Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль 2021, 12:25

"Алтын балдаҡ"лы халыҡ йырсыһы арабыҙҙан китте

Уның йырҙары халҡыбыҙ күңелендә оҙаҡ йәшәр әле.

Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова арабыҙҙан китте. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, йырсы коронавирус инфекцияһынан дауаланған. 12 февралдә һөйөклө йырсыбыҙға 71 йәш тулыр ине.
Роза Сабирйән ҡыҙы 1950 йылда Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуған.
Абҙаҡ 8 йыллыҡ мәктәбенән һуң Роза Өфө музыка-педагогика училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң (1972), Башҡорт дәүләт филармонияһында вокалист булып эш башлай.
Үҙенсәлекле моңло тауышы тамашасы күңеленә хуш килә, емешле ижады өсөн ул БАССРҙың атҡаҙанған , Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән исемдәргә лайыҡ була.
1997 йылдан алып филармония администраторы. Йырсының репертуарында татар һәм башҡорт композиторҙарының эстрада йырҙары. Элекке СССР республикалары һәм ҡалалары буйлап гастролдәрҙә була.
Йырсы халыҡ йырҙарын да, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. «Зөлхизә», «Сывай ҡашҡа», «Түрәкәй», «Һары ла сәс» һәм башҡалар; Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, Ә. Т. Кәримов, Т. Ш. Кәримов , Р. В. Сәлмәнов йырҙары һәм романстары, А. Р. Хәлфетдиновтың «Алтын балдаҡ», «Һин ултыртҡан муйыл», «Аҡсарлаҡ» йырҙары ҙур уңыш ҡаҙана.
Мәрхүмәнең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: