Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль 2021, 18:30

Үҙ телеңде беләһеңме?

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова кеүек Хөкүмәт вәкилдәре лә үҙ белемен тикшерҙе.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телендә халыҡ-ара диктант уҙҙы.
Сара бер нисә ерҙә: Өфөнөң Милли музейында, БДМУ, БДПУ кеүек уҡыу йорттарында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте, Тәтешле районында - удмурт, Мишкәлә мари телендә диктант яҙҙылар. Республика буйлап үҙҙәренең тел буйынса белемдәрен тикшереп ҡараға теләгәндәр онлайн тәртиптә ҡушылды.
Милли китапханала Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова кеүек Хөкүмәт вәкилдәре лә диктант яҙҙы.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романынан өҙөк яҙҙырҙы.
Читайте нас: