Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2021, 16:37

Радий Хәбиров “ҡурай сәскәләре” өсөн рәхмәт әйтте

“Ҡурай” башҡа төбәктәрҙә лә "сәскә ата" башланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ковид-госпиталь төҙөүселәренең хеҙмәтен билдәләп, уларға рәхмәтен еткерҙе.
Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, рекордлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы ковид-госпиталдәрҙе төҙөп бөтөүселәр менән ғорурланыуын да белдерҙе.
- Бөгөн был тәжрибәбәҙ иң яҡшы тип танылыу яуланы, беҙҙең “ҡурай” башҡа төбәктәрҙә лә сәскә ата башланы, - тине Радий Хәбиров.
Был проект буйынса илдең икенсе тәбәктәрендә ҡурай таждары формаһында бер нисә ковид-госпиталь төҙөлдө.
Читайте нас: