Көҙөн үтәсәк Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға, демографияны яҡшыртыуға матбуғат хеҙмәткәрҙәре тос өлөш индерә. Яҡын дуҫыбыҙ, шәп кеше, “Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе Илгиз Ишбулатовтың ғаиләһе ишәйҙе - улы донъяға килде. Бәхетле көнө менән Илгизде, хәләл ефете Гөлнарҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Баһидир егет атай-әсәйле, игелекле булып үҫһен!