Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2021, 14:20

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө

...Ышанмағыҙ февраль буранына. Бер яуыз уй юҡтыр уйында... Күпме генә шашып дуламаһын, Яҙ һылыуы уның ҡуйынында. Был донъяла булыр барыһы ла, Һинең менән бары мин булмам. Бына ниндәй үкенестәр бар бит − Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам... Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...

Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып,
Әгәр мине үлем ауҙарһа,
Мин һандуғас кеүек үлһәм ине
Һәм күмелһәм ине тауҙарға,
Тыуған Ҡаратауға!.. Ә эргәмдә
Ағып ятһын ине Йүрүҙән.
Бәлки, кире тороп йырлар инем,
Тыуған тауҙарымды күреүҙән.
Күмһен ине дуҫтар, яҡташтарым
Мин ут яҡҡан үркәс башына.
«Был донъяға ғашиҡ шағир» тиеп,
Яҙыу яҙһын ине ташына.
Тупрағыма тубырсыҡтар яуһа,
Мин донъяға тағы ҡайтырмын,
Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың
Тамырҙарын тотоп ятырмын.
САБЫЙ ЙОҠОҺО
Ҡыҙым Гөлнараға

Мин көнләшәм ҡайсаҡ Сальериҙан,
Юҡ, Моцарт та булмаҫ кешенән:
Уртаса бер фотограф та хатта,
Бәхетлерәк була эшенән.
Уға ла бит тормош , был тәбиғәт
Үҙенең бер бөйөк телдәрен
Бүләк итеп ҡуя ҡайһы саҡта:
Бына ҡыҙым, тибеп мендәрен,
Башы түбән иҙерәп йоҡлап ята,
Әсәһенең сығып ҡуйынынан.
Юҡ, ҡулҡайын түгел, бер тәпәйен
Ташлап ятҡан уның ҡуйынына!..
Был тиклем дә мәрәкәне миңә
Ҡалай итеп тотоп ҡалырға?
Ҡайҙа миндә Леонардо ҡулы
«Мадонна һәм ҡыҙы»н яҙырға?
«Бите — алма, ирендәре — сейә,
Ә ҡулдары — аҡҡош ҡанаты » , —
Тигәйнем дә... Был тапалган һүҙҙәр
Ни генә һуң бирһен аңлатып?
Теләһәң, һин сәсең йолҡоп ила,
Был илаһи бер мәл юғалыр.
Осоп китер күккә фәрештәләй,
Көнләшеүем минең шуғалыр...
Ҡабатланмаҫ ошо матурлыҡты
Күрә алмаҫ үҙе Гөлнарам.
Тик атаһы күрә күҙ йәш аша
Был донъяла шундай гөл барын...

1971 й.
ЗАМАН ҺЫНАУЫ

Ни һуң яҡшы, яҡты, матур миндә,
Ни һуң миндә иң-иң ҡәҙерле —
һиңә бирәм, йырым! Ал, күҙ нурым,
Үҙең ала алған ҡәҙәрле...

Ә ҡалғаны? Ялған-таушалғаны
Үҙем менән бергә юғалыр...
Аҡ ҡылғандар шаулар унда йәйен,
Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр,

Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда,
Көлмәҫ унда, бәлки, гөлдәр ҙә...
Көйөҫ - көйөҫ , беләм, елдәр иҫер,
Тик туҡталып тормаҫ елдәр ҙә.

Ятыр тәнем! Ә йырым, һин — йәнем,
Үтә алһаң ваҡыт һынауын,
Һөйлә кешеләргә кеше хисен,
Йондоҙло бер заман һулауын,

Шул заманым минең— саф иманым,
Ир булырға ул бит өйрәтте.
Заманым, тип тамак ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте.

Тик алданма арзан дан-шөһрәткә,
Осҡан саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!
Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һөйгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.

Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла –

Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:
Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас....
Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән,
Улар тыныс, ғәмһеҙ йәшәһә.
Булмаймы һуң күкрәү, тетрәүҙәр,
Йәшлегеңдә йәшен йәшнәһә.

Абынмаҫҡа аяҡ аҫтын ғына
Ҡарап баҫҡан йондоҙ күрәме?
Бер хыялһыҙ, йондоҙ күрмәй йәшәү
Кешегә һуң бәхет бирәме?

Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...
Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын!

Рәми Ғарипов
Читайте нас: