Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Февраль 2021, 00:10

МАРТ БУРАНЫ

– Бер байрам тип, бөтөн зарплатыңды шуның ҡыуанысына тыҡтың инде, ивет?

Миләүшә Ҡаһарманова
МАРТ БУРАНЫ

Ир-ат менән йылына бер генә була торған хәл. Иләүенә таяҡ тығылған ҡырмыҫҡа ише булып ҡуҙғыған саҡтары. Магазиндарҙа сиратта шулар, баҙарҙар йырып сыҡҡыһыҙ, сәскә бутиктарының тышында ла торалар. Берәүҙәре ашыға, ҡарһалана, туфан ҡалҡырын белеп ҡалғандай ҡылана, икенселәре, киреһенсә, аҙыҡ рәттәре араһында ҡай бер нәмәләрҙе тәү күргәндәй, оҙаҡ-оҙаҡ текәлеп тора, әле береһен, әле икенсеһен тотоп ҡарай ҙа, ярҙам эҙләгәндәй, ян-яғын байҡай. Күҙҙәре аларған ир заттарының, арттарына ут ҡапҡан! Аңлашыла инде – иртәгә бит Һигеҙенсе март! Ҡатын-ҡыҙҙың нисек матур, аҡыллы һәм ғәзиз икәнлеген белеп ҡала торған көнө. Шуның өсөн тырыша ла инде эсендә йәне булған һәр ир енесле. Шулар араһында Зиннәт тә. Әле уның да, супермаркет залдарында аҙашып йөрөп, тамам алйыған сағы. Уйын эшме?! Биш ҡатын-ҡыҙға бүләк ҡарап алырға кәрәк. Биш! Һәм бишеһенә биш төрлө.
Тап ошо көндәрҙә, сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, буран ҡотора. Йыл да шулай була ул, ошо байрам еттеме – тәбиғәттең ене ҡуба ла китә. Сыҙап ҡына тор, март бураны башлана.
Апаһын юл ыңғайы инеп ҡотлап китте. Байрам көндө килеп йөрөй алмаҫ, әле өйҙәгеләренең күңелен күрәһе бар, әсәһенә лә ваҡыт бүлеү фарыз. Апаһы үҙе, ирле ҡатын, моғайын, иғтибарҙан мәхрүм булып ултырмай, тип уйлап һуғылды Зиннәт. Уларҙа ла байрам һулышы – унда-бында гөлләмәләр баҙыраша.
– Байрам менән, апай! – Зиннәт үҙенә ҡоластарын йәйеп алсаҡланып килгән апаһына сәскәһен һуҙҙы. – Уҡытыусыға сәскәне күп бирһәләр ҙә, быныһы минән булыр!
Зөлфиә ҡустыһын түргә әйҙүкләне, улы менән килене килгән икән, ултырып алырға саҡырҙы. Йөҙ сәбәбен табып саҡ ысҡынды Зиннәт. Бында инһәң, ҡалыуың ярты төнгәсә тигән һүҙ. Бер туғаны бит, һөйләшер хәбәре лә, хәтерләр ҡыҙығы ла табылыр – гел шулай була. Шунлыҡтан эште ҡыҫҡа тотоп, тайыу яғын ҡараны, булыр әле ҡабаланмағанда килә торғаны. Сығып барған еренән кире боролдо – пакетындағын алып бирергә онотҡан. Апаһы рәхмәт әйтеп алғас та, ҡағыҙ ситен ҡайыра биреп асып ҡараны ла ҡабаттан пакетҡа ымланы:
– Тегеләргә нимә?
– Тоже... бүләк. Үҙеңдеке оҡшамаймы әллә?
– Ой, оҡшай! Оҡшай, әлбиттә. Тик... ҡыҙыҡ бит... - апаһы балаларса бер ҡатлана һаман.
Зиннәт уға осларға бирмәне. Белә ул нимә әйтерен. Шуға ашығып тағы хушлашты:
– Ярай, оҡшағас. Тағы бер тапҡыр байрам менән һеҙҙе! Һау булығыҙ!
Ҡайтып ингәнен өйөндә лә дүрт күҙ менән көтөп торалар. Өлкән ҡыҙы үҙен тота алһа ла, бәләкәйе ишек төбөндә һикерәнләй ине инде.
– Урра-а! – тип һөрән һалды ул сәскәләр күренгәс үк. – Сәскә! Беҙгә сәскәләр!
Зиннәт, эйелеп, гөлләмәләрен ҡыҙының ҡосағына күсерҙе:
– Ипләп тот, ҡыҙым, һындырып ҡуйма.
Ул арала өлкән ҡыҙы, килә һалып, ҡулынан пакеттарын алды:
– Ой, атайым минең яратҡан тортты алған! Рәхмәт!
Аш бүлмәһенән ҡатыны күренде. Ҡыҙҙары кеүек һикереп төшмәһә лә, иренә ҡәнәғәт ҡарап тора:
– Килештергәнһең...
Тап ошо мәлдән был фатирҙа ла байрам башланды. Ҡатыны алып ҡайтылғанды һыуытҡысҡа урынлаштырҙы, ҡыҙҙары сәскәләрҙе һыуға тыҡты, хатта күңелле генә көй ҡуйып ебәрҙеләр. Һәр береһенең күңелендә Зиннәт тарафынан бүлмәһенә индереп йәшерелгән төргәктәр эсендәге бүләктәр ине. Шулай ҙа уйламағанда бер низағ та булып алды. Бәләкәй ҡыҙы гөлләмәнең иң еллеһен эләктермәксе булды. Быны күреп ҡалған апаһы тыйҙы:
– Раузалар әсәйгә инде, үҙеңдекен уйнат!
Кескәй ләлә бәйләмен хушһынып етмәгән бәләкәй ҡыҙ шауламаҡсы:
– Юҡ! Иң ҙуры минеке! Һинеке - был! Уныһын әсәйгә бир! – апаһына тигән хризантемаларға күрһәтә был. Бәхәскә атайҙың үҙенә лә тығылырға тура килде:
– Бәләкәй гөлләмәгә кәнфиттәр ҡушылған, шуға уны Диләгә алдым, Динә апайыңа, үҙе яратҡанса, аҡ сәскә, ә әсәйеңә – ҙуры.
– Балаларға рауза бирмәйҙәр, бындай тик әсәйҙәргә генә, - тип өҫтәне Динәһе.
– Юҡ! Улайһа мин быларҙы алмайым! – ете йәшлек бала тимәҫһең, тәки ыҡҡа килмәй. Ошо бер ғәҙәте оҡшамай Зиннәткә ҡыҙының. Хәйер, ҡыҙының ғынамы? Үҙҙәренең өлөшөнә ҡәнәғәт була белмәй, мотлаҡ эргәһендәгенекенә ҡарайҙар, сағыштыралар һәм кәйеф боҙор сәбәп табалар инде. Ир мәғәнәле генә итеп ҡатынына ҡарап ҡуйҙы, йәнәһе, кемдән өйрәнә улар быға. Дилара иһә ғауғаны тиҙ генә ыңғайға бормаҡсы булды:
– Ярай, алһын. Ялҡҡансы йөрөтөр ҙә ҡуйыр әле.
– Эш ундамы ни? – Зиннәттең тауышы етдиләнә төштө, – Бөгөн уны еңеп алыр, иртәгә икенсеһен...
– Ҡуй, баланың күңелен төшөрмә, алһын, - ҡатынының һуңғы һүҙе булды был, залдан сығып та китте.
Байрам көнө Зиннәт барыһынан да иртәрәк уянды. Ашығып ҡына сәй эсеп алды ла кисә алып ҡайтҡан балыҡҡа тотондо. Эштәге коллегаһынан өйрәнеп ҡайтҡан рецебын әтмәләп ҡарамаҡсы. Йәнәһе, балыҡ тултыра. Ике сәғәт самаһы ыҙалатты балыҡты, әммә яҙып алғанса итеп эшләп, тегеп ҡуйҙы инде. Духовкаға тыҡҡас, шулай уҡ күсереп алынғандарҙы уҡый-уҡый, салат ҡырҡты, уларҙы хәленән килгәнсә биҙәне. Ул арала балығының ваҡыты етте, алып ҡараһа, буйтым аҙыҡ төҫлө булып ята. Уртаһынан аҙ ғына йыртылып киткән китеүен, тыңҡыслабыраҡ ташлаған, күрәһең. Ҡарап тора торғас, уныһының да яйын тапты ир, петрушка япрағы менән шул урынды ябып ҡуйҙы. Еләк-емеш, тәм-том ҡуйғас, өҫтәле тағы ла күркәмләнде, уртаға кисә Диләһе арыуыҡ тәпәрләп ташлаған гөлләмәне лә ултыртып ҡуйғас, бөтөнләй байрам табыны булды. Эшен тамамлаған Зиннәт, ҡатын-ҡыҙҙары уянғансы, әсәһен барып күрмәксе булып, кейенеп сыҡты. Ул да көтөп ултыралыр, әле был, әле теге тәҙрәгә баралыр, туҡмас бешергәндер, итен һыуыталыр...
Ысынлап, бындай һурпа әсәһендә генә була. Ҡаҙ, йылҡы, һыйыр ите киҫәктәрен ҡушып һалып, тоҙлоҡло, татлы итеп бешерә белә. Ҡоротлап эсеп алһаң – йәнгә рәхәт. Улының ихлас ашағанын ҡыуанып ҡарап ултырған Банат түҙмәне, оҡшамаҫын белһә лә, әйтте:
– Асыҡҡанһың да һаң, дауна ашаманыңмы әллә?
– Иртәнсәк юҡ әле, тегеләргә бер нәмә әҙерләнем дә сығып киттем.
– Төш булып бара, бығаса йоҡлап яталармы?
– Байрам да инде, әсәй, йоҡлаһындар, - Зиннәт әсәһенең ни яҡҡа һуҡтырғанын белгәнгә, ыңғайға һаплай.
– Ир ҡарай белгән нәмәме ал, баламды таҡы-тоҡола йонсотоп тота...
Ну, ошо әсәһе! Ну, ошо бисәләр!
– Әсәй, ҡана мынауыны кейеп ҡара әле! – Зиннәт өҫтәл артынан етеҙ тороп китте лә шыптыр һауыттағы бүләген алып килтереп тотторҙо. Банаттың әле артыҡ оло төҫ инмәгән сырайы шундуҡ яҙылып китте, ҡапты асты. Күпереп торған йылы күкрәксәне ишек яғына алып бара биреп бер һелкте лә “йәлп” иттереп ҡайырып һелтәп, яурынына япты. Кейем тубыҡтарынаса төшөп, мул түштәрен, итләс беләктәрен ҡаплап ятты.
– Әттә-тә! Ҡалай матур булды!
Зиннәт йылмайып ҡарап ҡына торҙо. Әсәйҙе ҡыуандырыуҙан да һәйбәт нәмә бар микән?
– Ҡиммәтме? – әсәһе көҙгө аша һораны.
Зиннәт тағы ла киңерәк йылмайҙы.
– Тегенеңә нимә алдың?
– Уға плащ, - әйтте лә телен тешләне. Тик һүҙ ысҡынғайны инде. Ул осоп сыҡты һәм тура сәпкә барып та тейҙе.
– Плащы бар ҙа инде. Тағы ниндәй быныһы?
– Әсәй, ну, нимәгә инде һиңә... Ниндәй икәнен ҡараманым, интернеттан заказ эшләгән, мин алдым.
– Ҡоторттоң инде, шашты. Ишшыу бәләкәйҙәреңә лә ат хаҡына әллә нимәләр алғанһыңдыр әле, - Банат кәйефе үҙгәреүен һиҙҙерә булып, күкрәксәһен һалып ултырғыс башына элде, кухняға үтте. Зиннәт уның артынан эйәрҙе.
– Әсәй, мин һине ҡотлап китәйем, тип килгәйнем, әйҙә, юҡҡа сыйышмайыҡ әле.
– Ҡыйратҡанһың икән...
Яңынан сәйгә ултырҙылар. Әсәһе сәк-сәк сығарҙы. Зиннәт тағы маҡтай-маҡтай тотондо. Аралары яйланып ҡына киткән кеүек ине, Банат тағы ауыҙын асты:
– Әсәй менән байрам көнөн үткәргән юҡ инде, әсәйҙе яҙа-йоҙа алдаштыра ла китәһең, ҡандай бисә булғанда, бахыр әсәй ни нәмәгә?..
Ҡапҡанын йота алмай ҡалды Зиннәт, ҡарылды, сәсәне:
– Әсә-әй! Нисек арымайһың, ә? Ну, кил һуң үҙең беҙгә, һеҙ икәү-ара һыйыша алмай тип, мин инде нишләйем, ғаиләмде айырайыммы, әсәй?.. Ну, баллар килер төштән һуң, инеп йөрөйҙәр ҙә инде.
– Шул бисәнең алдына сыға алманың инде, - әсәһе, ғәҙәтенсә, тауышын баҫып ҡына игәй.
Зиннәттең ашау теләге һүнде, ул йыйына уҡ башланы:
– Асыуланма инде, әсәй, һеҙ бер-берегеҙгә торорлоҡ ҡатындар, һеҙҙең берегеҙҙең дә алдына сығып булмай. Так что, бында артта ҡарап торған әҙәм - мин генә. Ярай, иртән инермен.
Әсәһе, артынан эйәреп, ишеккәсә килде:
– Бер байрам тип, бөтөн зарплатыңды шуның ҡыуанысына тыҡтың инде, ивет?
Зиннәткә бының кеүекте ишетмәмешкә һалышыуҙан башҡа сара юҡ. Быларҙың барыһын да ысынға ала башлаһа, күптән сәсе ағарған булыр ине.
– Байрам менән, әсәй, ауырыма.
Ысынлап төш етте инде. Кәйефе тамам боҙолған ир, урам араһындағы тығындарҙа көтә-көтә, ярыла яҙҙы. Транспорттың мыжғып ятыуына өҫтәп, бынау бураны! Сығып баҫһаң, йығып алып бара. Хет, ҡушылып ҡотор! Шулай ҙа үҙен ҡулға алырға тырышты. Бөгөн бит байрам, бөгөн ул башына күк емерелеп төшкәндә лә йылмайып торорға бурыслы. Машинаһын ҡуйҙы ла, бер аҙ ғына һауа һулап торғас, өйгә инде. Ғаиләһе торған, торған ғына түгел... Зиннәт иртәнсәк кенә сынъяһау итеп киткән өҫтәленең ҡалдыҡтарына ҡарап ҡалды. Һуң... Ярай, шулай ҙа булһын, ти. Ул бит әле бүләктәрен бирмәгән.
– Ҡыҙҙар! – ир һаман пижамаларҙа көйө диванда телевизор ҡарап аунашып ятҡан ҡыҙҙары эргәһенә үтте. - Бүләктәр кемгә?!
– О-о! Бүләктәр?! Миңә! Миңә! – Дилә дивандан тура атаһы өҫтөнә һикерҙе. Динәһе серле йылмайып ултыра бирҙе. Ошо ҡыҙы хас үҙе кеүек ул. Итен ҡырҡып алһаң да, өндәшмәҫ. Ниндәй хәлдә лә йылмая ла ҡуя.
Һәр кем үҙ бүләген асты. Бәләкәсе - ҡурсаҡ, өлкәне электрон китапты күреп, “сай” итеп ҡалды. Ҡатынының плащын ванна ишегенә элеп китте, уныһы душта икән. Ошоларҙы башҡарғас, йоҡо бүлмәһенә инеп, киң карауатҡа һуҙылып ятты ла күҙҙәрен йомдо. Ярай, ҡалайтып та был көндөң дә яртыһы ауҙарҙы, тағы яртыһын нисек тә...
– Мин һине ҡайтмайҙыр тиһәм, - күҙен асып ебәрһә, плащын кейеп алып, ҡатыны Зиннәт эргәһендәге шкаф көҙгөһө алдында тора. Тә-әк, уның эргәһендәге көҙгөгә килгән икән - тимәк, бәйләнер сәбәбе бар...
– Ҡалай килешә! Тап һинеке булған бит, - тип, ҡапыл ынтылып, ҡатынының биленән алды Зиннәт. Тик тегеһе ҡулына һуҡты:
– Үҙем һайлағанмын бит, килешә инде!
– О-һо! Быныһы рәхмәте инде.
– Мин нишләп кейем өсөн собственный иремә рәхмәт әйтеп торорға тейеш? Был - һинең бурысың!
Туҡта! Стоп, Зиннәт!.. Ҡыҙма! Тыныслыҡ... бары тыныслыҡ.
– Дилара, давай, шаулама. Әйҙә, байрамды боҙма. Берәй ергә барып киләйекме әллә, киноға, кафеға, ә?
– Мин һине әсәйеңдә йоҡлайһыңдыр, тип уйлап өлгөрҙөм инде, бөтөн дәртте һүндерҙең, киноға ҡыҙҙар менән сығам.
Ир кире карауатҡа ултырҙы:
– Әсәйҙе лә ҡотламай булмай. Барҙым да килдем, өйҙәмен бит. Әле башҡаса бер ҡайҙа ла йыйынмайым. Сюрпризымды ашағанһығыҙ, хотя саҡ ҡына мине көтөп торорға була ине, бергәләп ултырһаҡ, йәмлерәк тә инде...
– Ә нишләп һин таңдан әсәңә саптың, ғаиләңде ҡотлап, шунан барһаң булмаймы? Йәки алдан инеп сыға ла ала инең.
Сығырынан сыға барған ир һәр һүҙен ижекләп әйтте:
– Ул - һинең ҡәйнәң, уға ихтирамһыҙ булма, хет, ололоғо өсөн генә лә...
– Уның кеүектәр әле йүгереп эшләп йөрөй, ул нишләп оло булһын? Минең менән һынашып, минең менән ярышып йәшәй. Бына ошо плащты күрһен әле, иртәгә үк шундайҙы ала бит ул.
Зиннәт урынына салҡан йығылды:
– Хоҙайым, мине ошо бисәләрҙән ҡотҡарсәле!..
Ҡатыны икенсе бүлмәлә выжлатып сәс киптерә башланы. Диләһе тағы апаһының бүләгенә талашып ғауға сығарҙы. Яр һалып илай торғас, тәки талап алды, ахыры, тынып ҡалды. Хас әсәһе, былай ҙа булыр икән? Әллә өләсәһе микән? Нисек атайҙар әле бындай холоҡто? Көнсөлмө? Әллә холоҡһоҙмо? Кит, әсәһен, ҡатынын, балаһын улай тип әйткеһе лә килмәй шул. Ә тағы ла шундай берәүҙе үҫтереп алһа, ҡалайтыр был баш? Күтәрә алырмы?..
Зиннәт ҡатыны янына килде:
– Әйҙә, өҫтәлгә ултырып алайыҡ, ҡотлап һүҙ ҙә әйтмәнем бит ҡыҙҙарыма.
Дилара матур иренен салшайтты ғына:
– Беҙгә шул ҡалған һүҙҙәрҙер инде.
Һе, һүҙҙең дә ҡалғаны була икән.
– Уға нимә алып барҙың?
– Күкрәксә, - ир инде ике ҡулын өҫкә күтәрер хәлгә етте, тик язаламаһындар ғына уны.
– Ул күкрәксә менән кофтанан күргәҙмә асалыр инде.
– Хет, магазин асһын, уныһы беҙгә нимәгә? Дилара, ҡуйығыҙ әле шул ғәҙәтегеҙҙе! Дошмандармы ни һеҙ, ә?
– Абба! Унан да шундай сәләмме ни? Мине сәйнәп ҡайтарҙымы?
– Дилара!
– Минән дә шундай уҡ сәләмде алып бар! Почта ҡошо бит һин!
Зиннәт башын эйә биреп, ҡашына бармаҡ остарын баҫып тора бирҙе лә, ҡапыл ишек янына барып, өҫтөнә, аяҡтарына кейҙе. Унан ҡатыны янына кире инеп, ҡолағына эйелеп тигәндәй әйтте:
– Әлеге ваҡытта мин бында ҡала алмайым...
– Әсәйеңә...
– Әсәйҙә лә мөмкин түгел! Һеҙ мине икәүләшеп әпилкә ыуағы итеп бысып бөттөгөҙ! Мин китәм!
Биҙәнеп ултырған Дилара ысынлап аптырап китте:
– Ҡайҙа?
– Теләһә ҡайҙа! Урамға! Подвалға! Йәһәннәм тишегенә! Тик һеҙҙән ҡырға!
Ишектең “шарт” иткәненә өйҙәгеләр һикерешеп ҡалды.

Ниндәй тормош булды был? Кешеләрҙә, ҡараһаң, бер тауыш юҡ һымаҡ. Ә уның өйөндә - көн аша янъял! Әсәһе бер яҡтан, ҡатыны икенсе яҡтан йолҡҡолап-йолҡҡолай. Уларға ваҡыты-ваҡыты менән апаһы килеп ҡушыла. Баштан шулай булдылар. Әллә үҙе урталыҡ ҡуя белмәнеме? Ә ҡайҙа һуң ул урталыҡ? Уға бит уларҙың икеһе лә, хатта өсөһө лә кәрәк, өсөһө лә ғәзиз. Уларһыҙ донъя һанһыҙ. Тик нимә бүлешәләр һуң улар? Унымы? Нисек итеп уны бүлешергә була? Зиннәт бит береһенә - ир, икенсеһенә - ул, өсөнсөһөнә - ҡусты! Аш ашҡа, урыны башҡа. Нисек аңламай шуны был ҡатындар? Әсәһе оло, быныһы йәш, берәүһе тегеләй ҙә, былай ҙа булып белмәй. Әйтеп аңлатып ҡара – бына бөгөнгө кеүек...
Ә буран ҡоторғандан-ҡоторҙо. Ирҙең күңелендәге менән бергә ҡушылып икеләтә көсәйҙе, шашты. Елгә арҡаһын ҡуйып тора торғас, Зиннәттең башына келт итеп бер уй төштө: туҡта, ҡасабалағы гаражына барһын да ятһын әле ул! Унда электр йылытҡысы бар, туңып үлмәҫлек булыр әле. Машина менән сығыу хәүефле, юлда ултырыуы бар, тип уйлап та өлгөрҙө, эре-эре аҙымдар менән тураға ла төштө. Ҡаланы сығып атлай башлағанда, көн эңергә һарҡҡайны инде. Ярай, өс километрҙы ни, ҡараңғыға барып та инер. Ана, алда иптәшкә берәүҙәр сайҡалыша. Буранда унан башҡа ла йөрөгәндәр бар икән. Ир, аҙымдарын ҡыҙыулатып, юлсыларҙы ҡыуып етте. Ҡараһа, гөбөргәйел тиҙлеге менән шыуышыусылар ҡатын менән бала икән. Тапҡандар икәүләшеп кенә сығыр мәл! Зиннәт арттан ҡатындың сумка һабына тотондо, тегеһе ҡурҡып, ҡапыл әйләнеп ҡарайым тигәнсе, ел һуғыуға ҡолап та китте. Ул арала балаһы сар-сор итте:
– Әсәй! Әсәй!
Ир уларҙы тынысландырырға ашыҡты:
– Йә! Йә! Ҡурҡмағыҙ! Мин, ярҙам итәйем, тигәйнем! Миңә лә шул яҡҡа!
Ҡатын һуҙылған ҡулға йәбешеп торҙо, битен ҡаплаған капюшонын күтәрә биреп ҡараны:
– Автобус юҡ бит! Буран тип, туҡтатты ла ҡуйҙылар! Кешене ҡалайта тиҙәр икән!
Зиннәт баш ҡына һелкте лә, баланы етәкләп алып алдан төштө. Шулай апаруҡ атланылар. Унан посадка һыҙығына еткәс, туҡтап, ял итеп алырға булдылар. Артта ҡала биргән ҡатын да, килеп етеп, ағас олонона һөйәлде. Ҡаҡҡылап капюшонын артҡа этеп төшөрҙө. Ниһайәт, юлсыһының йөҙөнә ҡарап алды Зиннәт. Ике сикәһе уттай янып торған йәш ҡатын. Арманһыҙ булып килһә лә, күҙҙәре шаян ҡарап тора. Зиннәттең сикә төктәренә һырыған ҡарҙы һыпырыуын ҡарап, көлөп үк ебәрҙе:
– Арынығыҙмы? Эләкте бит беҙгә бөгөн! – ел шауын еңеп, ҡысҡырышып һөйләшергә тура килә.
– Юҡ! Бирешмәнем! Бына егет кеше генә өшөмәһә! – шулай тине лә малайҙы артына йәшереп ышыҡҡа ҡуйҙы Зиннәт. – Ҡайтып барағыҙмы?
– Эйе! Бөгөн эшләгәйнем шул, пока туғандарҙан улымды инеп алып, аҙыҡ-түлек йыйғансы, буран ҡоторҙо ла китте. Таксилар алмай, автобус юҡ, тағы өйгә ҡайтҡы килә, байрамда кешелә ултырып булмай ҙа инде. Ә һеҙ?
– Мин... Мин дә.
Юлдарын дауам иттеләр. Тырмаша торғас, фонарлы урамдарға килеп инделәр. Һаман бер ыңғайғалар. Килә торғас, төҙөлөп ятҡан өйө тәңгәленә етте Зиннәт, ҡапҡа алдын тауҙай ҡар һалған.
– Миңә ошонда.
Ҡатын тағы капюшонын күтәрҙе:
– Нисек? Унда кеше йәшәмәй ҙә инде!
– Ә һин уны ҡайҙан беләһең? - Зиннәт шаярыуға бороп ҡотолмаҡсы.
– Беләм, сөнки мин ике йорт аша ғынамын. Был өй эшләнеп бөтөлмәгән бит әле, яғылмай. Унда туңып үлергә уйлайһығыҙмы?
– Гаражда йылытҡыс бар. Ғинуар айы түгел бит, буран булһа ла, имшеү...
– Кит, юҡты һөйләмәгеҙ! Әйҙәгеҙ беҙгә, әйҙәгеҙ! Анауындай юл үтеп, хәҙер һеҙҙе, үлдеме-юҡмы, тип уйлап ултыра алмайым инде!
Ҡатын сумкаһын алырға ла уйламай алдан төшөп китте. Йәғни ул хәл итте. Унан бара биреп, һаман ҡарап торған иргә боролдо. Етәгендәге малай ҙа Зиннәткә күтәрелеп, текәлеп тора бирҙе.
– Йә! Тирләгәндән һуң өшөргә тораһығыҙмы?
Ир-егеттәр теләкһеҙ генә эйәрҙе.
Читайте нас: