Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2021, 23:30

Яман шеште лә еңеп була! 4 февраль – Бөтөн донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө.

Миләүшә АРЫҪЛАНОВА Псәнчин Сынбулат Ғамир улы һәм Ғәйшә Әхмәҙулла ҡыҙының күп балалы ғаиләһендә тыуған. Күптәр уны ҡәҙимге ауыл ҡыҙы, өс балаһы әсәһе, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты тип белә. Уның иһә йәшләй генә ҡаты ауырыуҙы еңеп сығыуы ла оло батырлыҡҡа тиң...

Үгәй туғандары барлығын белмәй
Миләүшә Сынбулат ҡыҙы ун бала араһында иң кесеһе булып донъяға килә. Ҙурайғансы атаһының вафат булған тәүге ҡатынынан биш, әсәһенең айырылған иренән бер балаһы барлығын белмәй ҙә. Сөнки өй эсендә һәр ваҡыт олоно – оло, кесене – кесе итеп ҡарайҙар һәм барыһына ла бер тигеҙ иғтибар бүленә.
“Мәрәкәсел атайымдың һәр кис эштән ҡайтыуын һағынып көтә инек. Күп балалы ғаиләлә иң бәләкәсе булараҡ та, ҡәртәсәй-өләсәйҙәремдең һәр беребеҙ менән йылы мөғәлләмәлә беҙҙе тәрбиәләүгә, ҡарауға ҙур өлөш индереүҙәре арҡаһында ла төрлө яҡтан һөйөүгә төрөнөп үҫтем”, – тип хәтерләй бала сағын геройым.
Кендек ҡаны тамған ере Күгәрсен районының Түләбай ауылында башланғыс мәктәптә уҡығандан һуң, ун беренсене тамамлағансы күрше Ҡалдар ауылына көн дә йәйәүләп йөрөп белем ала.
Студент тормошо Стәрлетамаҡ институты рабфагындаа башлана. Бер йылдан һуң СДПИ-ның (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) филология факультетына уҡырға инә. Өмөтлө, белемгә ынтылышы ҙур булған судент, моғайын да, киләсәктә хеҙмәт юлы ошо уҡыу йорто менән бәйләнер тип, уйламағандыр ҙа.
Ҡулына диплом алғансы Стәрлебаш районы Шәкәр ауылы егете Рөстәм Закир улы менән сәстәрен сәскә бәйләп, Рәмзил исемле малайға әсәй булырға ла өлгөрә ул. Декреттағы элекке студентын остазы, профессор Данис Солтан улы Тикеев аспирантураға саҡыра. “Хәҙерге башҡорт телендә һорау һөйләмдәрҙең структур һәм функциональ-коммуникатив типтары” тигән темаға фәнни эшен уңышлы башҡарып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ҡасандыр үҙе уҡыған уҡыу йортонда ике тиҫтә йылға яҡын буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Туған телен төрлө яҡлап өйрәнгән уҡытыусы башҡорт теле тарихынан, стилистикаһынан, лексикологияһынан, методикаһынан уҡыта. 300 яҡын мәҡәлә, 2 монография, 15 уҡыу ҡулланмаһы авторы.
Һәр кем үҙ эшен белеп башҡарһа...
2009 йылдың ғинуар айынан Миләүшә Сынбулат ҡыҙы үҙен насар тоя башлай. Бер сынаяҡ сәй эсһә лә шыбыр тиргә батҡан, көндән-көн майы бөтөп һүнә башлаған шәмгә оҡшай барған пациентҡа табип тиҙ генә диагноз ҡуя алмай. Гинекология буйынса белгес етмәһә: “Эшең күп ваҡыт ултырыуға бәйле. Бар бәлә шунан”, –тип уны хатта әҙ хәрәкәтләнеүҙә ғәйепләп тә маташа. Бары тик март аҙаҡтарында үҙ аяҡтарында саҡ-саҡ стенаға тотоноп йөрөгән ҡатынға онкологҡа тикшерелеү үтергә йүнәлтмә бирәләр.
Операция яһарға ваҡыт үткән була. Утыҙ ике генә йәшлек, береһенән-береһе өс бәләкәй бала әсәһенең күңелен аяп: “Яман шештән хәҙерге заманда шәбәйергә мөмкин, тик Өфө диспансерына барырға кәрәк”, – ти табиптар. Әммә үҙ хәлен уларға ҡарағанда ла нығыраҡ аңлаған ауырыу нимәлер әйтеп бөтөрмәгәндәрен күҙҙәренән ҡарап та һиҙә.
Әхмәр Үтәбайҙың “Үрелеп алған алма”, Мөнир Ҡунафиндың “Тәңре өрөк ҡапҡанда” әҫәрҙәрен уҡығандан һуң: “Моғайын да, ике автор ҙа ир затынан булараҡ, ҡатын-ҡыҙ психологияһын аңлап етмәйҙәрҙер. Ниндәй әсә балаларын айыҡ аҡылы менән үгәй тәрбиәһенә ҡалдырырға әҙерләнһен дә, кем хәләленә икенсе ҡатын эҙләһен инде!?” – тигән уйҙар тыуа ине. Геройҙары, дөрөҫөрәге идеяһы менән бер-береһенә ауаздаш был әҫәрҙәрҙең прототибы беҙҙең арала ғына йөрөй икән.
Һауығыуына ышанысы аҙ ҡалған Миләүшә Сынбулат ҡыҙы тауҙан аҫҡа табан тәгәрләп төшөп килгән ҡар өйөмө аҫтында ҡалған кеүек итеп тоя үҙен. Ваҡыт үткән һайын ул ҙурая һәм көндән-көн йәшәүгә ышанысты бөтөрөү менән бергә ихтияр көсөн дә баҫтыра. Ошондай хистәр ҡойононда ул ваҡытта яңы ғына иренән айырылған һылыуын үҙе менән бер-бер хәл була ҡалһа, тип, киләсәктә иренә – ҡатын, балаларына әсәй булырға димләү уйы килә...
Үҙенә тере сағында уҡ ҡәбер ҡаҙырға тотонған һылыуын күреп, Миңлегөл апаһының: “Балаларыңа һине бер кем дә алмаштыра алмай. Мин үҙем саҡ икенсегә әсәй булырға торам. Иң тәү сиратта улар өсөн көрәшергә һәм ауырыуҙы еңергә тейешһең!” – тигән һүҙҙәре ваҡытында үҙен ҡулға алырға этәргес була. Башҡа туғандары ла был ваҡытта ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Төрлө яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырға ашығыуҙары ла, бәлки, йәш ҡатындың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткәндер. Өфөлә табип булып эшләүсе ике туған ағаһы тиҙ арала дауаханаға һалыу сараһын күрә. Ул ваҡытта бер уҡыу йортонда уҡытҡан хеҙмәттәше, хәҙер БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова бер төркөм студенттар менән ҡан тапшыралар. Лаборант булып эшләгән Мәрүәр Ғарифулла ҡыҙы Янбаева аҡсалата ярҙам итә, кафедра ағзалары шылтыратып хәлен белеп торалар...
Һәр сабыйға әсә наҙы кәрәк...
Ғүмере буйы Себер тарафтарына вахта ысулы менән йөрөгән тормош иптәше эшкә киткәс, дауалау курстары үткәндә балаларҙы кем менән ҡалдырырға тигән, һорау тыуа. Етмәһә, әсәләренән оҙаҡҡа айырылып өйрәнмәгәндәр. Тәүлек әйләнәһенә уларҙы уйлап үҙәгең өҙөлгәндә дауаның шифаһы булмаясағын аңлаған йәш әсә Өфөлә ҡуртымға фатирға инеп, бәләкәстәрен үҙе янына күсереп ала. Олоһона 11 йәш булһа, уртансыһына 9 йәш, ә бәләкәй Алтынайға эле 2 йәш тә тулмаған була.
“Иртәнге етенән төшкә тиклем дауаханаға барып, тейешле процедураларҙы алам да фатирға йүгерәм. Ятып ҡына дауаланырға кәрәклеген ҡабат-ҡабат иҫкәртеүселәр ҙә, хатта алйотҡа һанап маташыусылар ҙа табылды. Ә минең иһә балаларым янымда булғас күңелем тыныс ине. Ваҡыт үҙеңә ҡаршы уйнағанда уларҙы нисек яратыуымды әйтеп, аңлатып ҡалайым тип тә уйлағанмындыр инде. Әсә наҙы һәр сабыйға артығы менән бирелгән булһа булһын, тик етмәй генә ҡалмаһын тигән фекерҙә инем уға тиклем дә. Химия терапияһынан һуң ниндәй хәлдә ҡайтып ингәнемде лә, ул ваҡыттарҙа ниҙәр кисергәнемде лә күрҙеләр. Кескәй генә йөрәктәре менән шулай ауырыуымды ла, хәсрәтемде лә өнһөҙ-тынһыҙ ғына бүлештеләр”, –тип хәтерләй Миләүшә Сынбулат ҡыҙы көндәре ҡара төн менән алмашҡан ул мәлдәрҙе.
Рәмзил, Наҙгөл , Алтынай – әсәләренең әле лә таяныр терәктәре. Йылдар үтһә лә үҙҙәренең өлгөлө ҡылыҡ-холоҡтары менән яҡындарын ҡыуандырып ҡына торалар. Ә әсәһенең ҡасандыр, балалары йоҡлаған икән тип уйлап, атаһына тәү башлап үҙенә яман шеш диагнозы ҡуйғандарын әйтеүен ишетеп торған Рәмзил табип һөнәрен һайлаған. Фельдшер һөнәренә уҡыған егет әле үк ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға ашығып тора. Короновирус менән ауырыусыларҙы ҡарап, бер нисә тапҡыр “ҡыҙыл зона”ла эшләп ҡайтҡан.
Ауырыуҙың сәбәптәре төрлө
Исеменән үк әйтеп тороуынса ямаш шеш – үлемесле, мәкерле сирҙәрҙең береһе. Ул йәшкә, ҡартҡа ла айырып-бүлеп ҡарап тормай, дәрәжә лә уның өсөн бар ни ҙә юҡ ни. Йылдар дауамында ер йөҙөндә миллионлаған әҙәм балаһының ғүмерен ҡыйһа ла уның ҡайҙан, нимәнән, нисек килеп сығыуын тулыһынса белеүсе лә, башына етә алған дарыу ҙа уйлап табылмаған бөгөн, үкенескә күрә.
Миләүшә Сынбулат ҡыҙы иһә ауырыуының сәбәбен төрлөсә булыуы мөмкин тип фаразлай.
Беренсенән, нәҫелдән күсеү. Яман шеш ҡәртәсәһен, әсәһенең дүрт бер туғанын, бер-бер артлы гүргә илткән. “Ҡапыл-ҡапыл ғына китеп барҙылар. Ҡайһы берҙәренә операция эшләүҙең дә ярҙамы теймәне”, – ти Миләүшә Сынбулат ҡыҙы.
Икенсенән, кәүҙәңде нисек бар шулай ҡабул итмәү, ҡайһы саҡта бәләкәй генә кәмселлектәреңде күреп үҙ-үҙеңде яратмау, хатта күрә алмау хәлгә еткереү. Был һәр гүзәл зат өсөн таныш күренеш. Сәсебеҙҙе генә алып ҡарайыҡ. Тигеҙ сәслеләр бөҙрәтеп аҙаплана, тегеләре иһә киреһенсә эшләй. Бер үк ваҡытта ҡыҫҡа ла, оҙон да сәсле булғы килгән саҡтарҙа йыш. Биргәненә шөкөр итәһе урынға, эй бәйләнәбеҙ, эй бәйләнәбеҙ. Гелән ҡыйырһытылып торған кәүҙә ауырыуға һабышмай ҡайҙа барһын?! Миләүшә Сынбулат ҡыҙы ауырыған сағында психология буйынса утыҙға яҡын китап авторы, үҙеңә-үҙеңде нисек яратыу юлдарын өйрәтеүсе билдәле психолог Луиза Хейҙың хеҙмәттәре менән танышҡандан һуң, иң тәүҙә үҙеңде нисек бар шулай яратырға кәрәк икәнлегенә яҡшы төшөнә. Сөнки, күргеһе килмәһә – күҙҙәр, теге йәки был тәнҡитте ишетергә теләмәһә – ҡолаҡтар ауырта икән. Бүтән ағзаларыбыҙ ҙа шулай уҡ төрлө функцияларҙы үтәй, инҡар итә башлаһаҡ – ул ауырый, сигнал бирә.
Өсөнсөнән, стресс. “Был заманда кем стрессһыҙ, тыныс ҡына йәшәй?” – тиерһегеҙ. Тик уны ла һәр кем үҙенсә ҡабул итә, үҙенсә үткәреп ебәрә. Геройым яман шеш менән көрәшә башларҙан алда ғына ғәзиз атаһы Сынбулат Ғамир улы, унан һуң остазы Данис Солтан улы Тикеев бер-бер артлы ғына фани донъяларҙы ташлап китәләр. Яҡын кешеләрен ҡара ер ҡуйынына тапшырыуҙы ныҡ ауыр кисерә ул...
Бынан тыш тормоштағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ығы-зығылар өҫтөнә өйөлгән проблемалар әҙме ни? Һәр икебеҙҙе күҙгә күренмәҫ ҡоршауҙар эсенә бер нисә тиҫтәгә йылға бикләп, үҙенең ҡолона әйләндергән ипотеканы ғына иҫкә төшөрөү ҙә етә. Кинйәбикәһе Алтынайға өс ай тулыр-тулмаҫтан шул сәбәп арҡаһында эшкә сығырға тура килә.
Дүртенсенән, ауырыу климат алмаштырыуҙан да булыуы мөмкин. 2008 йылдың йәйендә ғаиләһе менән Ҡара диңгеҙ буйына ял итергә баралар. Оҙаҡ тормаһалар ҙа, бәлки, хәлһеҙләнгән ағзаларға шул да еткәндер.
Бишенсенән, беҙҙең йәмғиәттә, дөрөҫөрәге, беҙҙең милләттәге ҙур хаталарҙың береһе – ир менән ҡатын мөнәсәбәте тураһында баланың бәләкәйҙән белмәй, аңламау үҫеүе. Башта нимәлер белергә теләп һорауҙар бирә башлаһа, башың йәш, тип ауыҙын яптырыу яғын ҡарайбыҙ. Һуңынан үҙе ояласаҡ. Был доняъла ир менән ҡатынды Аллаһы Тәғәлә бер-береһенә ҡаршы зат итеп яралтһа ла, тап бергә генә, һәр береһенә бирелгән бурысты теүәл үтәгәндә генә бер бөтөн булып тулы тормошта йәшәй алыуҙары хаҡында өлкәндәрҙең беребеҙгә лә төшөндөрөп ултырыуҙарын иҫләмәйҙер. Миләүшә Сынбулат ҡыҙы дауаланған мәлдә, онкология диспансерында гинекология бүлегендә эшләүсе, пациенттарының ауырыуын ҡасандыр үҙе лә үткәргән табибә дауаланыусыларына иң тәүҙә ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән, әммә ир ҡатыны буласаҡ, булған гүзәл заттар өсөн мөһим, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе аңлатырға тырыша.
Алтынсынан, геройыбыҙҙың ата-әсәһе бер-береһенә яҡын ғына туғандар булып сыҡҡан, улар, әлбиттә, өйләнешкәндә быны белмәгән. Ҡан ҡатышыу ҙа ауырыуҙың бер сәбәбе булыуы мөмкин, сөнки уның бала саҡтан гемоглабины бик түбән булған.
Етенсенән, кеше һүҙен ныҡ яҡын ҡабул итеү. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип халыҡ белмәй әйтмәй. Геройыбыҙ Луиза Хейҙың аффирмацияларын уҡый-уҡый, илай-илай бала саҡ комплекстарын еңә, әммә әле лә үҙ өҫтөндә эшләүҙе туҡтатмай: тетрәнеүҙе шиғыр юлдарына һала.
Доға – иң яҡшы дауа
“Әсәйемдең әсәһе Гөлъямал Вәлишә ҡыҙы Ситдыҡова (Сырлыбаева) – диндар кеше ине. Бала сағынан уҡ бик күп ауырлыҡтар, ҡыйырһытылыуҙар күргән. Ун биш йәшендә генә еңгәләре көсләп кейәүгә бирә, ул Иҙел буйлап апаһына ҡаса, яратып ҡына мишәр Әхмәҙулла олатайға кейәүгә сыға. Йәштән кәмһетелеүҙәргә дусар булған, яңғыҙы биш баланы аяҡҡа баҫтарған өлкән кеше һәр саҡ Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә генә табынып йәшәне. Биш намаҙын ҡалдырманы, ураҙа тотто, беҙгә доғалар өйрәтте. Алдына ап-аҡ ҡына намаҙлыҡ түшәп саждәгә киткән мәлдәре әлегеләй күҙ алдында”, - тип хәтерләй Миләүшә Сынбулат ҡыҙы яҡын кешеһенә бәйле ваҡиғаларҙы. Шуға ла бәләкәйҙән доғаның күп нәмәнән дауалаусы, күп афәттәрҙән аралаусы көсө барлығын белгәнлектән сирләгән сағында көнөнә кәмендә ҡырҡ бер тапҡыр “Фатиха” сүрәһен уҡый. Интернетта гиҙгән «Молитва от всех проклятий» табып, уны ла ятлап тигәндәй ала.
Ҡаты ауырығандан һуң ярты йыл үтер-үтмәҫтән яратҡан эшенә сыға. Күп тә үтмәй Ҡазанға уҡырға ебәрәләр. Шунда Ҡол Шәриф мәсетенә экскурсияға барған саҡта бүтәндәрҙән айырылып, осраҡлы ғына рәүештә дүрт мулла аят уҡып ултырған бүлмәгә барып инә. Тегеләре иһә ҡатындың йәш кенә көйө килеш күргән ғазап-кисерештәрен тыңлағандан һуң, дүртеһе дүрт яҡтан тороп өшкөрәләр. Бар бәләләрҙән доға һаҡлауын әйтеп, өйрәтеп ҡайтаралар.
Ауырыуҙы ҡара ергә күмәм...
Шулай уҡ яратҡан шөғөл, күңел тыныслығын төрлө эштәрҙә табыу ҙа дауа икәнлеген Миләүшә Сынбулат ҡыҙы яҡшы төшөнә. “Өфөлә ҡуртымға алып йәшәгән фатирҙа төрлө жанрҙағы, рус, сит ил әҙәбиәтенән китаптар күп ине. Бәләкәйҙән уҡырға яраттым. Бында ла буш ваҡытта шуларҙы йотлоғоп уҡыйым да, Аллаһы Тәғәләгә ғүмеремдең аҙағынаса шулай яратҡан шөғөлөмдән айырмағаны өсөн эстән генә рәхмәт әйтә инем, – ти. – Үҫмер саҡта Юрий Шатуновтың йырҙары ныҡ популяр ине. Бер мәл ҡабаттан шуларҙы тыңлай башланым. Көй, моң аша үткәндәргә ҡайтып урайһың, нимәнелер иҫләп көлөп ебәрәһең, йә, киреһенсә, балауыҙ һығып алаһың. Нисек кенә булмаһын, кеше өсөн үткәндәрҙе барлау, һығымта яһау ҙа артабан йәшәү өсөн көс, ынтылыш бирә бит ул”.
Бала сағынан ололарға эйәреп тирә-яғыбыҙҙа үҫкән шифалы үләндәрҙе нисек ҡулланыу юлдарын да өйрәнә, ошо темаға арналған Рим Ахмедовтың китаптарын да ентекләп уҡый. Ауырығансы уҡ йылына бер нисә тапҡыр дегәнәктән, әремдән эшләнгән төнәтмәләр эсә. Бәләкәс ҡыҙына йөклө булғанда, имеҙгән саҡтарында ғына был процедураларҙы ҡулланырға ярамағанлыҡтан үтәмәй тора. Бәлки, тап шул осорҙа яман шешкә аҙып китергә ҡулай булғандыр ҙа, тип иҫәпләй. Сир менән көрәшкәндә иһә халыҡ медицинаһы тағы ла ярҙамға килә. Күп компонентлы төнәтмәләр эсә, сөйәл үләне, грек сәтләүеге төнәтмәһен, һоло һыуын, Н. Семенованың таҙарыныу курстарын ҡуллана. Ябай ғына һуған ҡабығы, гөлемеш һәм ылыҫ энәләренән яһалған төнәтмәнең ныҡ файҙалы булыуын күреп аптырай.
Ҡара ерҙе эшкәртеп, үҙ ҡулдарың менән сәскән, тәрбиәләгән йәшелсә, емеш-еләктең уңыш биреүен, сәскәләреңдең мең балҡышлы итеп күкрәп сәскә атып ултырыуын күреп, ниндәй ҙур кинәнес кисереү мөмкинлеге барлығын үҙе баҡсала иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем булашҡан кеше генә беләлер. Миләүшә Сынбулат ҡыҙына ла бәләкәйҙән ошо шөғөл күңеленә ята. Яман шеш саҡ ҡына артҡа сигенгәндәй булғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына яҡын ғына ерҙән ун сутый ер һатып алалар. “Хәлем, көсөм бармы-юҡмы шунда булаштым. “Ниңә йонсойһоң, хәҙер кибеттә йәнең нимә теләй шул тулып ята бит”, – тиеүселәргә: “Ауырыуымды ергә күмәм. Ә ул миңә уңыш булып кире ҡайта”, – тип шаяртып яуап бирә инем. Яман шештең үле күҙәнәктәре һәр кемдә лә бар, тиҙәр. Миндә иһә улар бер тапҡыр әүҙем генә йәшәп алғандан һуң, бәлки, башҡаса бөтөнләй үҙҙәренең барлығын белдермәҫтәр, бәлки, ҡасан да булһа ҡабаттан килеп сығырҙар. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр бит. Өмөтһөҙ – шайтан, ти халыҡ. Ә мин иһә уны ниндәйҙер көс, ҡөҙрәт менән яҙғы ҡырауҙарға бирешмәйсә, ҡара көҙҙәрҙә лә һулымайынса ҡалып, шытым биреп ултырған нәфис кенә, нәҙек кенә ҡыяҡ хәлендә күрәм... Ышаныс, өмөт кеше күңеленә Аллаһы Тәғәлә тарафынан һалынған бит”.
Читайте нас: