Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Март 2021, 02:00

Кактус үҫтереүҙең биш ҡағиҙәһе

Улар талымһыҙ үҫемлек, артыҡ тәрбиә кәрәкмәй. Тик шулай ҙа белгеле бер ҡарау-тәрбиәләү ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.

  1. Кактустар иркен гөл һауытын ярата, тамырҙары ергә тулыһынса күмелгән булһын. Тик артыҡ тәрән дә күмелмәһен, ул саҡта серей башлаясаҡ. Ә һауытта урын аҙ булһа гөл үҫмәй, һарғая башлай.
  2. Был гөлгә һыу кәрәкмәй, тигән хата фекер йәшәй. Шуға ҡайһы бер хужалар бөтөнләй һыу һипмәй. Онотмағыҙ: бүлмә кактусына даими рәүештә һыу кәрәк. Йәйге эҫе көндәрҙә аҙнаһына бер, һалҡынайтҡас ике аҙнаға бер тупрағын дымландырып тороғоҙ. Ҡыш көнө ул ял итә, был осорҙа һалҡын тәҙрә төбөнә ҡуйып алыу файҙаға булыр.
  3. 1 л һыуға ваҡланған 1 йомортҡа ҡабығы, 2 ҡалаҡ шәкәр һалып, бер тәүлек ултыртығыҙ. Ошо төнәтмә менән кактустарҙы ике аҙнаға бер тапҡыр (яҙ, йәй айҙарында) туҡландырып тороғоҙ.
  4. Кактустар яҡтылыҡ ярата, шуға ла урындары тәҙрә төбөндә булырға тейеш. Ә йәйге йылы көндәрҙә уларҙы тышҡа йәки болконға сығарырға була.
  5. Йәй көнө уларға – 20 –25, ҡышын 15 градус йылылыҡ кәрәк.
  6. Читайте нас: