Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Февраль 2021, 15:15

Йән һаны - 2 (тыуған көндәре –  2, 11, 20, 29)

Ай уларға нескәлек, артислыҡ һәләте, романтизм бирә. “Икеле”ләр тыныстар, изге күңеллеләр. Улар уйлап табыусан, әммә ҡыйыу түгелдәр. Шуға үҙ уйҙарын ышаныслы рәүештә тормошҡа ашыра алмайҙар.

Йән һаны – 2 (тыуған көндәре 2, 11, 20, 29)
Был һан менән Ай планетаһы идара итә
Ай уларға нескәлек, артислыҡ һәләте, романтизм бирә. “Икеле”ләр тыныстар, изге күңеллеләр. Улар уйлап табыусан, әммә ҡыйыу түгелдәр. Шуға үҙ уйҙарын ышаныслы рәүештә тормошҡа ашыра алмайҙар. Уларға яндарында ярҙам иткән, идеяларын бойомға ашырышҡан кешеләр кәрәк.
Айҙың фазалары үҙгәреүе был төркөмгә ҡараусыларға бигерәк тә ныҡ тәьҫир итә. Ҡатын-ҡыҙҙар хис-тойғоларҙың тотороҡһоҙлоғона дусар, депрессияға бирелеүсән.
Әгәр ҙә тыуған мәлендәге картала ай һәйбәт урынлашһа, улар был энергияны ыңғай, яҡшы йүнәлештә файҙалана. Киреһенсә икән, күңел тороштары үҙәгәреүсән була. Был бигерәк тә 20-һендә тыуғандар өсөн хас.
29-ында тыуған кешеләр ярҙамды еңел таба һәм уларға йәшәүе әллә ни ауыр түгел. Улар үҙҙәренең зирәклеге, аҡыл көсө менән айырылып тора. Хеҙмәткә тартылыу, уңышлы булыу хас.
11-ендә тыуғандар көслө рухлылар. Әммә бик нескәләр һәм тиҙ ауырып баралар. Был төркөмгә ҡарағандар яңғыҙ йәшәргә ярата. Әгәр ҙә сәйәсмәндәр икән, улар йәмғиәт структураһын реформалауҙы тәҡдим итә. Яҙыусылар икән, әҫәрҙәрендә яҡшылыҡ, тыныслыҡ өсөн үҙгәрештәргә саҡыралар. Үҙҙәрен башҡаларға эскерһеҙ хеҙмәт итеү өсөн бағышлайҙар.
Нимәләр кәңәш ителә:
Уларға үҙҙәренә ышанырға һәм ҡарар ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк. Ҡарарыңда ныҡлы торорға, башлаған эште тамамларға тырышыу фарыз. Тәрән ерҙә һыу инергә ярамай. Ҡабаланмаҫҡа, медитациялар менән шөғөлләнергә, хәүеф тойғоһонан арыныр өсөн аҡылды контролдә тоторға кәңәш ителә. Йөрәк һәм ашҡаҙан өсөн ярамаған ризыҡ ашамаҫҡа. Кешеләр менән аралашҡанда иғтибарлы булырға. Күмәк халыҡ йыйылған ерҙә улар энергияларын юғалта. Йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланырға, спорт менән шөғөлләнергә, нәфрәт тойғоһонан арынырға, спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә ҡушыла. Ҡыйыулыҡты юғалтырға, тиҙ ғашиҡ булырға, үҙеңде ҡорбан итергә, кемдең дә булһа ярҙамына артыҡ өмөтләнергә ярамай.
Читайте нас: