Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Февраль 2021, 13:55

“Зинһар ҡулға алмағыҙ, өс балам бар, әсәйем ҡарт!”

Министр ҡасанға тиклем ҡул аҫтында буласаҡ?

Өфөнөң Киров район суды Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаевты ике айға ҡулға алды. Ул вазифаһын мәкерле ниәттә файҙаланыуҙа ғәйепләнә. Етәксе 1 апрелгә тиклем һаҡ аҫтында буласаҡ.
2017 йылда Күсәрбаев, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш хакимлығы башлығы булараҡ, хатта сафҡа индереү-көйләү эштәре үткәрелмәһә лә, Күмертау ҡалаһында таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшөн тамамлау тураһында актҡа ҡул ҡуйған, объект эксплуатациялауға һәм ниндәй ҙә булһа эш күрһәтеүгә әҙерләнмәгән булған. Бөгөнгө көндә лә ул яраҡһыҙ тора. Күрелгән зыян 95 миллион һум тәшкил иткән.
Судта ул өс балиғ булмаған балаһы, өлкән йәштәге әсәһе булыуына һылтанып, ҡулға алмауҙарын үтенгән.
Читайте нас: