Март (Буранай) – яҙҙың беренсе айы, тәбиғәттең уянған мәле.
Уның атамаһы Византия менән бәйле тип күҙаллана. Византияла март йылдың беренсе айы булып һаналған. Боронғо Римдә лә йыл марттан башланған. Был айҙа римлеләр һуғыш кампанияларына әҙерлек башлар булған, сиктәрен нығытҡан, шуға ла һуғыш аллаһы Марс хөрмәтенә был айға шундай исем биргәндәр.
1492 йылға тиклем Рәсәйҙә лә йыл март айынан башланыр булған.
Иран календары буйынса 21, 22 мартта Яңы йыл билдәләнә.
Ә көньяҡ ярымшарҙа март – көҙ миҙгеленең беренсе айы.
Март айына бәйле һынамыштар:
Март берендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр, көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡш