Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2021, 19:40

Әбйәлилдә тағы "ЧП"

Мәктәптең түбәһе емерелгән.

Кисә, 5 мартта, Әбйәлил районы Красная Башкирия мәктәбенең ҡыйығы емерелеп төшкән. Был мәлдә уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа дәрестә булған. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.
Бер ҡатлы кирбестән төҙөлгән бинаның тимер-бетон плитәһе емерелеп төшкән. Белем усағы 1970 йылда төҙөлгән. Әле 1-9 кластарҙа бөтәһе 90 бала белем ала. Ваҡиға урынына шунда уҡ район хакимиәте етәкселәре сыҡҡан. Артабан башланғыс кластар ике сменала урындағы балалар баҡсаһында белем аласаҡ, ә 5-9 кластар мәктәптең емерелмәгән яҡында уҡыуҙарын дауам итәсәк.
Читайте нас: