Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2021, 22:55

Балаларығыҙ икегеҙгә лә оҡшамаған

Апай Сәлимәне, унан ҡыҙҙарҙы ҡосағына ҡыҫып-ҡыҫып, дөпөлдәтеп һөйҙө. Унан бәләкәстәрҙең исемдәрен төпсөндө.

Ял көнө. Сәлимә менән Ирек ҡыҙҙарын етәкләп, ҡала паркында йәйге хозурлыҡҡа таң ҡалып йөрөй. Шул саҡ уларға Фәниә апай осраны. Ул ҡасандыр Зөлфиә менән бер мәктәптә эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Йәштәрҙе күреүгә апай уғата ҡыуанды.

– Арыуҙарһығыҙмы әле?
–Һаумыһығыҙ!
–Уй, күгәрсенкәйҙәрем, һеҙҙе лә күрер көн бар икән. – Апай Зөлфиәне, унан ҡыҙҙарҙы ҡосағына ҡыҫып-ҡыҫып, дөпөлдәтеп һөйҙө. Унан бәләкәстәрҙең исемдәрен төпсөндө.
–Минең исемем Алтынай, – тине ғорурлыҡ менән өлкәне.
–Ә минеке – Таңсулпан, – тип тәтелдәне бәләкәсе.
–Әләл-ә-ә-ә-л, исемдәрегеҙ ҡалай матур, тәүфиҡле булып үҫегеҙ! Уҡымышлы, мәҙәниәтле кешеләрҙең балалары икәнлеге күренеп тора. Үҙҙәре хас ауылдағы һымаҡ, матур итеп, беҙҙеңсә һөйләшәләр бит әле.–Унан таныш апай берсә ҡатынға, берсә иргә текәлеп торҙо ла үҙ һығымтаһын сығарҙы.
-Ҡыҙҙарығыҙ бигерәк һылыуҙар бит әле, тфү-тфү, күҙ теймәһен, икегеҙгә лә оҡшамаған.
Читайте нас: