Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2021, 19:01

Газ терапияһы. Флүр Ғәлимов

Ҡалала, химия заводында аппаратсы булып эшләгән Сәғит Кәримовтарға ауылдан ҡунаҡ килеп төштө. Ул һиге­ҙенсе класта уҡып йөрөгән ҡәйнеше ине.– Яҙғы каникул башланғас бер-ике көн өйҙә торҙом да һеҙҙең хәлегеҙҙе белергә килдем, – тине ул ауыҙын йырып.– Бик яҡшы, әйҙүк, сисен, – Сәғит ҡәйнеше менән кү­реш­кәс, улар урта бүл­мәгә үтте.Ауыл хәлдәрен һорашып сәй эскән, унан һуң телеви­зорҙан хоккей ҡараған арала Сәғиткә эшкә китергә ваҡыт та еткән икән. Ул кейенә башланы.– Төнгә ҡаршы ҡайҙа йы­йынаһың, еҙнә? – тип ҡы­ҙыҡ­һынды Илмир.

Ҡалала, химия заводында аппаратсы булып эшләгән Сәғит Кәримовтарға ауылдан ҡунаҡ килеп төштө. Ул һиге­ҙенсе класта уҡып йөрөгән ҡәйнеше ине.
– Яҙғы каникул башланғас бер-ике көн өйҙә торҙом да һеҙҙең хәлегеҙҙе белергә килдем, – тине ул ауыҙын йырып.
– Бик яҡшы, әйҙүк, сисен, – Сәғит ҡәйнеше менән кү­реш­кәс, улар урта бүл­мәгә үтте.
Ауыл хәлдәрен һорашып сәй эскән, унан һуң телеви­зорҙан хоккей ҡараған арала Сәғиткә эшкә китергә ваҡыт та еткән икән. Ул кейенә башланы.
– Төнгә ҡаршы ҡайҙа йы­йынаһың, еҙнә? – тип ҡы­ҙыҡ­һынды Илмир.
– Һин, ҡәйнеш, егет кеше лә инде хәҙер, төндә ҡайҙа бар­ған­дарын үҙең белергә тейеш­һең. – Сәғит бер кү­ҙен мут ҡына ҡыҫып алды.
Аптырағанын күрһәтеп Ил­мир­ҙың ауыҙы асылды. Ул апа­һына һораулы ҡараш менән төбәлде.
– Эшкә бара еҙнәң, бөгөн уға төнгө сменаға, – тине апаһы көлөмһөрәп.
Рәхәтләнеп шарҡылдап көл­­гән­дән һуң Илмирҙың тү­ңәрәк йөҙөндә ниндәйҙер фекер сағылды. Көттөрмә­йен­сә ул уны әйтеп тә һалды:
– Мине лә алып бар әле, еҙнә...
Көтөлмәгән үтенестән аптырап ҡалған Сәғит маңла­йын йыйырып бер аҙ уйланып торғандан һуң:
– Ҡуй, ҡәйнеш, этләнеп йө­рөмә, лутсы рәхәтләнеп йоҡ­ла, – тине.
– Барам инде, еҙнә-ә, завод та завод тиҙәр, күргем килә шуны...
– Ҡуй әле, туғаным, еҙнәңдең башын әйләндер­мә. Йүнле кеше төндә рәхәт­ләнеп йоҡлай ул, – тип асыу­ланғандай итте апаһы.
Ләкин Илмир ҙа бөтә төп­сөктәр кеүек иркә, үҙһүҙле холоҡло шул:
– Барам инде-е, мин быйыл һигеҙҙе бөткәс ГПТУ-ға уҡыр­ға киләм, ә унда завод эшсе­ләре әҙерләнгәндәрен белә­һегеҙ. Шулай булғас, күрергә тейешме мин заводты, юҡ­мы?!
Сәғит ҡатынына: «Нишлә­тергә инде был малайҙы?» – тигәнде аңлатып ҡараны ла:
– Алып барайыммы әллә? – тине.
«Ебәрмәһәң үсегә бит инде был малай... Һәм иртәгә үк ҡайтып китәсәк», – тип уй­ла­ғандан һуң апаһы ризалығын белдереп ҡулын һелтәне. Был мәлде түҙемһеҙләнеп көтөп алған Илмир шатлығынан үрә һикерҙе лә ҡабаланып кейенә башланы.
Троллейбуста туҡталыш һа­йын тиерлек: «Етәбеҙме әле?» – тип тәҡәтен ҡоротоп бөттө малай еҙнәһенең! Юл оҙон ғына ине шул – заводҡа ҡәҙәр ун бишләп туҡталыш.
Ниһайәт, барып еттеләр. Уңай­лы урындан завод ҡой­ма­­һына үрмәләнеләр ҙә эскә һикерҙеләр.
Завод Илмирға әкиәттәге аждаһа булып күренде. Тик был аждаһа күпкә ҙурыраҡ, ғәй­­рәтлерәк икән. Әкиәттә ғиф­риттәр ун ике башлы була. Ә бының улай ғына түгел. Етмәһә, һәр ҡайһыһы тирә-яҡҡа өҙлөк­һөҙ ут, ҡап-ҡара төтөн урғыта.
Әйтерһең, ғәйәт ҙур завод-аждаһа проходнойҙарҙан үҙе­нә ағылған кешеләрҙе йотоп тора. Үҙе нимәгәлер асыуланып ҡо­лаҡтарҙы ярырлыҡ итеп өҙ­лөкһөҙ ажғыра...
Илмир хатта туҡтап ҡалды. Ҡәйнешенең хәлен аңлап мыйыҡ аҫтынан ғына йыл­майған Сәғит: «Әйҙә, әйҙә», – тип уның еңенән тартты.
Кейемдәрен алыштырған­дан һуң Сәғит менән Илмир цехҡа табан атланы.
Унда уларға беренсе булып мастер осраны.
– Был кем була? – Ул үҫмергә ишараланы.
– Минең ҡәйнеш. Завод күр­гем килә тип ялбарғас, алып килдем инде, – тип аңлатты Сә­ғит йылмайып.
Сәғит ҡәйнешен цех буйлап йөрөтә, күрһәтә, аңлата. Тик үҫмер әлегә уны аңлар, тың­лар хәлдә түгел. Шулай ҙа Илмир үҙенең ҡаушап ҡалы­уын еҙнә­һенән йәшерергә маташа: газ еҫенән ауыҙ-танауын бик сирмаҫҡа, туҡ­тауһыҙ үкергән аппараттар­ҙан ҡурҡмаҫҡа тырыша. Бына ул һаҡ ҡына өҫкә ҡараны ла аптыраған тауыш менән һорау биргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды:
– Еҙнә, анау зәп-зәңгәр нимә ул?!
– Нимә булһын, газ... Был бит һиңә макарон фабрика­һы түгел... – Әҙерәк торғас, ул әсенеп өҫтәп ҡуйҙы: – Ҡо­ролма иҫкергән шул, шуға газды күп сығара.
Үҙенә беркетелгән аппа­рат­­тар­ҙы ҡарап сығып, смена журналына нимәлер яҙ­ғас, Сәғит ҡәйнешен эйәр­теп, цехтан ситтәрәк урын­лашҡан тә­мәке тартыу бүл­мәһенә йү­нәлде. Тышта ла газ еҫе аңҡып тора ине. Тик быныһы цех эсендәге кеүек түгел, башҡа төрлөрәк. Ке­ше­гә йоғонтоһо ла башҡа­сараҡ: тамаҡты ҡытыҡлап өҙлөкһөҙ йүткертә. Илмир­ҙың кәйефе юҡ, өндәш­мәй генә кәшкелдәй-кәш­келдәй арттан һөйрәлә. Тә­мәке тартыу бүлмәһендә унлап эшсе тәмәке көйрәтә. Береһе тәмләп кенә һөйләй:
– Беҙҙең заводтан берәү отпускыһын ял йортонда үткә­­рергә булған. Автобусҡа ултырып иҫән-һау ғына барып еткән. Ял йорто шундай сәх­рәлә урынлашҡан, ти: йәшел урман, эргәлә генә йылға аға, һауа саф...
Яҡташыбыҙ автобустан төш­кәс, тирә-яғына хайран ҡалып ҡарап торған-торған да һуш­һыҙ булып тәгәрәгән дә кит­кән. Ярай, бәхетенә ҡаршы, да­уахана янында йығылған.
Табиптар йүгерешеп килеп сыҡҡан да ауырыуҙы төрлөсә ҡыландыралар икән, тик бер нәмә лә килешмәй ти тегеңә – һушына килтерә алмай­ҙар. «Нишләргә?» – тип аҙап тор­ғанда береһе ауырыуҙың ке­ҫәһенән күренеп торған паспортын алып ҡараған да, шатлығынан ҡысҡырып уҡ ебәргән:
– Эврика!!! Был бәндә бит Стәрлетамаҡтан, илтеп һалы­ғыҙ үҙен анау эшләп ултырған машинаның глушителе аҫ­тына!
Табиптар меҫкенде машина аҫтына йүгертеп илтеп тә һалған. Глушителдән сыҡҡан газ йәншишмә кеүек тәьҫир иткән бахырҡайға: уны бер аҙ һулағас, һикереп тороп уҡ ултырған.
Табиптар уға бүтән төрлө дауалау ысулдары менән бер рәттән, көнөнә берәй сәғәт машина глушителенән сыҡ­ҡан газдарҙы һуларға ҡушыр­ға мәжбүр булған.
Иптәштәре дәррәү көлө­шөп алғас, эшсе һүҙен дауам итте:
– «Эврика!!!» – тип ҡысҡыр­ған теге табип юғалып ҡал­маған, ти. Үҙенең асышын фән­ни рәүештә раҫлап диссертация яҙған да, уны уңышлы яҡлаған. Оҙаҡламай ул медицина фәнендә өр-яңы йүнә­леште лә башлап ебәр­гән. Исемен дә тапҡан ти был йүнә­лешкә – газ терапияһы!
Беҙ, немойҙар, бығаса бер ни белмәгәнбеҙ икән. Газдар бит кеше организмына биге­рәк тә файҙалы, ти: уны әллә нисә төрлө витаминдар ме­нән туҡ­ландыра, дауалай икән. Шулай булмаһа, шул ҡәҙәре хим­завод­тарҙы тө­ҙөрҙәр инеме ни? Ә халыҡ һаулығы – ил байлығы! Ниңә уны мага­зиндарға ит, колбаса, балыҡ, май тултырып ҡур­ҡыныс аҫ­тына ҡуйырға, ҡаҡшатырға? Ит ҡартайта, ашҡаҙанға ауыр була, ба­лыҡтың һөйәге тамаҡҡа тороуы ихтимал, май һимертә. Ғөмүмән, улар зарарлы.
Лутсы урамға сығаһың да, күкрәгеңде киреп тороп, үп­кә­ләреңде тултырып-тултырып га-аз һулайһың. Тейешле вита­миндарыңды, калория­ларың­ды, дауаңды алғас, фатирыңа инәһең! Кәрәк булһа, фор­точкаңды асып, добавка ала­һың!
Уйлап ҡараһаң, күпме фай­ҙа, экономия! Теге табиптың исемен тарихҡа алтын хә­рефтәр менән яҙырлыҡ бит!
Беҙҙең илдә таланттар юғала буламы ни инде. Та­биптың асышын бик юғары баһала­ғандар, ти: академик исеме биргәндәр, эксперименттар үткәрергә ҙур-ҙур ла­бора­ториялар ойоштор­ған­дар. Кемерово өлкәһе, Татарстан, биге­рәк тә Башҡор­тостан акаде­мик­тың иң шәп эксперименталь лабораториялары икән. Уларҙы тағы ла киңәйтергә уйлайҙар ти әле. Әлбиттә киңәйтәсәктәр – беҙҙә бит бөтәһе лә халыҡ өсөн! Был ғына етмәгән, дауаны, калория­ларҙы оҙаҡла­май кешеләргә һыу менән бергә бирә баш­лайҙар, имеш. Проекты гидрофенолизация тип атала, ти. Кеше тураһында бындай хәс­тәр­лек беҙҙең илдә генә бу­лырға мөмкин!
Эшселәр һүлпән генә кө­лөшөп алды.
Иртәнге сәғәт дүрттәрҙә Сәғит ҡәйнешен бытовкаға алып барҙы ла, фуфайкалар­ҙан ятырға урын әтмәләп, йоҡларға һалды.
Бөгөн смена тыныс ҡына үтте. Бына сәғәт иртәнге һи­геҙҙе лә һуҡты. Алмашсыһы килгәс, Сәғит уға эш урынын тапшырҙы ла бытовкаға китте.
Илмир йоҡлай ине әле. Еҙ­нәһе уятҡанда һаташып әллә нәмә мыңғырҙай: «Аждаһа, мин һинең баштарыңды сабып өҙәм!» – тиме?
«Һи, бала-саға, һаман әкиәт әле башында», – тип уйланы Сәғит.
Улар душҡа инеп йыуынды ла, кейенгәс, троллейбус туҡ­талышына ашыҡты.
– Шунан, ҡәйнеш, оҡшаны­мы завод? ГПТУ-ны бөткәс беҙгә эшкә киләһеңме? – тине Сәғит хәйләкәр йылмайып.
Алдан йүгереп ултырған Илмир шып туҡтаны ла ҡы­ҙарған күҙҙәрен еңе менән ышҡып алғандан һуң:
– Ике аяғымдың береһен дә баҫмайым! Ай һайын аҡ­саны ҡапсыҡлап бирһәләр ҙә кил­мәйәсәкмен заводығыҙға! Лутсы мин ауылда ҡалам, – тине. Ауылын телгә алғанда йонсоған һытыҡ йөҙө яҡты­рып китте.
Читайте нас: