Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2021, 13:58

ҺҮНМӘ, ҠОЯШЫМ…

Ысынлап та, ниндәй ғәмһеҙ, бер ҡайғыһыҙ йәшәгәнмен икән. Тормоштоң аҡ ҡына түгел, ҡара яҡтары ла барлығын уйлап та бирмәгәнмен. Тиҙерәк ҙурайырға, атай-әсәйҙең һәр ваҡыт ҡурсалап тороуынан ҡотолорға ашыға инем.

ҺҮНМӘ, ҠОЯШЫМ…

Таң атыуын һиҙәм, тик урындан ҡуҙғалыу түгел, күҙҙе лә асҡы килмәй. Кисәге асыуым һаман баҫылмаған әле. Реабилитация, имеш. Һүҙен дә тапҡандар бит. Кемгә кәрәк ул реа-би-ли-тация. Башта өс ай буйы тынсыу дауаханала тоттолар, ә хәҙер ошонда, йәһәннәм төбөнә тиерлек, олаҡтырҙылар. Йәнәһе, оҙаҡ ауырығандан һуң нығынып алырға тейешмен. Етмәһә, бер секунд та тәтелдәмәй тора алмаған ике «тутыйғош» менән йәнәш һалып ҡуйҙылар. Килгәне бирле шуларҙың сутылдашыуҙарына ҡолаҡ тоноп бөттө инде.

– Әлфиә ҡыҙым, әйҙә тор, йыуынып-кейенә һал, ашханаға һуңлап ҡуймайыҡ.

“Миндә эшегеҙ булмаһын, китеп кенә ултырығыҙ ашханағыҙға”, тип тупаҫ яуап бирге килә. Тик ниңәлер тел әйләнмәй. Үтә лә йомшаҡ, наҙлы шул тауышы.

– Йә, һылыу, түшәктә оҙон-оҙаҡ һуҙылып ятыу килешмәй ҡыҙ кешегә. Иртүк ҡуҙғалған – барлыҡ эшен барлаған, тиҙәр. Өҙмәй ҙә ҡуймай бит был. Кем әле, Ғәйниә инәйең булам тигәйнеме шул? Кис буйы ете улын, ҡыҙын, уларының бала-сағаһын һөйләп тәҡәтте ҡоротҡан әбекәй инде. Икенсеһе, актрисаға оҡшаған Мәмдүҙә исемле апай ҙа, яһанып-төҙәнеп бөткән. Мине көтәләр. Ҡотолоп булмаҫ, ахыры, быларҙан. Теләйһеңме-юҡмы, ошо шифахана тигәндәренең талаптарына, бындағы тәртипкә буйһонорға тура килә инде. Тиҙ генә йыуындым да сәсемде тарап, үҙем яратҡан, кәүҙәмә һылашып ҡына торған аҡ-ҡара буй күлдәгемде кейеп алдым. Теге инәй: «Бына ҡалай ҡупшыҡайһың. Гел шулай өлгөр, етеҙ бул, балаҡай», – тип арҡамдан һөйөп ҡуйҙы. Кисәге ҡылығым өсөн улар алдында оят булып китте. «Әбейҙәр менән йәшәгем килмәй», – тип илап бөттөм дә баһа!..

Шифахана тигәндәре миңә кескәй генә утрау һымаҡ тойолдо. Әйтерһең дә, ошо ҡап-ҡара урман эсендә үткән быуаттың бер ярсығы тороп ҡалған. Ҡала еренә хас ығы-зығы, шау-шыу юҡ бында. Тирә-яғын төп-төҙ ҡарағайҙар, һылыу ҡайындар, олпат имәндәр һәм башҡа йәшеллек уратып алған кескәй генә донъя икән ул. Кешеләр ҙә бер-береһен белеп бөткән. Йылмайып иҫәнләшәләр. Ашарға барғанда ла, ҡунаҡҡа йыйынғандай, аллы-гөллө итеп кейенәләр. Ҡайһы берәүҙәр ике-өс ай, хатта яртышар йыл йәшәй икән бында. Уф, Аллам һаҡлаһын. Тиҙерәк һауығырға ла, ҡайтып китергә ине. Ошо уйҙан йөрәк дарҫлап китте, күҙҙәргә йәш төйнәлде. Тормош ҡайнап торған Өфө урамдары йәнә иҫкә төштө.

2

Ысынлап та, ниндәй ғәмһеҙ, бер ҡайғыһыҙ йәшәгәнмен икән. Тормоштоң аҡ ҡына түгел, ҡара яҡтары ла барлығын уйлап та бирмәгәнмен. Тиҙерәк ҙурайырға, атай-әсәйҙең һәр ваҡыт ҡурсалап тороуынан ҡотолорға ашыға инем. Туғыҙынсыны бөткәс, бер кемде лә тыңлап тормаҫтан, колледжға уҡырға инеп киттем. Ниһайәт, үҙемде азат, ирекле ҡош итеп тоя башланым. Өләсәйем ундай саҡта «бәйҙән ысҡынған эт һымаҡ», ти торған. Ысынлап та, хәл шулайыраҡ ине шул. Ҡайһы бер «крутойҙарға» эйәреп, йәшереп кенә тәмәке көйрәтергә өйрәнеп алдым. Дәрестән һуң тура өйгә ҡайтыу юҡ, күмәкләп «кучкуемся», «балдеем». Әллә ниндәй ят һүҙҙәр менән аралашыу, һаһылдап көлөү шундай мәрәкә тойола үҙебеҙгә. Әйтерһең дә, бар донъя тик беҙҙеке, ер ҙә тик беҙҙең тирәлә әйләнә. Кис еттеме – тағы «тусовка». Кемдер порошок, йә ниндәйҙер үлән тотоп килә. Ошолай ваҡыт үткәреүҙе «отрываемся по полной программе» тип, үҙебеҙсә маһаябыҙ. Ә өйҙә бер ни һиҙмәйҙәр, ҡыҙыбыҙ ҙурайҙы, тип уйлайҙар.

Бына-бына икенсе курсты тамамлайым тигәндә, дауаханаға килеп эләктем. Табиптар миндә туберкулез тип аталған ҡот осҡос сир тапты. Был яман ауырыуҙы үпкәлә ниндәйҙер «кох таяҡсалары» барлыҡҡа килтерә, ти медиктар. Үҙем өсөн генә түгел, башҡаларға ла ҡурҡыныс тыуҙыра икән ул. Күпме иланым мин, белһәгеҙ ине. Ни өсөн миллионлаған халыҡ йәшәгән ҡалала тап мин ауырырға тейеш булғанмындыр инде. Әлдә әсәкәйем бар донъяла. Ул булмаһа, был мәхшәрҙе еңеп сыға алыр инемме? Ә атайым уҫалыраҡ кеше, ҡаты бәрелергә, берәй нәмә оҡшамаһа, ҡырт әйләнеп сығып китергә лә күп уйлап тормай. Апайым менән ағайым да, мин дә унан шөрләйбеҙ, эс серҙәребеҙҙе әсәйгә генә сисәбеҙ. Минең ауырығанды белгәс, атайым ҡалай ныҡ әрләне...

Эйе-эйе, донъялағы иң-иң бәхетһеҙ кешелер мин хәҙер. Бына тағы, өйгә ҡайтараһы урынға, реабилитация үтергә тигән ҡарар сығарҙылар. Эй, ошо табиптарҙы, бигерәк килештерәләр. Ана, тағы әллә күпме дауалау курсы яҙып ҡуйғандар. «Тоҙ шахтаһы» тигәне нимә була икән, сәғәте-минутына һуңламай барырға кәрәк, етмәһә.

– Мин шахтаға киттем! – палаталаштарыма шулай тинем дә, йүгерҙем. Баҡтиһәң, ярты сәғәт буйы тоҙло һауаны һулап ултыраһың икән «шахта» тип аталған ерҙә. Түшәмдә, стеналарҙа, бөтә ерҙә тоҙ кристалдары ялтырай. Тын юлдары өсөн бик тә файҙалы тигән булалар.

Бүлмәлә ут һүнде. Һүрән яҡтылыҡҡа уғата серлелек өҫтәп, талғын көй ағылды. Һоҡланғыс музыка тиҙҙән бар доньяны онотторғандай булды. Үҙемде берсә ниндәйҙер йылы, наҙлы тулҡын эсендә бәүелгәндәй, берсә сикһеҙ йыһан киңлегендә осоп йөрөгәндәй хис итәм. Шундай рәхәт…

Ҡаршылағы креслола минең йәштәрҙәге егет ултыра. Ҡасан килеп ингән, абайламағанмын да. Башын артҡа ташлай биреп, күҙҙәрен йомған да, әллә ниндәй уйға сумған килеш, тын ҡалған. Сәстәре, тулҡынланып, киң маңлайына төшөп тора, ирендәре ҡабарынҡы, бик тә килешле. Кем ул, ҡайҙан килгән, ул да минең кеүек ауырыймы? Ә ниндәй сибәр үҙе… Күҙҙәремде йомам, көй мине йәнә үҙенә арбай. Шаулы диңгеҙ тулҡындары ярһып ярға ҡаға-ҡаға, йәиһә алыҫ-алыҫтарға әйҙәп шаяра-шаяра, тағы ла ысынбарлыҡты оноттора, үҙемдә әйтеп аңлатҡыһыҙ еңеллек, сихрилыҡ тоям. «Мин һауығасаҡмын, мин йәшәйәсәкмен», – тип ҡабатлайым. Ошо уй миңә көс биргәндәй, йән өргәндәй була.

3

Ауырыу кеше, ғөмүмән, һәр көндө байрам итеп ҡаршылай, юҡтан да балаларса ҡыуаныс таба белә икән ул. Ямғырҙан һуң балҡып ҡояш сығыуы, сәскәләрҙең хуш еҫе – былар барыһы ла уға яҙмыштың ҙур бүләге һымаҡ. Йылмайыуға, йылы һүҙгә, тәмле ризыҡҡа сабый ихласлығы менән кинәнә сир аҙабын кисергән кеше. Йәп-йәш кенәләр ҙә, сал сәсле өлкәне лә үҙенсә бәхетле булғыһы, көлөп, йырлап, яратып-яратылып йәшәгеһе килә.

…Өсәүләп ҡыртыштан, тар ғына урман һуҡмағынан, атлайбыҙ. Бүлмәләштәремдең миңә өр-яңы донъя күрһәтергә алып китеп барыуы. Кистән ямғыр һибәләп үткәнгәме, һауа һулап туйғыһыҙ, ә күк йөҙө төрлө сәскәләрҙең иҫерткес еҫенән баш әйләнерлек. Кем уҙарҙан ҡошсоҡтар һайраша. Абау, еләк тә бешеп өлгөргән бит. Ҡып-ҡыҙыл эре емеште өҙөп ҡабырға эйелгәйнем, Ғәйниә инәй:

– Ҡуй, ҡыҙым, бындағы емеш-еләкте ашамау хәйерле, йоғошло сирлеләр йәшәй бит яҡын-тирәлә, ағыулы булыуы ихтимал, – тип тыйып ҡуйҙы.

– Уф, ҡалай ҡурҡыныс. Ғүмер буйы шулай шикләнеп йәшәргәме ни хәҙер?

– Эйе, әҙәм балаһы һаҡһыҙлыҡтан, үҙ вайымһыҙлығынан бәләгә тарыусан. Бына тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ, күпме сүп-сар, бысраҡ тулған урман-аҡландарыбыҙға. Борон, беҙ бала саҡта, өләсәй-ҡартәсәйҙәр ергә, тупраҡҡа ҡый-һай ташлау түгел, төкөрөргә лә ярамай, тип өйрәтә торғайны. Ер беҙҙе туйындыра, үҙенең хозурлығы менән ҡыуандыра. Тәбиғәт шул ҡәҙәре йомарт, Аллаһы Тәғәлә уның байлыҡтарын һис йәлләмәй бирә бәндәләргә. Тик кеше ошо хазинаға ҡарата һаҡсыл, рәхмәтле була белмәй. Шуныһы бик үкенесле, – тип уфтанып ҡуйҙы оло йәштәге инәй.

– Дөрөҫ әйтәһең, Ғәйниә инәй. Беҙҙе лә уҡыған саҡта әллә күпме өмәләргә алып сығалар ине, көн һайын нисәмә кеше тирә-йүндә тәртип, таҙалыҡ булдырырға тырыша. Ә бәғзеләр өсөн был барыбер, уларға үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын...

– Йә, үтә ныҡ бошоноп киттегеҙ, хатта илағылар килә. Ана, зәңгәр күккә күҙ һалығыҙ әле, ниндәй киңлек, ниндәй хозурлыҡ унда! Болоттарҙы ҡыуа-ҡыуа осоп барған самолётты күрәһегеҙме? Кемдәрҙер ҡайҙалыр ашыға, уларҙы ерҙә яҡындары, һөйгән йәрҙәре һағынып көтәләрҙер. Эй, юлаусылар, илселәр! Хәйерле юл һеҙгә! Ниәт иткән ерҙәрегеҙгә имен-аман барып етегеҙ… – Мәмдүҙә апай бер мәлгә генә моңайып алды ла, иҫ киткес матур итеп йырлап ебәрҙе.

Йүгереп кенә йөрөп үрттәр һалдым

Ирәндеккәй тауҙың үренә.

Үткән генә ғүмер үтте зая,

Бәхет бирһен алдағы ғүмергә,

Һаулыҡ бирһен алдағы ғүмергә…

Бына ниндәй талант эйәһе икән Мәмдүҙә апай. Ул тиклем дә моңдо ҡайҙан алғандыр. Ата-әсәһенән күскәнме ул, эскән һыуынанмы, әллә, Ғәйниә инәй әйтмешләй, Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтеме? Баҡһаң, шундай ҙа әсир итерлек көскә эйә икән халыҡ йырҙары. Был сәйәхәт минең өсөн, ысынлап та, ғүмергә онотолмаҫлыҡ асыш ине…

4

Шахтаға барыр ваҡытты саҡ-саҡ еткерҙем. Тиҙерәк йүгерергә кәрәк. Мин Уны һағындым, күргем килә. Ә Ул килерме? Килде! Ҡаршымда – уның аҡыллы, уйсан күҙҙәре, дуғаланып торған ҡап-ҡара ҡаштары, шул уҡ матур бөҙрә сәстәр. Бер мәлгә генә ҡараштарыбыҙ осрашты. Ул миңә күптән таныш һымаҡ. Ҡайҙа күрҙем һуң, ниңә ул миңә шундай яҡын тойола… Уның тураһындағы уйҙарым шул тиклем татлы ла, ғазаплы ла. Хатта ауырыуым хаҡында ла оноттом, шикелле. Эй, хыялдар, хыялдар, бигерәк йылғыр, етеҙ икәнһегеҙ, әллә ҡайҙарға алып китәһегеҙ мине. Һеҙҙең менән шундай рәхәт. Әйтерһең дә, ябай ер ҡыҙы түгелмен, ә ҡанатлы ҡош үҙем…

Кис кинонан һуң дискотека булды. Ниһайәт, белдем, исеме – Хәлил, Яр Саллы ҡалаһынан килгән. Бейеүгә төшмәй ситтә тора ине, вальсҡа саҡырҙым да ҡуйҙым. Әлдә өлгөрҙөм, юҡһа Оксана исемле һары сәсле әрһеҙ мәрйә ҡыҙы уның тирәһендә ҡалай өйөрөлөп маташты… Хәлил менән күптәнге таныштар һымаҡ һөйләшеп киттек. Ул миңә оҡшағандан-оҡшай бара. Бүлмәләштәрем шаярта: «Ну, ҡыҙыҡай, ҡандай егетте ҡараттың түгелме!» – тиҙәр. Уларға анһат. Ә минең күңелдә – ут-ялҡын. Мин үлеп ғашиҡ! Мин яратам! Шифахана хәҙер минең өсөн Мөхәббәт утрауы, тылсымлы Әкиәт иле һымаҡ.

Барлыҡ көйөнөстәрҙе онотторған һөйөүгә, беҙҙең уртаҡ бәхетебеҙгә тулы көндәр шулай бер-бер артлы үтеп кенә тора. Хәлилдең шундай сабыр, аҡыллы булыуына һоҡланып бөтә алмайым. Белмәгән нәмәһе юҡ икән үҙенең. Әллә нисек ололарса уйлай, төплө фекер йөрөтә ул. Хәҙер беҙ көн дә иртәнсәк шифахана тирәләй йүгерәбеҙ, ваҡыт булһа, бергәләп китап уҡыйбыҙ. Их, күрһендәр ине мине элекке дуҫтарым, көнләшеп шартларҙар ине, моғайын. Мин инде әүәлге башы-күҙен күкле-йәшелгә буяп алйотланып йөрөгән Әлфиә түгел. Сирҙән генә түгел, күңелдәге юшҡындан да арына барам һымаҡ. Рәхмәт һөйгәнемә. Ул мине яңынан йәшәргә өйрәтте, донъяға һуҡырҙарса ҡараған күңел күҙҙәремде асты. Бәхетемә күҙ генә теймәһенсе. Мәмдүҙә апайҙың әйткәне һис иҫтән сыҡмай. «Яратаһығыҙ икән, бер нәмәгә лә ҡарамағыҙ, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға белегеҙ, – ти ул. – Арағыҙҙа төрлө һынауҙар булыр, ғәйбәт тигән уҫал йылан, яуыз телен болғап, юлығыҙҙы быуып маташыр. Ныҡ булығыҙ, аҙаҡ үкенергә тура килмәһен». Ғәйниә инәй ҙә көн дә тыҡый: «Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙҙән фатиха алығыҙ, ямғыр менән ер йәшәр, фатиха менән ир йәшәр, тигән боронғолар», – ти. Эй, бүлмәләштәрем минең, нисек кенә һеҙҙән айырылып ҡайтырмын икән. Минең өсөн иҫ киткес оло аҡыл эйәләре бит һеҙ икегеҙ ҙә...

5

Хәлил менән бергәләп көндән-көн матурыраҡ хыялдар ҡорабыҙ. Көҙгә ул армияға китергә йыйына. Барма, тип өгөтләү – урынһыҙ. Серле керпектәренең һәр бөртөгөнән илаһи нур сәсеп ҡараясаҡ та, «мин ир-егет бурысын үтәргә тейеш», тип әйтәсәк ул барыбер. Тимәк, миңә түҙемле булырға кәрәк. Әйҙә, шулай булһын, мин риза – көтөргә һәм түҙергә.

– Һин шундай матурһың, Әлфиә…

– Һин дә, Хәлил…

– Мин һине йондоҙға оҡшатам…

– Ә мин һине ҡояшҡа тиң күрәм…

– Йондоҙом минең, әйҙә гел бергә булайыҡ. Мин һине яратам.

– Хәлил, Ҡояшым минең, мин дә яратам. Мәңге бергә булырға ризамын...

Ҡулға-ҡул тотоношоп алға, киләсәккә табан атлайбыҙ. Күңел тулы наҙ, йөрәктәрҙә – һөйөү тантанаһы. Тулҡынланыуҙан, шатлыҡтан тулышҡан йәшле күҙҙәребеҙҙе ҡояшлы көндө алмаштырып өлгөргән, үҙендә мәңге асылмаҫ сер йәшергән төнгө күк көмбәҙенә йүнәлтәбеҙ. Унда, икһеҙ-сикһеҙ йыһан даръяһында, түңәрәк ай йөҙә, йондоҙҙар иһә, антығыҙға шаһитбыҙ тигәндәй, шаян ғына күҙ ҡыҫа. Ә беҙҙең саф һөйөү хистәребеҙ пар ҡанатлы аҡбуҙатта осорҙай булып талпына. О, мөхәббәт, ҡөҙрәтле һәм бөйөк хис… Зинһар, бәхетле ит беҙҙе, яҙмыш һынауҙарын еңергә көс бирә күр.

Лилиә ҒӘНИЕВА,
Читайте нас: