Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2021, 12:40

Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың 2-се һаны донъя күрҙе

Баҫманың был һаны ла уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын.

"Бына инде 21 йыл буйы үҙ-үҙемде ғазаплап, эстән янып көн итәм. Ҡатын-ҡыҙ бәхете өмөт итеп кейәүгә сыҡтым да бит, тик ул миңә насип булмаған икән. Юҡ, ирем - һәйбәт кеше ул, ике тиҫтәнән ашыу йәшәү аралығында ауыр һүҙ ҙә әйткәне юҡ. Ул яҡтан уңдым, тик үҙ-үҙеңдән генә ҡасып булмай икән. Күңелдә йәшеренгән серем тамуҡ уты кеүек йәнде яралап, матур тормошомдоң матурлығын татырға ирек бирмәй..." Ана шулай йөрәк сере менән уртаҡлаша Б.районынан Әлфиә Иштуғанова. Был ханымды ниндәй сер ғазаплай? Быны "Шоңҡар" журналының яңы сыҡҡан 2-се һанында "Ирем алдында ғәйеплемен" тигән яҙманан уҡып белә алаһығыҙ.
Баҫманың был һаны ла уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын. Журналда мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр, фәһем бирерҙәй, уйға һалырҙай мәҡәләләр донъя күргән. Тышлыҡтың тәүге битен БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының уҡыу алдынғылары биҙәһә, дүртенсе биттә – Туймазы ҡалаһынан алтын ҡуллы егет Ғәзим Бикбулатов.
Читайте нас: