Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль 2021, 22:00

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айгиз Баймөхәмәтов бөгөн арабыҙҙа юҡ”

Беҙҙә хәҙер Айгиздең китабын бүләк итеү оло мәртәбә һанала.

Яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре бөтә төрки донъяһына тиерлек таныш. Кисә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында авторҙың ҡаҙаҡ телендә нәшер ителгән “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ”, “Урам балалары” китаптарының исем туйы үтте. Әйткәндәй, был әҫәрҙәр һуңғы дүрт йылда Алматыла рус һәм ҡаҙаҡ телдәрендә бер нисә тапҡыр донъя күрҙе һәм тиҙ арала һатылып бөттө.
Осрашыу бик йәнле үткән. Был хаҡта яҙыусының әҫәрҙәрен тәржемә иткән шағир Саят Ҡамшыгер: “Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу беҙҙә ҙур байрамға әүерелә. Балалар ғына ғына түгел, өлкәндәр ҙә уның китаптарын күпләп һатып ала. Беҙҙә хәҙер Айгиздең китабын бүләк итеү оло мәртәбә һанала. Был сараға ла ентекле әҙерләндек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяла килеп тыуған пандемия арҡаһында автор арабыҙҙа була алманы. Шулай ҙа байрам юғары кимәлдә барҙы”, – тип хәбәр итте.
Читайте нас: