Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Февраль 2021, 18:20

Шәрип ауылы ни өсөн һыуһыҙ ҡалған?

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был саралар 313 кешелә, шул иҫәптән балалар баҡсаһы, мәктәп, ҡарттар йортонда һыу туҡтатылыуға килтерә.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләһе буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерниковҡа Кушнарен районы Шәрип ауылында электр энергияһы өсөн түләмәгәнгә күрә, һыу башняһы эштән туҡтатылыу мәсәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был саралар 313 кешелә шул иҫәптән балалар баҡсаһы, мәктәп, ҡарттар йортонда һыу туҡтатылыуға килтерә. Эле иһә һыу менән тәьмин итеү ыңғай хәл ителгән. Әммә булыс мәсәләһе асыҡ килеш ҡала.
Дәүләт думаһы депутаты мөрәжәғәтенән билдәле булыуынса, һыу башняһы 2006 йылдан алып хеҙмәтләндереү өсөн шәхси ҡулдарға тапшырыла.
“Шәхси кешенән алған мәғлүмәт буйынса, 2021 йылд 11 февраленә электр энергияһы менән тәьмин итеүсе алдында бурыс тулыһынса түләнгән. Ул 85 700 һум тәшкил иткән. Әммә һыуҙы туҡтатҡанда был фактты иҫәпкә алмағандар”, тиелә "Башинформ" агентлығында булған документта.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан электр энергияһы менән тәьмин итеү компанияһы матубғат хеҙмәте тарафынан "Башинформ"ға бөгөнгө көнгә һыу башняһы буйынса бурыс бар һәм уның күләме 4237 һум тәшкил итә, тигән аңлатма бирелә.
Читайте нас: