Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль 2021, 18:10

ТАҪЫЛЛЫҠТЫ АҪЫЛЛЫҠ БИҘӘЙ

Бөгөн, Фәндә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Хөрмәтле гүзәл заттар, фән донъяһында яңынан-яңы үрҙәргә артылыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Бер-ике лекцияһын тыңлағас та уға ғашиҡ булдыҡ. Үҙе шаян, үҙе отҡор, үҙе аң кимәленең шул хәтле юғары булыуы менән һушты ала. Хәйер, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы факультеты – элек-электән көслө уҡытыусылары менән дан алған уҡыу йорто. Беҙ уҡыған саҡта ла, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер ниндәй терәк конспектһыҙ-ниһеҙ яңы темаларҙы үҙ миҫалдарында аңлатҡан Рита Харис ҡыҙы Фәтҡуллина, Кирәева Луиза Риф ҡыҙы, Миләүшә Сынбулат ҡыҙы Арыҫланова, Гөлназ Даурат ҡыҙы Вәлиева, әҙәбиәттән семинарҙарҙы үҙҙәренә генә хас бер йәнлелек менән ойоштороп бөтөн төркөмдө “уята” алған Айнур Фәнис улы Үтәев, Илнур Тимерхан улы Дилмөхәмәтов, белем эстәүгә генә түгел, тормошта ла ныҡлы баҫырға һәр яҡлап кәңәштәре менән ярҙам итеп торған билдәле ғалимдар Ғәлийән Ғәйнетдин улы Ҡаһарманов, Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева, Фәүриә Әхтәм ҡыҙы Аҡҡужиналар күптән беҙҙе үҙҙәренең ауыҙҙарына ҡаратҡандар ине.
Инде юғары курстарға еттек, үҙебеҙ ҙә яҡшы уҡытыусылар булырға тырышасаҡбыҙ тип йөрөгәндә, шулай итеп тағы ла бер кумирыбыҙ өҫтәлде бит, әй. Мөләйем сибәр йөҙ, бәрхәт тауыш, нәфис буй-һын телевизорҙың теге яғында ғына күреп өйрәнгән экран “йондоҙ”ын хәтерләтә. Ә зауыҡ менән генә кейенеүе уны тағы ла нәзәкәтлерәк, серлерәк итә. Ҡалаҡҡа ғына һалып йотмалы уҡытыусыбыҙ әҙ генә уҡытты ла ҡапыл юғалды ла ҡуйҙы. Бер нисә айҙан уның икенсегә әсәй булғанлығын белдек. Күп тә үтмәне факультет уҡытыусылары сығарған “Башҡорт теле” дәреслегенең исем туйына килгәнендә беҙҙе тағы ла “аһ” иттерҙе. Йәш әсәйҙәргә хас йөҙөндә йонсоу билдәләре лә юҡ, элеккесә йылмайып-көлөп, ҡояштай балҡып тора. Талдай нескә бил тигән сағыштырыуҙы ла, валлаһи, уны күргәс кенә уйлап сығарғандарҙыр. Төркөмдәш ҡыҙҙар менән: “Кит был әҙәм затынан түгелдер, хур ҡыҙҙары ғына ошолай булалыр”, – тип унан күҙебеҙҙе лә ала алмайынса һоҡланып шыбырлашабыҙ.
Кумирыма әйләнгән был илаһи зат менән яҡынданыраҡ танышыу хыялы ҡулыма диплом алғас та бер нисә йыл күңелем түрендә йәшәне һәм, ниһайәт, мөҙҙәте етте. Һеҙҙең менән таныштырасаҡ геройым – БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты деканы, яңыраҡ ҡына Рәсәйҙең Юғары белем биреү министрлығының юғары аттестацияһы комиссияһында эксперт вәкиле булараҡ һайланып тағы ла иңенә яуаплы вазифаларҙың береһен йөкмәгән, башҡорт тел ғилемен өйрәнеү буйынса иң йәш фән докторы, туғыҙ монография авторы, ике һүҙлектең авторҙашы, 400 тирәһе фәнни-методик кимәлендә билдәле булған баҫмаларҙа фәнни эштәре баҫылып торған, өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҙенең тәғәйенләнешенә тоғро ҡалған һөйөклө ҡатын, яратҡан, хәстәрлекле әсәй була белгән һоҡланғыс ханымдарҙың береһе –Гөлфирә Риф ҡыҙы АБДУЛЛИНА.
Бәләкәй “әбей”
Ишембай районының Маҡар ауылы ҡыҙы Гөлфирә бәләкәйҙән отҡорлоғо, телсәнлеге менән тиңдәштәренән айырылып тора. Бында өләсәй тәрбиәһенең әһәмиәте лә ҙур булғандыр. Ололарса фекер йөрөткән, етди ҡыҙсыҡты Әминә әбейҙең бәләкәй “әбейе” тип йөрөтәләр ауылдаштары. Биш йәшендә уҡыусы булып китеүенә ҡарамаҫтан хәтеренең ныҡлығы, үҙ-үҙенә талапсан булыуы менән класташтары араһында ғына түгел, тотош мәктәптә һоҡланыу уята ул.
Булдыҡлы ҡыҙҙа лидерлыҡ сифаттарын уятыу маҡсатында Маҡар мәктәбе директоры Фәтҡуллин Харис Иҙрис улы: “Киләсәгең ҙур, һиңә баҙнатһыҙлығыңды ғына еңергә кәрәк”, – тип үҙе етәкләгән урыҫ шашкаһы түңәрәгенә йөрөтә. Аҡыллы етәксенең күҙаллауҙары, ысынлап та, раҫҡа сыға. Күптә үтмәй, уҡыусыһы Куйбышев ҡалаһында Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярышта өсөнсө урын алып, спорт мастерына кандидат була. Артабан, мәктәптә биш йыл буйы пионер дружинаһы рәйесе, ике йыл комсомол секретары булыуы кеше алдында сығыш яһарға, баҙнатһыҙлығын еңергә ярҙам итә.
Күңеле менән гуманитар фәндәргә тартылһа ла, һөнәр һайлар ваҡытта баҙап ҡала ул. Ауыл хужалығы институтына (хәҙерге БДАУ) маҡсатлы йүнәлтмә бирелә, район хатта үҙ стипендияһына уҡытып сығарып, иҡтисадсы булырға мөмкинселек бар. Әммә документ менән эшләүҙе, теүәллекте яратһа ла, был һөнәргә күңеле ятмай ҡыҙҙың. Етмәһә, икеһе ағаһы студент, ә тышта 90-сы йылдар башы... Был болғанышлы ауыр заманда иртәгәһенә нимә булырын күҙаллап та булмай. Билдәһеҙлек үҙәккә үткән осор... Тормоштоң көндән-көн ҡатмарлаша барыуын 16 йәшлек сибек кенә, әммә оло йөрәкле ҡыҙ бар күңеле менән аңлай. Шуға ла кисәге сығарылыш уҡыусыһы, ата-әсәһенә артыҡ ауырлыҡ һалмаҫ өсөн, башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға ҡарар итә һәм СДПИ-ға юллана. Сөнки унда дүрт йыл ғына уҡыталар!!! Башҡорт теленән имтихан ҡабул иткә уҡытыусылар, билет һорауын алыу менән шытырлатып яуап биргән ҡыҙҙың белеменә хайран ҡалып, сат йәбешәләр. “Һин бит башҡорт филологияһында ғына уҡый торған кеше”, – тип үҙҙәренә саҡыралар. “Унда биш йыл уҡырға кәрәк, ә мин бер генә йылға әҙерәк булһа ла ата-әсәйемә ауырлыҡ һалмаҫҡа уйлайым”, – тип баш тарта.
Шулай ҙа тел ғилеменә ҡарата күңелендә булған белем-орлоҡтарын күреүсе, үҫтереүсе ғалим был факультетта ла табыла. Телсе ғалим Кәрим Ғайса улы Ишбаев йәш студенттың тиҙ арала уҡытыусы-остазына ғына түгел, һалдаттарса һәр саҡ төҙ һәм ышаныслы баҫып йөрөгән, кешелекле шәхес булараҡ кумирына ла әйләнә.
Кейәүгә сығыу юҡ!
Буласаҡ ғалимә хеҙмәт юлын алған һөнәре буйынса Стәрлетамаҡтың 21-се мәктәбендә башлай. Бирәм тигән ҡулына, сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, бында уға оҙаҡламай башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә йөкмәтәләр. Яратҡан фәне лә өҫтәлгәс, шатлығынан осоп йөрөй ул. Тиҙ арала үҙен яҡшы уҡытыусы итеп тә күрһәтеп өлгөрә. Шул уҡ йылда башҡорт теленән “Йыл уҡытыусыһы” ҡала бәйгеһендә икенсе урын яулай.
Ике сменала уҡытҡан йәш уҡытыусы фәнни эш менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Башҡорт тел ғилемендә өйрәнелмәгән темаларҙың береһе – фономорфология буйынса тотонорға йөрьәт итә ул. Хәҙер инде ғилми етәксеһе булып киткән Кәрим Ғайса улы йәш аспирантына: “Диссертацияңды яҙып бөтмәйенсә кейәүгә сығыу юҡ!” – тигән шарт ҡуя. Әммә буласаҡ йәрен Гөлфирә Риф ҡыҙы тап аспирантурала уҡыу йылдарында осрата. Йәштәр ғалим янына ғаилә ҡороуға теләктәре барлығы хаҡында әйтергә икәүләшеп баралар. Оҙаҡ йылдар студенттар менән эшләү дәүерендә кешенең кемлеген үтәнән-үтә күрергә өйрәнгән Кәрим Ғайса улы аспирантының тормош иптәше итеп насар кешене һайламағанын, киләсәктә бәхетле кәләш буласағын күҙаллап кейәү егетенә: “Гөлфирәне һаҡла, ҡәҙерен бел!” – тип фатихаһын бирә. Тағы ла: “Диссертацияһын ни тиклем тиҙерәк яҙһа, шул хәтлем күберәк ул һинеке буласаҡ”, – тип өҫтәп ҡуйырға ла онотмай. Ысынлап та, яҡшы, ипле егет булып сыға Илфат Саҙретдин улы. Өлгөлө ғаилә башлығы булыу менән бергә, кәләше хаҡында хәстәрлек күреүҙе лә онотмай. Ғалим менән теге һөйләшеүгә егерме йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә: “Кейемең өшөрлөк түгелме, башлығыңды ла кейеп йөрө, һине миңә һаҡларға ҡуштылар”, – типйыш шаярта.
Гөлфирә Риф ҡыҙы һайлаған икенсе яртыһынан, ысынлап та, уңа. Диссертация яҙған осорҙа икәүләшеп Мәскәүгә барып китапханаларҙа бергә әҙерләнәләр. Әле лә төп таянысы. Ғилми етәксе булараҡ хәҙер үҙе лә биш филология фәндәре кандидаты, бер фән докторы әҙерләгән Гөлфирә Риф ҡыҙына тормош иптәше уларҙың эштәрен тикшергәндә лә ярҙам итә икән. “Һөнәре буйынса техник инженер булһа ла хәреф хаталарын да тиҙ генә таба, ҡытыршыраҡ урындары да “һә” тигәнсе билдәләп ҡуя. Ғөмүмән, бөтә эште лә бергәләшеп, кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Хатта магазинға ла икәүләшеп йөрөйбөҙ. Уны ныҡлы терәгем тип ауыҙ тултырып әйтә алыуым менән бәхетлемен”, – ти ул.
Ә теге юлы Кәрим Ғайса улының фатихаһы буласаҡ ғалимәгә этәргес кенә бирә. Йыл ярым эшендә фәнни эшен тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Улдары Батыр тыуғас иһә докторлыҡ эшен яҙыу мәшәҡәтенә сума йәш әсә. Бәләкәс бала китап менән бергә үҫә. Әле лә, һеңлеһе Айзада менән күп уҡырға яраталар, белемгә ынтылыштары ҙур тип, һөйөнә әсәләре. Тағы ла ғаиләлә башҡортса ғына һөйләшеү төп шарттарҙың береһе булып һанала. Әсәләренең ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ялдарҙы бергә үткәрергә күнеккәндәр: йәйен велосипетта йөрөһәләр, ҡышын боҙҙа шыуалар. Ғаиләһе тураһында һөйләгәндә күҙҙәренең эске бер ғорурлыҡ, наҙ менән балҡып китеүе, Гөлфирә Риф ҡыҙының ҡатын-ҡыҙ бәхетенә сорналып йәшәүен, балаларына яҡшы, өлгөлө әсәй булыуын күрһәтә лә.
Төпкөлдән төшкән килен
2017 йылға тиклем Гөлфирә Риф ҡыҙы үҙе белем алған юғары уҡыу йортонда (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) уҡыта. Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән, тел ғилеме менән ҡыҙыҡһыныусыларға исеме күптән таныш ғалимәне БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына иң ҙур кафедраларҙан һаналған шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһын етәкләргә саҡыралар. Егерме бер кешенән торған был бүлектә, башҡорт теле менән бер рәттән, фарсы, төрөк, ғәрәп, ҡытай, корея телдәре буйынса белгестәр тупланған. Ғәрәп илдәренән һәм Төркиәнән белгестәр саҡырыу, факультеттың һәр студентын Ҡытайға стажировкаға ебәреү, тел өйрәнеү буйынса курстар ойоштороу мәшәҡәттәре менән янып йөрөгән сағында факультет менән етәкселек итеү эше лә уға ышанып тапшырыла. Ике иңендә ике бурыс йөкмәгән ул бөгөн: декан һәм кафедра мөдире.
Ғөмүмән, Гөлфирә Риф ҡыҙы килгәс, бай тарихлы, данлы факультет йәмләнеп киткәндәй булды, тиҙәр коллегалары. Киләсәктә лә алдынғы ҡарашлы, белем алырға дәрттәре ташып торған абитуренттарҙың бында уҡырға эркелешеп килерҙәренә ышаныс уяна. Юҡҡа ғына кәүҙәһен төҙ тотоп, һәр саҡ йүгерә-атлай йөрөгән хеҙмәттәштәрен күптәр яҡташы Ноғман Мусиндың “Төпкөлдән төшкән килен” повесының төп геройына оҡшатмайҙарҙыр. Иҫләһәгеҙ, унда ла теүәллекте, ғәҙеллекте, аныҡлыҡты яратҡан, үҙенә лә, бүтәндәргә лә берҙәй талапсан булған Шәһүрә килен булып төшкәс, йортта уға тиклем ҡалыплашҡан йолалар яйлап ҡына юҡҡа сығып, иренең, ҡайны-ҡәйнәһенең тормошҡа ҡараштары ыңғай яҡҡа үҙгәрә бит. Коллективтың яҡшы һәм тырышып эшләүен теләһәң, иң беренсе үҙең өлгө күрһәт, тигән принципта булған етәксене уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа берҙәй ярата, ихтирам итә.
Теге юлы төркөмдәш ҡыҙҙарым менән уҡытыусыбыҙға ҡарап күҙҙәребеҙҙе ала алмай һоҡланып ултырыуыбыҙға алты йыл ваҡыт үтеп киткән һәм... ышанаһығыҙмы, юҡмы Гөлфирә Риф ҡыҙының ҡиәфәтендә лә, үҙ-үҙен тотошонда ла бер генә үҙгәреш тә юҡ! Киреһенсә, тағы ла нығыраҡ һөйкөмләнеп, былай ҙа зифа буйы нескәреп киткән төҫлө, элекке студенты менән дә типә-тиң көлә-шаяра һөйләшә. Шуға ла, был ысынлап та, беҙҙең араға яңылыш ҡына килеп сыҡҡан хур ҡыҙы түгелме икән, тигән уй ҡабаттан барлыҡҡа килде. Бары тик туған телен, милләтен һаҡлап ҡалыу, уны киләсәктә тағы ла юғарыраҡ бейеклектәргә күтәреү тураһында уйланып, янып торған күҙҙәре генә ер ҡыҙы булыуы хаҡында һөйләй. Яман күҙҙәр генә тейеп ҡуймаһын, тим, Гөлфирә Риф ҡыҙы үҙегеҙгә! Ил хәстәрен үҙ иңендә арымай-талмай күтәргән халҡымдың аҫылдарының береһе бит һеҙ.
Читайте нас: