Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Март 2021, 22:05

Ковидтан һуң ҡурай еләге, аҡ май ашағыҙ!

Пандемия осоронда һәр кем туҡланыу рационына фитонцидтарға бай йәшелсә – һуған, һарымһаҡ, торма, кәбеҫтә, помидор, паприка индерергә тейеш.

Ковидтан һарыҡ ите лә, ҡабаҡ орлоғо ла яҡшы, ти диетолог-нутриоциолог Инна Кононенко. Организмды коронавирус менән осрашыуға нисек әҙерләргә кәрәк? Сирҙе кисергәндәргә сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн ниндәй ризыҡтарҙы ҡулланыу яҡшыраҡ?

Билдәле булыуынса, COVID-19 вирусы организмға тын алыу юлдары аша ғына эләкмәй, ашҡаҙан-эсәк юлы аша ла үтеп инә. Табиптың әйтеүенсә, вирус рецепторҙарҙы файҙаланыу һөҙөмтәһендә организмға инә. Рецепторҙарҙың күпселеге эсәк эпителияһында урынлашҡан, шуға күрә эсәклекте һаҡларға кәрәк. Тын алыу юлдарын һаҡлау өсөн сыр һәм башҡа һөт аҙыҡтарын күп ашарға ярамай, сөнки улар лайла барлыҡҡа килеүен көсәйтә. Аҡ май ашау, киреһенсә, бик файҙалы.

Вирус ашҡаҙанға үтеп инмәһен өсөн ашҡаҙан әселеге тейешле кимәлдә булырға тейеш. Бының өсөн блюдоларҙа алма һеркәһен файҙаланалар, ундағы пектин аҙыҡ епсәләре һәм сорбент ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшыртыуға булыша, токсин һәм вирустарҙы организмдан ҡыуып сығара. Гастрит һәм ашҡаҙан шешенә дусар булмаған осраҡта, табип менән кәңәшләшкәндән һуң, бер стакан һыуға 1-2 балғалаҡ уксус һалып болғатып эсергә мөмкин.

- Үпкә сәләмәтлеге өсөн аҡ май ашау мөһим, - ти диетолог. - Үпкәлә сурфактант тигән матдә бар, уның 90 проценты майҙарҙан тора. Майҙарҙың бер үҙенсәлеге бар: аҙыҡ эсәклектә эшкәртелгәндән һуң улар ҡанға түгел, ә лимфаға эләгә. Шуға күрә улар тәүҙә үпкәне туйындыра, аҙаҡ башҡа органдарға күсә. Юҡҡа ғына халыҡ медицинаһында туберкулезды дауалағанда бурһыҡ майы ҡулланылмай. Өҫтәүенә аҡ майҙа А витамины күп, белеүебеҙсә, ул иммунитет күҙәнәктәренең бүленеүен көйләй, лайлалы тиресәне тиҙ һауыҡтыра. Вирустарҙың тап ошо лайлалы тиресә аша үтеп инеүе билдәле.

Пандемия осоронда һәр кем туҡланыу рационына фитонцидтарға бай йәшелсә – һуған, һарымһаҡ, торма, кәбеҫтә, помидор, паприка индерергә тейеш. Вирусты тарҡатыусы матдәләр емеш-еләктә етерлек, ҡарағат, ҡурай еләге, ҡара көртмәле, мүк еләге - шуларҙың беҙгә таныш бер нисәһе.

Читайте нас в