Завод мөрйәһенән сыҡҡан төтөн кеүек ҡуйы ҡара болоттар эңер төҫөн тағын да нығыраҡ ҡуйыртып үҙ хакимлығына ерҙе ҡосто. Шомло ҡараңғылыҡ... Танау япраҡтарын ҡытыҡларлыҡ дымлы һыуыҡ быу ҙа ер өҫтөнә ҡабаланып төшөп йәйелә һалды. Өҫтөнә еңелсә куртка элгән берәү төнгө лагерь тыныслығын һаҡлап бар территорияны ҡыҙыра. Был — Айсыуаҡ . Ул бөгөн төнгө пост һаҡсыһы. Ул эшләгән, дөрөҫөрәге, уҡыу буйынса үткән хеҙмәт практикаһы урыны — һауыҡтырыу һәм ял лагеры. Тәбиғәте һоҡланғыс был ерҙәрҙең, йәмле Торналы күле генә лә ни тора! Тик төнгө күл матурлығы бөгөн бөтөнләй күҙгә эленмәй,аяҙ айлы төндә өҫкө йөҙө бар күк йөҙөн сағылтҡан көҙгө - күл бөгөн ҡурғаштай болоттар ҡамауында ҡалған. Һауала бары тик көн һыуығына ҡарамай көндөҙ һыу инеп ял иткән кешеләрҙең һаман ҡайтышмай күңел асып, ара - тирә ҡысҡырышҡан, йырлашҡан йә көлөшкән тауыштары ғына ишетелә. Машиналар геүләүе, фар яҡтыһы, һүнмәгән усаҡ осҡондарының күккә осоп сыртлап һүнеүе төн ҡараңғылығына йән өҫтәгәндәй.
Осраҡлы ғына, йә боҙоҡлоҡтарына барып йыш ҡына төркөмө менән йәштәр лагерь биләмәһенә килеп бимазалай. Лагерь үткәүелендәге утты күреп, әллә белмәй, әллә белһәләр ҙә магазин тип уйлап һыра йә тәмәке һорап эҙләнеп килеүселәр байтаҡ. Эскән, ярһыу, ҡайһы саҡ бөтөнләй самаһыҙ агрессив кешеләр менән йөҙгә -йөҙ осрашырға тура килә вожатый- һаҡсыларға. Тәүге осорҙа үҙҙәре лә балалыҡтан яңы сыҡҡан студенттарҙы баҫып алған ҡурҡыу хәҙер юҡҡа сыҡты, өйрәнделәр.
Айсыуаҡ күҙенә төйөлгән йоҡоно нисек тә ҡыуырға тырышып эргә -тирәһен ялп -йолп ҡарап күҙ уңынан үткәреп йөрөп алды. Ваҡыт та ҡарышҡандай яй үтә . Кеҫәһенән телефонын сығарып интернет киңлеген айҡап сыҡҡан булды, ҡолаҡсынын кейеп йыр ҙа тыңлап ҡараны, тик ваҡыт бәйләп ҡуйылғандай һис ыратып алға шылманы.
Өсөнсө заезд өсөн һауа торошо бигерәк отошһоҙ булды. Тәүге ике саҡырылышта балалар күлдә һыу инеп ҡыҙынып уйнап кинәнһәләр, был балалар тик корпус эсендә генә уйнарға мәжбүр. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар, иртәле -кисле төшкән ҡаты ҡырау һыуығы ла шыҡырайтып эскә — бинаға ҡыуа. Хәйерсегә ел дә ҡаршы тиҙәр бит, ысындыр күрәһең. Яҙмыш тарафынан ҡаты һыналған балаларҙан ғына торған был заездға тәбиғәт тә ҡырыҫлығын күрһәтә. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, ҡарауға алынған, үкһеҙ етемдәр генә шул был заезда. Ҡарап тороуға шул уҡ балалар һымаҡ ул улар, тик ҡылыҡтары ҡайһы саҡ үҙҙәрен айырып ҡарарға мәжбүр итә. Ваҡыты- ваҡыты менән бер урынға текләп тын ҡалған егет - ҡыҙҙарҙы ҡуҙғатып уйнатып, уятып алыуы ла ауырыраҡ. Һәр һүҙҙе үлсәп, күңелдәрен яраламай ғына яйын -йүнен табырға тырыша вожатыйҙар. Өҫтәл ризыҡтан һығылып , ураған һайын ашатып торһалар ҙа, кеҫәләренә икмәк һалып сыҡҡандар, бүлмәһенә ризыҡ ташып яҫтыҡ аҫтын тултырғандар байтаҡ. Бер кәрәге теймәҫен белеп тә эйәһеҙ ятҡан нәмәне тиҙерәк йәшереү яйын күрә берәүҙәре. Вожатыйҙар тамаҡ ялғағансы ғына ике бала ике һум аҡса өсөн йөҙ йыртышып һуғышҡандар бер көн. Аҡсаның инәүе бармы инде, минеке ти ҙә ҡуя һәр икеһе. Айсыуаҡ ошо малайҙарҙың икеһен дә яраштырыр өсөн кеҫәһенән тинлектәр сығарып таратты.
Директор әйтмешләй, "особый" балалар улар. Лагерь тормошо оҡшаһа ла тәрбиәселәрҙең нервы ныҡлығын һынарға яратҡан ут кеүек малайҙар ҙа бар. Уҙған йыл заезд аҙағында корпустан сығып ҡасып, автостоп менән туғандары йәшәгән ауылға ҡасып киткән малайҙар быйыл да этлек уйламай тип бер кем гарантия бирә алмай. Шуға ла үтә оло яуаплылыҡ төнгө пост һаҡсыһы иңендә. Айсыуаҡ аңлай, йоҡламай намыҫ менән таң яҡтыһынаса уяулыҡ һаҡлай.
Корпус коридорында ара -тирә бәҙрәф ишегенең сыйнап асылып ябылыуы, тыҡ- тыҡ килеп тәрбиәсе апайҙың бүлмәләр буйлап тикшереп йөрөүе төнгө һауала яңғырап әллә ҡайҙа йөрөп ятҡан Айсыуаҡ ҡолағына сағылып ҡуя. Август төнө һалҡын, һелкендереп тәнен һыуыҡһыта ла башланы. Ихласлап үҙенең был тирәгә һаҡсы икәнен белгертеп Айсыуаҡ ҡысҡырып тороп ике - өс рәт бышҡырып ҡуйҙы. Әллә ошо бышҡырыу ҡанын шәбәйттеме, йылы йүгергәндәй булды тәне буйлап.
Төнгө өс.
Корпус ишеген һаҡ ҡына асып кемдер тупһанан төштө. Айсыуаҡ томанланған кеүек күҙен ышҡып, айырыуса иғтибар менән текләп яй ғына атлап барыусы яғына атланы.
— Эй, һин ҡайҙа?
—
--Эй -эй! Туҡта тием бит!
— Айсыуаҡ Азатович, мин был - Ислам. Өсөнсө отрядтан.
— Ислам? Ә ҡайҙа юл алдың әле, төнө менән? Лагерҙа икәнеңде оноттоңмо әллә?
— Ағай, беләм лагерҙа икәнемде. Йоҡом килмәй, тынйыу һымаҡ. Тәҙрәнән тышты күҙәтеп ултырҙым төнө буйы былай ҙа. Мөмкинме һеҙҙең менән?
— Ислам! Директор йә воспитка белеп ҡалһа баштан һыйпамаҫ бит!
— Пажалуста Айсыуаҡ ағай? Мин шым! Көн яҡтырғас та йүгерәм урыныма, йәме?
Айсыуаҡ бер аҙ малайға ҡарап йылмайып торҙо. Нимә тиергә? Ысынлап та "үрҙәгеләр " белеп ҡалһа ҙур ғауға, оло һүҙ итәсәктәр бит инде. Малай ҙа йәл, ысынлап та йоҡоһо юҡтыр шул. Арытып уйнатып булмай, койка араһында ғына сыр -сыу киләләр ҙә йоҡларға яталар. Уның һымаҡ саҡта Айсыуаҡ лагерҙа бикле ятманы, атаһы менән арманһыҙ булып талып көтөү көтөшөп бесәнгә йөрөштө.
— Айсыуаҡ Азатович? Рөхсәт итегеҙ инде?!
— Ярай Ислам, тик ҡара уны, бөгөнгә генә. Ике, әй юҡ, сәғәт ярымдан вжыйт!- Айсыуаҡ Исламдың отряды урынлашҡан корпус яғына төртөп күрһәтеп ҡуйҙы.
— Әлбиттә! Рәхмәт Айсыуаҡ ағай!
Айсыуаҡтың алдына төшөп биләмә буйлап атлауға төштө Ислам. Берәүҙән икәү яҡшы, Айсыуаҡҡа бер аҙ күңеллерәк тә булып китте. Ҡарап тороуға крутой ғына ҡала малайына оҡшап торған Исламды был заезд балалары төркөмөнә индерерлек тә түгел. Текә генә прическаһы, кейгән спортивкаһының да ҡиммәтле фирменный булыуы сәйер тойола. Яңылыш ҡына етемәктәр араһына төшкән бай малайы кеүек ул. Айсыуаҡ бөгөн генә түгел, арыуыҡтан иғтибар итте ул уға. Ҡорһаланып ризыҡҡа ла йоғонмай, кеҫәһенә икмәк тә һалып ашамай, уйнағанда ла ихлас, көлә - шаяра һымаҡ, ә таланттар эҙләү конкурсында тальян гармун уйнатып йыр һуҙып бар вожатыйҙарҙың иҫен китәрҙе. Күптәр уны урыҫ милләтенән тип русса һүҙ ҡушһа, ул башҡортса йырлап өндәрен тыҡты. Тәненә ит йоҡмаған ҡураныс үҫмер уҙа барһа ун өс йәштәр тирәһендәлер.
Тын ғына эйәртенешеп йөрөп булмай бит инде, Айсыуаҡ та һүҙ башлаған булды:
— Ислам, һин матур йырлайһың. Моғайын берәй түңәрәккә йөрөйһөңдөр инде, -тигән булды.
Атлап барған еренән Ислам боролоп йылмайып туҡтаны. Ҡурғаш болоттар ҡаплаған күкте яҡтыртып маташҡан урам уттары яҡтыһында малайҙың тигеҙ тештәре һәм күҙҙәре генә ялтырап күренде.
— Айсыуаҡ ағай, мин бит музыкаль мәктәптә шөғөлләнәм.
— Әәә, бик яҡшы. Талант бар һиндә малай, берәй әртис булып китһәң беҙҙе танымаҫһың да әле бер ҡасан, - Айсыуаҡ һаҡ ҡына малайҙың яуырына ҡағып көлөп ҡуйҙы.
— Ҡайҙааан, -малай оялғандай булып башын баҫты.
— Аяҡ талып китте бит әле Ислам, әйҙә анауында, запасной выход яғындағы эскәмйәлә ултырып торайыҡ, - Айсыуаҡ малайҙың арҡаһынан еңелсә этеп эскәмйәгә ымланы.
Ултырҙылар. Тик һүҙҙәре һис берекмәне. Йыш йыш уфтанған малай ниҙер әйтергә теләгәндәй берсә Айсыуаҡҡа, берсә ҡараңғы төн төпкөлөнә күҙен терәне.
— Ислам, һиңә бында оҡшаймы?- Айсыуаҡ һорауы менән малайҙы бер аҙ һиҫкәндерҙе.
— Э- э- ййе!-тотлоҡҡандай сыҡҡан өн шуның менән өҙөлдө.
— Ә һин үҙең ҡала малайымы?
Айсыуаҡ һораны ла, ҡайҙан һораған көнгә төшөп үртәлде. Малай башын баҫып ике тубығы аҫтынан ерҙе текләне. Әллә ҡала малайы булыуы өсөн үкендеме ул, әллә ҡайҙан булыуын теүәл белмәйме икән был тип уйлап өлгөрҙө эстән Айсыуаҡ.
Тынлыҡ. Ашҡаҙанының аш һорап тауышланып тороп ғорҡ итеүенә уңайһыҙланып урынынан ҡыбырлай биреп ҡуйҙы Айсыуаҡ.
— Ағай, мин тыумышым менән Илсеғолданмын бит,- беләһеңме шул ауылды тигәндәй ҡараш һораулы текәлде ағай кешегә.
— Илсеғол? Һуң бит...- Айсыуаҡ әйтерен әйтеп бөтә алмай, малайҙың ҡарашына эләкте.
Бер аҙ алға эйелә биреп ултырғас, Айсыуаҡ Исламдың яуырынан ҡосоп уҡ алды.
— Ислам, ғәфү ит, һуң ул ауыл бит күптән юҡ...
— Беләм, тыуғанмын шунда, олатай - өләсәм йәшәгән элек, атай - әсәйем йәшәгән, бәлким ҡәберҙәре лә шундалыр инде...- башын һәлендергән малайҙың тел төбөн тамам аңланы Айсыуаҡ. Тимәк Ислам да үкһеҙ етем, уллыҡҡа алынған...Үҙәген өҙөп әрнеү өттө Айсыуаҡтың. Ҡуйынына һыйынып ултырған малайҙың хәлен нисек еңеләйтергә, йыуатырлыҡ ниндәй һүҙ табырға белмәй баҙап ҡалды егет. Теле телгә йоҡмай тытылдап торған бытыйҙы ла телдән яҙҙырыр был етемлектең әсе хәсрәте.
Ислам башлап тынлыҡты өҙҙө :
— Илсеғолға яҡын тирәнән берәйһен осратһам бәлким тип уйлағайным. Бер кем юҡ. Был лагерға килеүем дә шуның өсөн генә ине, - малай ҡарашын күтәреп төн ҡараңғылығына текләне.
— Ислам, беләһеңме нимә, мин бит Илсеғолға күрше генә ятҡан ауылдан.
Исламды был хәбәр ҡыуандырҙы буғай, еңел генә Айсыуаҡтың ҡуйынынан ысҡынып тороп уҡ баҫты:
— Ысынмы Айсыуаҡ ағай?!
— Ысын шул!
Өмөт осҡоно сағылды малайҙың күҙҙәрендә.
— Ағай, ярҙам итһәгеҙсе миңә?
— Нисек?
Ислам ауыр уфтанып кире урынына ултырҙы.
— Айсыуаҡ ағай, мин үҙ атайым һәм әсәйемде бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Белмәнем мин үҙемдең үкһеҙ етем икәнлегемде. Әйтмәне әлеге әсәй тигән кешем һәм атай тип атағаным, - тыңлайһыңмы һөйләйем тигәндәй, теле асылды малайҙың. Сүгәләп ултырып, Айсыуаҡтың ара тирә күҙенә ҡарап хәбәрен теҙҙе : —- Бер көн атай эштән ҡабалан ҡайтып инеп ниндәйҙер документтарын эҙләп бер булды. Иҙәнгә арыуыҡ ҡағыҙҙарын ауҙарып, кәрәген эҙләп тапҡас атай миңә йыйыштырырға ҡушып эшкә ҡабаланды. Икенсе класта уҡый инем ул мәл. Ҡулыма бер ҡағыҙ эләкте, унда минең исем шәрифем, көткән атайым әсәйем исеме, һәм мине тыуҙырған әсәйем атайым фамилиялары бар ине.
Шаңҡып ҡалдым, балалыҡ менән аңыма ла әллә ни барып етмәгәндер инде. Ҙурайған һайын уйлана төштөм. Бәлким бөтөнләй онотолор ҙа ине, осраҡлы ғына бер иртәлә талаш шаһиты булмаһам. Мине йоҡлай тип уйланылар инде. Атай тигән кешем : "бар коллектив белә минең улым түгел икәнлеген уның, әйттем бит алмайыҡ тип, еңмешләнә инең үҙебеҙгә оҡшай ул тип, оҡшаны ти оҡшамай ней. Булмағас булмаһын да ҡуйһын ине"- тине.
Әсәй ҙә шым ҡалманы. "Үҙ туғанымдың балаһын нисек балалар йортона алып барып тапшырайым, әсәй шулай фарман бирҙе бит"- тип аҡланды.
Йоҡлағанға һалышып кире юрған аҫтына сумдым. Туйғансы иланым, үҙ әсәйем үҙ атайым ҡайҙа икән, нишләп мине быларға биреп киттеләр тип уйлап уйҙарым осона сыға алманым.
Бер нисек тә күҙҙәренә ҡарап дөрөҫөн һорай алманым. Эстән генә үҙ ғәзиздәремде табыу юлын эҙләй башланым, - Ислам башын ҡалҡытып тыңлаусы ағаһының иғтибарын - аңлауын һорағандай ҡарап ҡуйҙы — ағай, мин бит бында атай әсәйемдең эҙҙәрен эҙләп килдем. Тере түгелдәрҙер ул, күңелем нишләптер шулай һиҙенә, ташламаҫ ине мине улар, - Ислам джинсовкаһы еңе менән битен ҡапланы.
Айсыуаҡ ни тиклем үҙен ҡатҡыл тотоп ҡарамаһын, биреште. Бите буйлап аҡҡан ике юлаҡ тамсыға ирек биреп, тубығына тиңдәш сүгәләгән Исламдың башын ҡосаҡланы...