Шоңҡар
+16 °С
Дождь
Общие статьи
22 Февраля 2021, 15:00

Ысын лидер булайым тиһәң... туған телеңде өйрән!

"Шоңҡар" журналының февраль һаны тышлығын БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы һәм факультеты студенттары биҙәй. Алдынғы студенттарҙың береһе Урал ТАҺИРОВ менән таныша торайыҡ.

Буласаҡ филологтар араһында ир-егеттәр күп түгел. Әммә һан яғынан аҙ булһалар ҙа, уҡыуҙа ла һынатмайҙар, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем улар. Беҙ, ҡыҙҙар, йыш ҡына берәү булһалар ҙа, берәгәйлеләр бит ул, тип уларҙың һәр эшенә һоҡланып ҡына торабыҙ. Бөгөн һеҙҙең менән таныштырасаҡ төркөмдәшебеҙ Урал ТАҺИРОВ БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының Бин 31 төркөмөндә уҡыусы һәр яҡлап булдыҡлы, тырыш егет.
Наҙгөл: Урал, ниндәй хыялдар менән янаһың?
Урал: Бәләкәйҙән билдәле артист булып, театр сәхнәләрендә, радио, телевидениела сығыш яһарға хыялландым. Бала саҡ хыялдарым ысынында тормошҡа ашырмы, юҡмы, әлегә әйтә алмайым, әммә мин һаман да улар менән янып йәшәйем.
Сулпан: Үткән йыл, деканыбыҙ Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева етәкселегендә факультеттың шиғри театры барлыҡа килде. Һиңә шиғри театрҙа сығыш яһау оҡшаймы? Унда Рәшит Назаровтың образын уйнау ауыр булдымы?
Урал: Үҙем яҙып ҡарағаным булмаһа ла, шиғырҙар һөйләргә яратам. Шуға шиғри сәхнә күңелемә яҡын. 2019 йылда Рәшит Назаровтың тыуыуына 75 йылға арналған хәтер кисәһендә шағир образын кәүҙәләндереү бәхете тейҙе. Аяуһыҙ яҙмышҡа дусар булған әҙиптең үҙенсәлекле шиғырҙарын бөтә күңелем аша үткәреп һөйләнем, үҙемде ысын шағир итеп тойҙом. Һуңынан Рәшит Назаровтың тотош ижадын уҡып сыҡтым. Уның әҫәрҙәре миңә тормошто башҡа күҙлектән ҡарап аңларға ярҙам итте, тип уйлайым.
Наҙгөл: Был донъяла беҙгә барыһы ла оҡшамаҫҡа ла мөмкин, ә һин унда нимәне үҙгәртер инең?
Урал: Донъяла мин, иң беренсе сиратта йәш быуындың белемгә, китапҡа, дөйөм алғанда, мәҙәниәткә булған ҡарашын үҙгәртергә теләр инем. Хәҙерге заман балаларының үҙ телендә китап уҡымауы, шул сәбәпле башҡортса һөйләшә лә белмәүҙәре мине хәүефкә һала. Күп башҡорт ғаиләләрендә ата-әсәләр балалары менән русса аралаша. Күптәренең үҙ телендә һүҙ байлыҡтары бик ярлы, һөйләү телмәрҙәре үҫешмәгән. Үҙ телендә фекерләй алмаған, һөйләй белмәгән кешенән ниндәй лидер сыҡһын? Халҡы, иле өсөн янып торған шәхестәр үҫеп етмәһә, илебеҙ кемдәр ҡулына ҡалыр? Бына ошо һорауҙар мине борсой, хафаға һала...
Наҙгөл: Дуҫлыҡҡа нисек ҡарайһың?
Урал: Дуҫтарға килгәндә, улар күп түгел. Дөйөм ятаҡта йәшәмәгәнгәме икән, бергә уҡыған курсташтарым менән дә аралашыу уҡыу барышында ғына бит. Мәктәп йылдарынан уҡ Гөлдәр исемле класташым менән дуҫлашып йөрөйбөҙ. Уның менән беҙҙең уй-маҡсаттарыбыҙ, теләктәребеҙ, тормошҡа ҡарашыбыҙ бер төрлө.
Сулпан: Факультетта ҡыҙҙар күп бит инде, сер булмаһа, ниндәй гүзәл заттар оҡшай?
Урал: Миңә аҡыллы, тәрбиәле, мәҙәниәтле, белемле ҡыҙҙар оҡшай. Тормошҡа үҙ ҡарашы, үҙ фекере булғандарға хөрмәт менән ҡарайым. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылыҡ, оялсанлыҡ, итәғәтлелек кеүек матур сифаттарға иғтибар итәм. Еңел-елпе холоҡло, елбәҙәктәрен урап үтергә тырышам.
Наҙгөл: Һиңә онлайн уҡыу оҡшаймы йәки университетҡа йөрөү яҡшыраҡмы?
Урал: Бер йылға яҡын онлайнда уҡыныҡ Тәүҙә ҡыйыныраҡ һымаҡ ине, һуңынан өйрәнелде. Әлбиттә, ата-әсәй, туғандар янында йорт йылыһын тойоп уҡыуы еңелерәк. Шулай ҙа курсташтарым менән аралашып, уҡытыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып уҡыу күпкә отошлораҡ, тип уйлайым.
Урал менән курсташтары Наҙгөл Арыҫланова һәм Сулпан Исҡужина әңгәмәләште.
Читайте нас