Шоңҡар
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Февраль 2021, 19:10

Һин уның өсөн доға ҡыл!..

Матур һүҙҙәр генә һөйләмәһен ул, матур эштәр ҙә башҡарһын. Ҡыйыулығы уянһын. Үҙендәге етешһеҙлектәре менән күҙгә-күҙ осрашып, уларҙы еңә алһын. Изге эштәр ҡылһын.

Һин уның өсөн доға ҡыл...
- Ҡылам! Уның үҙгәреүен һорайым. Ниһайәт, барыһы ла һәйбәт булһын, миңә ҡарата иғтибары артһын, элек әйткән һүҙҙәрен иҫкә алһын, тойғоларыбыҙ яңырһын тип һорайым. Күберәк аҡса эшләһен, уңышлыраҡ булһын, тим. Мин һәр ваҡыт уның өсөн доға ҡылам...
- Һин бит үҙең өсөн һорайһың... Һинең ихтыяжыңды яҡшыраҡ ҡәнәғәтләндереүен, уның Һинең өсөн уңайлыраҡ булыуын теләйһең... Ә һин уның өсөн һора! Ул Аллаһы Тәғәләгә йөрәген асһын. Аллаһы Тәғәлә уның бала саҡ ғазаптарын дауалаһын, уларҙы алып ташлаһын. Уға күңел яраларынан ҡотолорға ярҙам итһен. Уның ҡурҡыу, шикләнеү тойғоларын алып ташлаһын. Йөрәге Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте менән тулһын. Йәне уянһын. Һәм ул уға тура юл күрһәтһен. Был донъяла тынысылыҡ һәм терәк тапһын. Һәм үҙе лә терәккә әйләнһен. Ер әсә уға көс бирһен. Ысын ир итһен. Матур һүҙҙәр генә һөйләмәһен ул, матур эштәр ҙә башҡарһын. Ҡыйыулығы уянһын. Үҙендәге етешһеҙлектәре менән күҙгә-күҙ осрашып, уларҙы еңә алһын. Изге эштәр ҡылһын. Донъяға, кешеләргә ышынып баҡһын. Бәхетле булһын. Үҙеңә рухи көс, зиһен, наҙ һора. Ҡатын-ҡыҙ ир-ат өсөн илһам сығанағы. Көстө уға ҡатыны бирә. Ир иһә уны артабан үҫтерә. Бергәләп үҫешеп, юғарлылҡтарға өләгешеүегеҙҙе һора. Шул саҡта бәхет һеҙҙең ғаиләлә ҡунаҡ ҡына булмаҫ, янығыҙҙа мәңгегә ҡалыр. Һәм бынан ары йәндәрегеҙ гел бергә бейер. Һин уның өсөн доға ҡыл!..
Регина Жиляеваның “Ер ҡыҙы” китабынан.
Читайте нас в