Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март 2021, 21:15

Ришат Төхвәтуллин: "Кеше нимә тип әйтер?"

Көнләшеүселәр артты тиһәм дә, хата булмаҫ.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллинға ошо көндәрҙә 32 йәш тулды. Танылған йырсы популярлыҡ хаҡында бына нимә ти:” “Популярлыҡтың ике яғы бар. Көнләшеүселәр артты тиһәм дә, хата булмаҫ. Йәмәғәт урындарында ла тыныс ҡына йөрөрмен тимә! Ә "ҡара пиар"ға килһәк, мин, һис шикһеҙ, быға ҡаршы! Мин – ауылда үҫкән бала. Атай-әсәйҙең “ниндәй кеше тип әйтерҙәр?", "йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермә" тигән кеүек һүҙҙәре ҡанға һеңгән. Һуңғы ваҡытта күп кенә танылған шәхестәребеҙ, йырсылар, ижад әһелдәре, халыҡтың иғтибарын йәлеп итер өсөн, ниндәй генә аҙымға бармай. Шуның һөҙөмтәһендә халҡыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған әхлаҡ ҡағиҙәләре емерелә... Беҙ – бай мәҙәниәтле, үҙ йөҙөбөҙ булған халыҡ. Кемделер ҡабатлау ни өсөн кәрәк?”

Читайте нас: