Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2021, 22:10

“Ҡарап, илап ултырһындар!”

Республика етәксеһе М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһын Башҡортостан ҡалалары буйлап алып сығырға тәҡдим итә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтарына мәктәп уҡыусылары өсөн Шайморатов генерал тураһында «Салауат тоҡомдары сигенмәйәсәк» спектаклен күрһәтергә кәрәклеген әйтте. "Балаларҙы был спектаклгә бер сафҡа теҙеп алып барырға кәрәк. Ҡарап, илап ултырһындар ине! Унда һәр кешенең ғәмәле уникаль, хатта беҙҙе, өлкәндәрҙе лә илата", - тине Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Республика етәксеһе М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһын Башҡортостан ҡалалары буйлап алып сығырға тәҡдим итә. Бынан тыш, ул Роспотребнадзор вәкилдәренә театрҙарҙа ултырыу урындары һанын арттырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Читайте нас: