Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Март 2021, 21:05

“Министр”

–Я, Хоҙайым, үҙең генә арала инде! – Ҡото осҡан инәй, уятҡан ҡыҙының янына ултыра төшә лә, уны һығып ҡосаҡлай.

Мотал Рәмов
Ауыл ерендә кешеләр бер-береһенә ҡушамат тағырға, аҙаҡ кешегә ҡушаматы менән генә өндәшергә оҫта инде. Хатта ҡайһы берәүҙәрҙең ысын исеме лә онотола, ул үҙе лә ҡушаматына күнеп, өйрәнеп бөтә.
Ауылыбыҙҙағы бер инәйҙе ғүмере буйына “Министр” тип йөрөттөләр. Инәйебеҙ хатта шул ҡушаматы менән ғорурланып та ҡуя ине шикелле... Шулай булмай тағы, бындайында оло ҡушамат һәр кемгә тәтемәй ҙә инде! Ә ҡушаматты ул йәш кенә ҡыҙ сағында алған. Һуғыш осоронда, тракторҙар утын менән эшләгән мәлдә була был хәл. Колхоз, тракторҙарға яғыу өсөн махсус әҙерләнгән утынды, йәғни чуркаларҙы баҫыуға алып барырға тип, ат арбаһын ҡулайлаштырып эшләтә. Арбаның алдында күсер өсөн айырым урын-ултырғыс та яһайҙар. Утынды баҫыуға ташыу эшен үҫмер генә ҡыҙ Мәстүрәгә йөкмәтәләр. Тәүге тапҡыр әҙер утынды арбаға тейәп, китер алдынан инәйебеҙ тәғәйен урынға уңайлап менеп ултыра ла: “Бына ҡалай һәйбәт эшләгәндәр, рәхмәт яуғырҙары! Ултырам инде хәҙер ошонда министр кеүек, ҡупайып!” – тип оҫталарҙы маҡтай. Башҡаларҙың һәр һүҙен эләктереп алырға ғына торған бәғзеләргә был хәбәр етә ҡала – “министр” ҡушаматы инәйгә ғүмерлеккә йәбешә...

“Министр”лығына бер ҙә генә үпкәләмәне инәйебеҙ. Ҡушаматына бәйле мәрәкәләр ҙә булып алғылай торғайны... Мәктәп интернатында төнгө няня булып эшләне ул. Әйткәндәй, инәйҙең ундағы мәҙәктәрен әле булһа иҫләп, көлөшөп алабыҙ. Нишләптер интернат малайҙары инәйҙең эшкә килер мәлен көтөп, ҡаршы барып ала инек. Ҡараңғыла күҙҙәре насар күргән инәй, көсө бөтөп барған фонаригын быҙлатып, күренеү менән малайҙар кемуҙарҙан үсекләшә башлай: “Министр, минстр без портфиля!” – тип әбейҙең бер алдына, бер артына сығып, интернатҡа килеп ингәненсә ҡаңғырталар. Бындай хаяһыҙлыҡҡа башта рыя ғына ҡараған инәйебеҙҙең дә сабырлығы һынды, ахыры, бер көн эшенән тура мәктәпкә барып, директорыбыҙға зарланған. Билдәле, оло кешене шулай рәнйетеүҙәренә директор битараф ҡала алмай бит инде: дәрес алдынан линейкаға йыйып, интернат малайҙарын ҡыҙған табаға баҫтырмаҡсы була. Бик шаян телле, мәрәкәсел кеше ине ул.

–Бөгөнгө линейкабыҙға барығыҙға ла таныш апай килде, – тип башланы ул һүҙен. – Уның инернат малайҙарына бер аҙ үпкәһе бар. Әйҙәгеҙ, Мәстүрә апай, үҙегеҙ әйтеп китегеҙ әле бөтә линейка алдында!
Инәйебеҙ етди генә ҡиәфәттә алғараҡ сығып баҫты ла, һөйләй башланы.
–Ошо тимата баллары менән эшләп, бөтөн нермым бөттө, ҡустым. Кис эшкә килергә ҡурҡып торам, әллә көтөп торалар инде, алды-артыма сығып, үсекләшергә тотоналар, тәртипһеҙҙәр...

–Нимә тип үсекләйҙәр һуң, апай? Асыҡлабыраҡ һөйләгеҙ. – директор, әбейҙең ни әйтерен алдан белгәнгә, ихлас йылмайып ебәрә.

–Нимә тиһендәр: “министр, министр, беспартийный министр”, – тип һөрәнләйҙәр, холҡһоҙҙар. Иллене үткәс партияға инеп торайыммы ни мин? – инәй асыулы төҫ менән һәр беребеҙгә һынаулы ҡарай.
–Ярай, партияға инәһеңме-юҡмы – үҙең беләһең, апай. Ә, “министр”, тигәндәре менән ризаһығыҙмы ни? – директор инәйгә үҙ һорауын бирергә ашыға.
–Булмаһамсы... бөтөн ауыл өсөн “министр”мын инде... Ныу, партияға инәһем юҡ, коммунист булмаһам да ҡартайҙым, шөкөр... – ошоно ғына көткән кеүек мәктәп залы уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың дәррәү көлөүенә күмелә.

–Мәстүрә апай, малайҙар бит һеҙгә, беспартийный, тип түгел, ә, министр без портфеля, тип ҡысҡырған...

–Партфил тотоп йөрөйһөм генә ҡалған... үҙем саҡ килеп етәм үргә торо... Берәй сараһын күрегеҙ, ҡустым, түҙер әмәлем ҡалманы, нирмыларым бөттө хатта... – әллә башҡаларҙың үҙенән көлөүенән риза булмай, әллә башҡа сәбәп менән, инәйебеҙ ҡырт боролоп, ишеккә табан юрғалай, уның үҙ алдына бурылдағаны ғына ишетелеп ҡала... – Уҡытыусыларығыҙҙы әйтер инем... йыйын шалапайҙарға ҡушылып ауыҙ йыралар...
Эс тырнап көлөрлөк мәҙәктәре күп ул инәйҙең... Хәбәрҙе бер аҙ арттырып, ҡуйыртып, алдаңҡырап һөйләргә яратыуы ла булышлыҡ иткәндер инде быға. Һәр хәлдә, интернат балалары төнгө няня булып эшләгән инәйҙәрен ҡыҙыҡ итергә әҙер генә торҙолар. Бер шулай, балалар йоҡларға ятып, тәрбиәселәр ҡайтып киткәс, инәйҙе алдарға булдыҡ.Сәғәт төнгө ун икеләр тирәһендә иҙәнгә һуғабыҙ, күрше бүлмәлә ятҡан ҡыҙҙар “илашҡан”, ҡысҡырышҡан була, йәнәһе, иҙән аҫтында әллә кемдәр йөрөй... Һаҡ ҡына баҫып, Мәстүрә инәй ҡыҙҙар янына килә: “Ҡурҡмағыҙ, ҡыҙҙар, мин эргәгеҙҙә торам бит...” Беҙ үҙебеҙҙең яҡтың иҙәнен тағы туҡылдатабыҙ, инәй шым ғына беҙҙең яҡҡа сыға. Был мәлдә ҡыҙҙар үҙҙәренең иҙәнен туҡылдата. “Төртөңгөрҙәр... әллә ҡайҙан беләләр минең ҡайҙа йөрөгәнде?”... Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланды. “Ҡыҙҙар, мин тышҡа сығып ҡарап инәйем әле, ауыл ышпаналарының эшелер был...” – инәй, кейенеп, тышҡа сыға. Бер аҙҙан ул кире инеп, хәбәр һала:
–Ике-өс малай, нигеҙ буйына туңҡайып ятып алғандар ҙа, оҙо-о-он һайғау менән төрткөләйҙәр... Әрләп ебәрҙем ҡәһәр һуҡҡырҙарҙы...

–Алдама сәле, инәй, һин соланда ғына торҙоң бит, тышҡа сыҡманың... – ҡыҙҙар инәйҙе юрамал һөйләндерәләр.

–Аһ, тышҡа сығып барырға... әбей, тигәс тә, әбейҙең йөрәге юҡмы ни?! Тишектән ҡараным!
–Соландың ярығы юҡта инде!
–Булмаһасы... Йә, ярай, кеше сыусытып, илашып ятмағыҙ, йоҡлағыҙ, давай! Былай ҙа башым ауыртып тора, миңә лә ял кәрәк... – инәйебеҙ һөйләнә-һөйләнә үҙ урынына йүнәлә. Тик балаларҙың шаяртыуы бының
менән генә бөтмәй әле... берәй шилмаһы төн уртаһында бәҙрәфкә сығып килергә рөхсәт һорай.
–Уйнама, малай, тағы мине алдаһаң! Шулайтып сыҡҡан булаһығыҙ ҙа, юҡ-бар менән мине ҡурҡытаһығыҙ... Бар, тиҙ генә бул, буранда б... ҡыҫтаған тигән шикелле, бынан түбән теүәлит, тип ауыҙ асаһы булма! – Шулай һөйләнә-һуҡрана инәй ишекте асып, малайҙы тышҡа сығара ла үҙе әлеге лә баяғы орсоғона тотона. Уңғансы булмай янына бер ҡыҙ килеп ултыра.

–Инәй, мин йоҡлай алмайым... әллә әкиәт һөйләйһегеҙме?
–Шулайтмаған бынауға... Төн уртаһында әкиәт һөйләп ултырыр өсөн килмәгәнмен мин бында...
–Әтеү, йоҡо дарыуы бирегеҙ, сәпсим йолап булмай ҙа инде...
Ҡыҙҙың хәбәре менән албарғыған әбей тышҡа сығып киткән малай хаҡында бөтөнләй онота. Ул ғына ла түгел, тағы ла бер нисә малай шым ғына тышҡа сығып тая. Бер аҙҙан тәҙрә туҡылдаталар.
–Ете төн уртаһында кемеһе йөрөй тағы? – Ауыр кәүҙәһен көскә ҡуҙғатып, инәй тәҙрә янына килә. Насар күргән күҙҙәре менән ай яҡтыһындағы шәүләләргә ҡарап, иҫ-аҡылы китә үҙенең. – Тәүбә-тәүбә, ыстағәфирулла! Ҡыҙым, киләле бында – кем ул танымайһыңмы?
–Уй, инәй, ен бит был... улай оҙон кеше булмай ҙа инде...Етмәһә, ап-аҡ кейемдә... Мин ҡурҡам, инәй, тиҙерәк башҡаларҙы уята һалайыҡ! – Ҡыҙ ике ҡуллап, сатырҙатып әбейгә йәбешә.
–Алла, Алла... ҡолатаһың бит... – Белгән генә доғаларын ҡабатлай-ҡабатлай, инәй әлеге ҡыҙҙы һөйрәп, төпкө бүлмәлә ятҡан ҙур ҡыҙҙар яғына тәнтерәкләй. – Ләхәүәллә! Ошо ауылда эш булмауы... Бер генә көн дә эшләмәҫ инем, әйтәгүр... Иртәгә үк директорға әйтәм дә, китәм. Таңым ғына имен атһын инде... Бынау интернат эргәһендәге һаҙҙы эйәле тиҙәр шул, шуның ғына ғәләмәте инде... Ыстағәфирулла, ыстағәфирулла!
–Инәй, әллә нимәләр һөйләмә инде, мин былай ҙа ҡурҡам!
–Шым! Аслан тауышыңды сығарма! – үҙе бер ни белмәй йоҡлап ятҡан ҡыҙҙы төрткөләй-төрткөләй шыбырҙай, – Тор әле, тор, уян! Ен дәр баҫты интернатты!
–Нимә тиһең? – уны-быны аңламаған ҡыҙ йоҡо аралаш һөрәнләп, һорарға ашыға...
– Уй, Аллам, шул тиклем итеп һөрәнләмә! Ана бәләкәй ҡыҙҙы ҡурҡытаһың... Уят башҡаларыңды!
Ул арала тыштағы малайҙар сыр-сыу килеп эскә инә.
–Я, Хоҙайым, үҙең генә арала инде! – Ҡото осҡан инәй, уятҡан ҡыҙының янына ултыра төшә лә, уны һығып ҡосаҡлай. – Ләхәүәллә ҡеүәтә... уй, хәтереңде әйтер инем... кәрәк мәлендә доғаһы ла иҫкә төшмәй бит...
Йоҡоһо тамам осҡан ҡыҙ, ахырҙа, эштең нимәлә икәнлегенә төшөнөп, малайҙар яғына сығып китә.
–Нимә кеше ҡурҡытып йөрөйһөгөҙ, төн биреләре?! Ана, инәйҙең йөрәген яра яҙҙығыҙ... Марш карауаттарығыҙға! Иртәгә директорға үҙем ошаҡлайым, маңҡалар!
Малайҙарҙы тынысландырып ингән ҡыҙҙы һаман карауатта ултырған әбейебеҙ ҡыуанып ҡаршы ала.
–Рәхмәт кенә яуһын үҙеңә, ҡыҙым! Тик, ҡарале, был турала уҡытыусыларыңа һөйләп ҡуйма инде! Иртәгә килгәнемдә кәнфит-печеньелар алып килермен үҙеңә, йәме!
–Һеҙҙең ҡурҡҡанығыҙҙы белеп шаяралар бит улар... “Уҫал министр” тигән данығыҙ бар... әҙерәк ҡатыраҡ булығыҙ шуларға! Төндә балаларҙы һаҡлап ятаһығыҙ, имеш...
–Бөттө, ҡыҙым, бөттө! Йоҡла, бәпәйем! Әҙ генә бер нимә булһа, йөрәгем урынынан ҡуба шул минең... Баяғы бәләкәй ҡыҙ ҡайҙа булды?
–Уның дауна йоҡларға ятты, үҙҙәренең бүлмәһендә!
–Ҡайһы ике арала сығып киткән ул? Әллә ниндәй ендәр һөйләп, башымды бутаны ла, ҡата башындай булып... Ҡараңғыла йөҙөн дә абайламаным, исмаһам...
Инәйҙең “ен” тигәне, тышҡа сыҡҡан малайҙарҙың бер-береһен елкәләренә ултыртып, аҡ простыня ябынып йөрөүҙәре булыр...
...Башта, көңгөр-ҡаңғыр килеп, әсәһе менән бергә йәшәгән Мәстүрә инәй ҡартлыҡ көнөндә бөтөнләй яңғыҙ ҡалды. Шулай ҙа башҡалар алдында байғош булып ултырманы. Ирле ҡатындар менән ҡатарҙан малын да аҫыраны, баҡса тултырып үҙенә кәрәген сәсте, ҡыҫҡаһы, һин дә мин көн итте.

“Уҫал, уҫал...” тиһәләр ҙә, Мәстүрә инәй киң күңелле, изге йәнле әбей булды үҙе. Совет осоронда совхоз бүлексәһе фермаһында сепаратор булып эшләгән йәшерәк сағында ферма өйөндә йәшәне ул. Үткер телле, ғәҙел ҡатындан бар малсы-һауынсылар шөрләй торғайнылар. Үҙе юҡта көлөп һөйләһәләр ҙә, инәй алдында барыһы ла уның ыңғайына һыпырҙы... Сөнки кешенең йөҙөнә бәреп, тураһын әйтергә яратты.
Уның тағы ла бер сәйер ҡылығы күҙ алдында – совхозға эшкә йөрөгәндә, байрамдарҙа ҡырҙа башҡалар менән бергә ултырмай торғайны. Үҙенә айырым ашъяулыҡ йәйеп, башҡа ашаны...
Һуңғы тапҡыр “министр” инәй менән дауаханала осраштыҡ. Мине танымаҫ, моғайын, тип кис вестибюлдә өндәшмәй генә янына барып ултырҙым.
–Аһ, ул нишләп һаулыҡ та һорашмайһың, балам? Һаумы, инәй, тиһәң ауыҙың ҡыйшаймаҫ бит...
–Әллә.. Һеҙ танырмы икән, тигәйнем дә. Иҫән генә йөрөйһөгөҙмө, инәй?
–Кит, кемде кемде, ә һине танымай буламмы?! Интернаттағы иң тәртипле, иң кеселекле бала булдың... Ишетеп ятам, матур ғына эшләп йөрөйһөң икән... Бәхетле генә бул! Бына, инәйең дә бер әҙерәк ремонтланып сығырға булды... Ә һин ауырыма, йәшһең бит әле, донъяның, ғүмереңдең ҡәҙерен белеп йәшә! Рәхмәт әсәйеңә, балларына матур тәрбиә биргән – барығыҙ ҙа кешегә иплеһегеҙ...
Ошо осрашыуҙан һуң күп тә үтмәй Мәстүрә инәйҙең вафатын ишеттем. Әммә, уның үткер, һынамсыл ҡарашы, дәү кәүҙәһе әле лә күҙ алдында... Йәне йәннәттә булһын!

Читайте нас: