бит. Ул ғына ҡайғырған, уға ғына ҡыйын булған, имеш... Исмаһам, бер тапҡыр һөйләштеме ул, туғаны менән шул саҡта? Бер тапҡыр һоранымы, хәлең нисек туғаным, һиңә лә минең кеүек ҡыйынмы, тип?! Юҡ бит, юҡ! Юҡ!

Әсәһен ерләргә ағалары ҡайтып өлгөрмәне. Атаһын күмгәндә лә шулай булғайны – Венгриянан самолет һуңлап осто. Был юлы Тюмень самолеты буран арҡаһында бер тәүлеккә һуңлаған булып сыҡты. Ерләгәндең икенсе көнөнә таңдан ҡайтты ағаһы. Ҡалғанын иҫләмәй. Булғанмы уның тирә-яғында башҡа кешеләр? Шул уҡ Илфат туғаны, Фатихы...

* * *

Туҡһанынсы йылдарҙың аяуһыҙ елдәре иҫә башлағайны инде ил өҫтөнән. Ике бала әсәһе булып киткән Фатима, йылына бер-ике булһа ла туғандары янына барып әйләнергә тырышты. Ҡулынан килгәнсә ярҙамлашып, кәңәш-төңөшөн биреп, хат яҙып булһа ла һала ине. Бер-нисә йылдан Илфаттың эскегә бирелеүе билдәле булды. Ауыр эш, аҡсаһыҙлыҡ, сараһыҙлыҡ, түбәнһетелеү яйлап ҡына үҙ эшен эшләне күрәһең. Ауылына барһа, урамда туҙышып, эсергә эҙләп йөрөгән йәштәрҙе, үҙе йәштән белгән оло-оло апайҙарҙың урамда, иҫереп, аунап ятыуҙарын күреп, эсе янып, аптырап ҡайта торғайны. Эскерһеҙ ябай ауылдаштарының бөтә илде ялмап алған әфәт – эскелеккә тиҙ бирешеүҙәрен аңлаһа ла, уларға бер нисек тә ярҙам итә алмаҫ ине.

Туғандарын шул бәләнән йолоп ҡалыу ине маҡсаты. Ире менән кәңәшләшеп, энеләрен үҙҙәре йәшәгән Күлйылға ауылына күсереп алырға булдылар. Был яҡтарҙа ул ваҡытта хәлдәр урман яҡтарындағы кеүек аяныслы түгел ине әле. Колхозда эшләп, нисек тә көн күрергә була, ярҙамлашып та торорбоҙ, тип уйланылар.

Илфат фермала һауынсы булып эшләй башланы. Фатихты фуражсы итеп алдылар. Бер ни тиклем ваҡыт үҙҙәрендә йәшәтеп, йыл ярым тигәндә өйҙәрен күсереп, һипләп күтәреп, газ үткәреп, башҡа сығарҙылар. Һин дә мин йәшәне лә китте туғандары икәүләшеп. Шат ине Фатима. Бына бит, ауылда булһалар, мыңарсы эсеп, юҡҡа сығырҙар ине, ә бында, Илфат бөтөнләй эскеһен ташланы. Мал аҫырап, ҡош-ҡорт үҫтереп, йәшәп яталар бит. Һыйырын һауып, ҡатығына тиклем ойота, икмәк һалырға ла өйрәнеп алдылар хатта.

Өйләнеп ебәрҙе олоһо. Зәйтүнә килене сатнап торған татар ҡатыны, эшкә тилбер, аш-һыуға оҫта. Иренең өҫ-башын ҡарап йөрөтә, өйөн дә таҙа тота. Килендең балаһын да яратып, үҙенеке итеп, ҡабул ҡылды Илфат. Фатиманың өҫтөнән оло бурыс төшкәндәй булды. Фатихты башҡа өй табып сығарыуҙы уйлай башланылар. Уныһының да яйы табылды. Иҫкерәк булһа ла, рәтләп, ҡараштырып, йәшәрлек йорт табылды.

* * *

Иртәрәк шатланған булып сыҡтылар. Зәйтүнә килен өйөндә йыш ҡына кәйеф-сафа ҡорорға ярата булып сыҡты. Үҙе кеүек иштәре лә тиҙ табылды. Тәүҙә Фатима Илфат аша йоғонто яһап ҡараған булды. «Уҫалыраҡ бул, ҡатыраҡ тот» йәнәһе. Ҡайҙа инде. «Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың» тигәндәй, байтаҡ ваҡыт эсмәгән Илфат та йотҡолай башлаған ине инде. Йәндәре әрнеп, йыландай телдәрен сығарып әйтеп ҡараны апалары туғанына ла, килененә лә. Фәтеүә булманы. Тау түбәненә тәгәрәй башлаған ҙур ташты туҡтатып ҡара, бар. Мөмкин булған эш түгел был. Туҡтатһа бер хоҙай туҡтата алыр ине. Һәм туҡтатты ла. Нисек кенә туҡтатты әле!?

Илфаттың йәше утыҙҙан уҙһа ла бер бала һөйөп үҫтерергә теләге ҙур булды. Ҡатыны менән дә, апаһы менән дә был турала йыш һүҙ ҡуҙғата килде ул. Фатима, үҙ сиратында, килененең ҡылын тартҡылап ҡараны. Бала табырға бик теләге булмаһа ла, Зәйтүнә ҡырҡа ҡаршы ла төшмәне. Шулай йәшәй бирҙеләр. Май баштарында Зәйтүнәнең абортҡа барғанлығы беленде. Илфат был турала белмәһә, бәлки, яҡшыраҡ булыр ине. Шулай уйланы Фатима. Тик ул белә ине инде.

Майҙың ундары булды микән, баҡсаһында булыша ине. Ҡапҡанан бойоҡ ҡына йылмайып, Илфат килеп инде.

-Ни хәлдә, апай, баҡса таҙартаһыңмы? - тип һүҙ ҡушты. Уға күҙ һалыу менән апаһы туғанының баҡсала ла, башҡала ла бер эше юҡ икәнен аңлап алды. Бер аҙ эскәнгә оҡшаған. Нисектер, бәләкәйләнеп ҡалған кеүек күренде ул.

-Нисек хәлдәр, Илфат? – тигән булды.

-Аллаға шөкөр, - булды яуап. Тауышын көр сығарырға тырышһа ла, уның кәйефе юҡлығы һиҙелә ине. Фатима кереп сәй эсергә тәҡдим яһаны. Тегеһе баш һелкте, ҡапҡа яғына ыңғайланы.

-Ниңә килгәйнең һуң?

-Ә-ә, былай ғына...

Ҡатыны менән эләгешеп алғандарҙыр, тип уйлап, тағы тырмаһына тотондо.

Кисен, ауыл осона көтөү ҡаршы алырға барғанда, Зәйтүнә менән тап булыштылар. Килене бер төрлө булып алғайны. Илфаттың эсеп ҡайтып ҡыйратыуын зарланып һөйләгәс, Фатима сәбәбен һораны.

-Мин шул алкашҡа бала табып ята буламмы? Алдырғайным. Шуны белеп ҡалған, - тип мыҫҡыллабыраҡ яуап бирҙе. “Ирҙе айнытыр өсөн башта үҙең айныр кәрәк бит әле” – тип әйтәһе килһә лә, ҡаты бәреләһе килмәне, йәне әрнеһә лә,бер һүҙ әйтмәй үҙ юлында булды. Шул хәлдәрҙән һуң һәр берһе үҙ көйөнә төшөп, тигәндәй, тыныс ҡына йәшәй бирҙеләр. Тик был хәтәр дауыл алдынан була торған тынлыҡ ҡына булған икән.

Кисә, шәмбе көнө, Фатима һәр ваҡыттағыса мунса яғып, туғандарын саҡырҙы. Йыуынып сыҡҡас, шау-гөр килеп, өҫтәл артында төрлөһөн һөйләшеп, аш ашап, сәй эстеләр. Асыҡ йәшел төҫтәге таҙа футболка, ҡара трико кейгән Илфат туғаны ап-айныҡ, шат ине. Уйнап-көлөп , һөйләшеп, кискелегенә көтөүгә сығыуын әйтеп, бергәләшеп ҡайтып киттеләр. Ҡайғы килерен бер нәмә лә белдермәй: донъяны хуш еҫкә күмеп, алмағас, муйыл, сейәләр аҡ күбектәй сәскәгә төрөнгән, ярышып ҡоштар һайрай, ҡояш йылыта. Бөтә ерҙә йәнлелек – тормош ҡайнай. Тәбиғәттең май айында ғына була торған иң гүзәл, йәмле ваҡыты...

Ятырға йыйынып йөрөгәндә телефон шылтыраны.

-Алло, эйе... Шул арала нимә булды?.. Эй, аллам, килен,мин хәҙер барып ни эшләй алам, төн бит... Ә? Ҡулында шешәһе бар, бирмәй... Нисек тә көйләп ятҡыр, Зәйтүнә, иртән барырмын, һөйләшермен, йәме... Шуның менән һүҙ бөттө. Иренең «йоҡо маҙаһы бирмәйһең», - тип мыжыуына ла иғтибар итмәй, тып-тыныс ятып йоҡланы. Ә таң атыуға бына ниндәй хәлдәр... Эй, хоҙайым! Ауырлыҡҡа сыҙай, рәхәткә сыҙамаймы икән ни һуң әҙәм балаһы?! Атаһы үлгәс «шулай итһәм былай булмаҫ ине, былай итһәм тегеләй булмаҫ ине» тип үкенеүҙәре иҫтә ҡалған әсәһенең. Аҙаҡ үҙе «үкенесһеҙ үлем булмаҫ» тип ҡуйыр ине. Фатима ла ныҡ үкенә кисә килмәгәненә. Туғанының хәленә кермәгәненә, йылы һүҙ әйтеп, йыуатмағанына үҙен ғәйепле һанай. Үкенә лә бит, һуң инде хәҙер. Әсәһенең тағы бер лөғәте иҫенә төштө. Әйтә ине, кешенең яҡыны үлгәс йөрәгенә ҡырҡ шырпы ҡаҙала имеш. Шуларҙың утыҙ туғыҙы мәрхүмдең ҡырҡына тиклем көндә берһе төшә икән. Тик бер шырпы ҡына төшмәй ҡалыр, ти. Шуныһы ғүмер буйы йөрәкте ҡанһыратып, яраны ҡанатып, сәнселеп тора икән. Кеше үҙе үлгәнсе... Ҡырҡ шырпы... Ысынлап та ҡайғының был тиклем ауыр булғанын онотҡан Фатима. Атаһын ерләгәндә лә шулай булғандыр бит? Әллә балалығы менән аңламанымы икән? Ә әсәһе уның ҡулында йән бирҙе. Фатимаға егерме өс кенә ине.

Йомшаҡ ҡына итеп иңбашына ҡағылды кемдер. Ире икән. «Ҡайтып аш-маҙарыңды хәстәрләргә кәрәк булыр. Туғандарға шылтыраттым, оҙаҡламаҫтар», - тине. Фатима, ризалығын белдереп баш ҡаҡты ла, ауыр күтәрелеп, сығыу яғына ыңғайланы.

Ҡайтһа, һыйырының һауылмай һарайҙа тороуы иҫенә төштө. Һауып, көтөүгә ҡыуҙы, аш ҡуйҙы, ҡамыр баҫты, өйөн йыйыштырҙы. Күҙенән йәше ағып, үҙен-үҙе белештермәй башҡарҙы был эштәрҙе. Быларҙы эшләүсе ул - Фатима түгел, ә ниндәйҙер бер сит ҡатын кеүек тойолдо уға.

Бер-нисә сәғәттән туғандары, дуҫтары килеп тулды. Ҡосаҡлашып, илаштылар, ҡайғы уртаҡлаштылар, ниндәйҙер эштәрен эшләштеләр. Илфаттың эскерһеҙ, саф күңелле булыуын, кешегә ярҙамсыллығын иҫкә алдылар. Килгән берһен сәй эсерә торҙо. Шул мәлдә, Фатима үҙе өсөн бер асыш яһаны: «ҡайғы уртаҡлашыу» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөндө ул. Ауыр саҡта яҡындарыңдың, туғандарыңдың һинең яныңда булыуы мөғжизәүи көскә эйә икән дә баһа! Бына бит, уға күпкә еңелерәк булып ҡалған. Иртәнге таштай баҫҡан ауырлыҡ байтаҡ кәмей төшкән. Күкрәк эсендә, ҡайҙалыр, йөрәк тәңгәлендәрәк, йоҙроҡтай ҡара таш тора һаман. Тик ул «таш » инде Фатимала булған йәшәү көсөн еңә алырлыҡ хәлдә түгел. Әлбиттә, ул тиҙ генә эреп юҡҡа ла сыҡмаҫ. Уның өсөн ваҡыт кәрәк булыр.

Фатима күҙҙәрен ҙур асып, тирә-йүнде байҡаны, арҡаһын турайтты, зиһенендә асыҡлыҡ тойҙо. Күңеленең тыныслана барыуын һиҙҙе. Бөтә булып уҙған һәм була ятҡан хәлдәрҙе тулайым килеш ҡабул ҡылды булыр йөрәге. Ишектән кереп килгән Фатих туғаны менән Айгөл ҡыҙына ҡаршы атланы. Тамағына килеп тығылған ҙур төйөрҙө көскә йотоп, икеһен ике ҡулы менән ҡосаҡланы.

- «Апай...» -тип үкһене энеһе.

- «Әсәй, ҡайғыңды уртаҡлашырға ҡайттым», - тине ҡыҙы.

- Рәхмәт, балам. Фатима ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө.
Читайте нас: