Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Март 2021, 23:35

Тыуған көнөгөҙ менән!

Бөгөн данлыҡлы композитор Рим Хәсәнов тыуған көнөн билдәләй. Оло сәнғәт әһелен күркәм байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ.

"ЯҘЫЛАСАҠ ҺӘМ ЙЫРЛАНАСАҠ ЙЫРҘАРЫМ АЛДА ӘЛЕ..."

Данлыҡлы композитор тураһында яҙырҙан алда, бер-ике ауыҙ һүҙ ошо моң эйәһенә ҡарата үҙ мөнәсәбәтемде әйтеп китәйем әле.
Элек йыр-моң радиоалғыс аша килә ине, бигерәк тә ауыл кешеһенә. Ә һәр кем үҫмер сағында йыр дәфтәре йөрөттө. Ҡулдан ҡулға йөрөтөп бер-береңдән йыр яҙҙырыу ғәҙәткә ингәйне. Баш ҡаланан артистарҙың халыҡҡа спектакль, йә концерт күрһәтеп китеүе – оло байрамға әүерелә ине.
«Рим Хәсәнов музыкаһы, Рәсих Ханнанов... йәки Назар Нәжми һүҙҙәре» ... Эйй, бигерәк тә ошондай иғланды көтөп ала инек. Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән, радиоалғыстың тауышын асабыҙ. Ә яңы йыр булһа – тиҙ-тиҙ генә һүҙҙәрен яҙып ала инек. Һуңынан клуб сәхнәләрен моңға күмеп, яратҡан композиторыбыҙ ижад иткән йырҙар менән концерттар ҡуйыу – ошолай үтте үҫмер йылдарым, Рим Хәсәнов моңона үрелеп.
Ә бөгөн яратҡан композиторыбыҙ, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Рим Мәхмүт улы ХӘСӘНОВ алдымда ултыра.
– Һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ, Рим Мәхмүт улы. Йәшермәй шуны әйтәйек: оло һәм урта быуын вәкилдәре һеҙҙе яҡшы белә. Рок, рэп һәм башҡа төрлө йүнәлеш менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәр бик белмәйҙер һеҙҙең турала. Шуға, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ менән таныштырып үтәйек.
– Атайым Мәхмүт Ғайса улы Хасанов Архангел районының Архангел ауылында тыуып үҫкән. Әсәйем Гөлзөһрә Закир ҡыҙы Исмәғилева – шул уҡ райондың Абҙан ауылынан. Өфөлә ФЗУ-ла уҡып, элемтәсе, радиомастер һөнәрен алғас, атайымды Благовар районы Языково ауылына эшкә ебәрәләр. Мин шунда 1947 йылдың 9 мартында тыуғанмын. Ғаиләлә өс бала инек: Хәҙисә, Рузана апайымдар һәм төпсөктәре – мин. Әсәйем, был һүҙгә ҙур мәғәнә һалып әйтәм – ҡояшлы кеше ине. «Әсәй, әсәй, ал телефоныңды» тип аталған йырымда, һүҙҙәре үҙемдеке, уны һағыныуым, кәңәштәренә һаман да мохтаж булыуым сағылдырыла... Әсәйем 67 йәшендә яҡты донъянан китте, ә атайым 100-гә етте. Ул һәр ваҡыт төшөмә ап-аҡ кейемдә керә.
Атайым Мәхмүт Ғайса улы бөтә ғүмерен республикабыҙҙың элемтә эшен яҡшыртыуға бағышланы, «Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр», тип дөрөҫ әйткән халыҡ. Атайымдың эшен күреп, белеп, сымдарға уралып, тигәндәй үҫеүем тормошомда, һуңынан – эшемдә, ныҡ ярҙам итте.
– Нимә менән ярҙам итте ул радиомастерлыҡ эше?
– Беҙҙең республикала ғына түгел, хатта илдә аппаратураға ҡытлыҡ заман ине бит инде 60–70-се йылдарҙа. Мин беренсе булып, үҙем электрогитара, гитараның тауышын көсәйткес эшләп алдым. Быларҙы күргәс, Бәхти ағай Ғайсин ныҡ аптырағайны. «Йәйге каникул мәлендә минең ансамблдә уйнарһың, аҡса ла эшләп алырһың», – тине. Үҙенә музыкант итеп алды, гастролдәргә сығып, концерттарҙа шул үҙем йыйған электрогитарала уйнап, халыҡты шаҡ ҡатырып ҡайттыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ: беренсе тапҡыр гитара тауышы динамиктар аша бирелеүе ҙур асыш булды барыһы өсөн дә. Хатта телевидениела, радиола күп каналлы тауыш яҙҙырыу ҡорамалдары юҡ ине. Тауыш яҙҙырыу – бик ҡиммәт, техник яҡтан примитив ысулдар менән эшләнгән ауыр эш һанала ине. Ә мин үҙем дүрт каналлы магнитофон эшләп алырға ирештем. Был инде үҙ сиратында тауыш яҙҙырыу эшендә ҙур аҙым ине. Төрлө уйын ҡоралдарында уйнап, тауыштарҙы бергә яҙҙырыу мөмкинлектәре асылды – был мөғжизәгә тиң булды. Эште еңеләйткән, сифатлы ҡорамалдар булғас, заказдар ҙа тиҙ үтәлә ине. Башдрамтеатр, мәҫәлән, миңә заказ бирһә – ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҙма әҙер була торғайны. Минең бер үҙемдең шундай ҙур эш башҡарыуымды белмәйҙәр ҙә ине буғай. Йырсыларҙы үҙемдең фатирымда яҙҙыра инем. Сибай, Салауат башҡорт драма театрҙары артистары ла килә торғайны тауыш яҙҙырырға.
– Уҡыу йылдарын хәтергә төшөрәйек.
– Благовар районының үҙәге Языково мәктәбендә белем алдым. Өфөләге сәнғәт училищеһын, һуңынан – сәнғәт институтын тамамланым. Әйткәндәй, Заһир Исмәғилев класында уҡыным.
– Беренсе йырығыҙҙы, көйөгөҙҙе ижад иткәндә, Һеҙгә нисә йәш ине? Үҙегеҙҙә композиторлыҡ һәләтен ҡасан һиҙемләп-тойомланығыҙ?
– Миңә алты йәш тирәһе ине. Бер гәзиттә «Ленин Разливта» тигән шиғыр баҫылып сыҡты. Оҡшаны был миңә, скрипка алдым да, көйгә һалып, йырлай башланым. Ә композитор була алырымды институттың икенсе курсында уҡығанда аңланым.
– Скрипкала уйнарға кем өйрәтте?
– Үҙем өйрәндем. Атайымдың скрипкаһы бар ине, бик һаҡлап йөрөттө уны, бер кемгә лә бирмәй ине. Ул эшкә китһә, мин ипләп кенә тотоноп, атайым кеүек нотаға ҡарап, уйнап ҡарай инем. Бер нисә көй өйрәнеп алғас, әсәйемдән: «Атайыма уйнап күрһәтерлек булдымы инде?», – тип һорайым. «Эйе, хәҙер уйнап күрһәтһәң дә булыр», – тип хупланы.
– Бындай осраҡта бирелә торған һорау – Һеҙ ҡасан йондоҙ булып уяндығыҙ? Ниндәй йырҙы ижад иткәс, билдәлелек килде һеҙгә?
– 1964 йылдың август айында дүрт кешенән торған ансамбль (гитара, бас-гитара, аккардеон, һуҡма инструменттар) менән «Әҡлимә» йырын башҡарҙыҡ. Телевизорҙан күрһәттеләр – иртәгәһенә бөтә халыҡ таный ине инде.
– Һеҙҙең «Иртәнге томан» инструменталь пьесағыҙҙы белмәгән, яратмаған кеше юҡтыр ул. Шул тиклем дә тулҡынландырғыс, моңһоу, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтә алған көй бит ул. Уны яҙыу тарихы нисегерәк булды?
– Билдәле режиссер Рифҡәт Исрафилов драматург Фәрит Богдановтың «Күпер» исемле пьесаһын сәхнәләштерергә булған. Әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, миңә көй яҙырға ҡушты. Пьеса төп геройҙың уйланыуҙары хаҡында, монолог формаһында ҡоролған ине. Ул хаталана, яратҡан ҡатынын юғалта. Күпер өҫтөнә баҫып, уйға ҡалып, тормошона фәлсәфәүи һығымта яһай. Шул ваҡытта төп геройҙың уй-кисерештәрен сағылдырған «Иртәнге томан» яңғырай. Спектакль 70-се йылдарҙа сыҡты сәхнәгә. Режиссерға ла, тамашасыға ла оҡшаны мин ижад иткән көй.
– Һеҙҙеңсә, хәҙерге заман композиторы ниндәй булырға тейеш? Көслө композиторҙар бармы беҙҙә?
– Ул бер генә жанр менән сикләнеп ҡалмаҫҡа, симфоник, балет, камера, джаз, электрон музыка, башҡа төрлө музыка менән дә ҡыҙыҡһынырға тейеш. Операны ла тыңларға тейеш замана композиторы, тип уйлайым. Беҙҙең опера йондоҙҙарын да белергә тейеш. Һоҡланып туймаҫлыҡ тауышлы Эльмира Фатихова, Светлана Арғынбаевалар бар беҙҙең. Әлеге ваҡытта көслө композитор тип Ләйлә Исмәғилеваның Валерий Скобелкин, Илдар Хисаметдинов исемле уҡыусыларын атар инем. Эстрадаға килгәндә, «Ҡаруан-һарай» бик көслө йырҙары, сығыштары менән халыҡты рухи яҡтан байытыуҙа күп көс һала.
– Журнал уҡыусыларға ҡыҙыҡ булыр был һорау – армия сафтарында хеҙмәт иттегеҙме, Рим Мәхмүт улы?
– Сәнғәт институтын тамамлағас, Өфөләге хәрби частә армия сафында хеҙмәт иттем. Мине йыраҡҡа ебәрмәнеләр хеҙмәт итергә – Башҡорт дәүләт академия драма театры етәкселәренең шундай мөмкинлеге бар ине. Театр өсөн, спектаклдәргә музыка яҙа инем. Хеҙмәт итеүем менән бик ғорурланам. Шуның арҡала ҡорал менән эш итергә, теләһә ниндәй төрҙәге автомобилде йөрөтөргә, парашют менән һикерергә өйрәндем. Армия ир-егеттәрҙе сыныҡтыра, ҙур тәжрибә бирә, тип әйтә алам.
– Һеҙҙе композитор тип белә инек, Рәсәйҙең яҙыусылар Союзы ағзаһы ла икәнһегеҙ Һеҙ.
– Союзға мине 2009 йылда Мәскәүҙә драматург һәм шағир булараҡ ҡабул иттеләр. Егермеләп пьесам бар, шиғырҙарым да байтаҡ йыйылды. Шуларҙы баҫтырып, донъя күрһәтергә иҫәбем. Әлеге көндә 70 шиғырымды йыйынтыҡ итеп әҙерләгәнмен.
Тәржемә эшенә лә тотонорға торам. «Кинйә» романын уҡып сыҡҡас, бик оҙаҡ тәрән тәьҫораттар аҫтында йөрөнөм дә, уны немец теленә тәржемә итергә теләк тыуҙы. Германия әлеге көндә иң әүҙем китап уҡыусы ил һанала. Әгәр ҙә был роман немец телендә сыҡһа – бөтә Германияны тетрәндергес ваҡиға булыр ине, тип уйлайым.
– Немец телен дә беләһегеҙме ни?
– Беләм. Благовар районы Пришиб ауылында Хәҙисә исемле апайым уҡытыусы булып эшләне. Немец балаларына рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытты. Йәйге каникулдарым немец дуҫтарым менән үткәнлектән, телде лә өйрәндем. Башҡорт, татар телендә ижад ителгән әҫәрҙәремде немец теленә тәржемә итеү – улар өсөн ҙур бүләк булды. Профессор Анатолий Майоров был эштә ҙур ярҙам күрһәтте. Йырҙарымды шул тиклем оҡшаттылар – Германиялағы яҡташтар «беҙҙең немец композиторы Рим Хәсәнов» тип йөрөтә башланылар мине хатта.
Тарихҡа төшөп китһәк, шуны әйтергә була – әлеге көндә бер генә немец та ҡалманы районда. Иң һуңғы булып фрау Зельма күсеп китте. Мин уны белә инем – кәзә малы тотто ул. Кәзә һөтө унан ала торғайныҡ. «Кәзәләрем ҡартайып үлгәс кенә, күсәм», – тигән, һәм шулай булып сыҡты ла.
– Үҙегеҙ ғаиләгеҙҙе ҡасан ҡорҙоғоҙ? Тормош иптәшегеҙҙе оҙаҡ эҙләнегеҙме?
– Институтта уҡығанда опера һәм балет театрына барғайныҡ. Хореография училищеһынан бер төркөм ҡыҙҙар ҙа килгәйне. Бер һылыуҙы күрҙем дә, ғүмерлеккә ғашиҡ булдым. Фатима исемле ҡыҙ ине ул. Йәш ине, балиғ булғанын көтөп, мөхәббәт утында янып йөрөргә тура килде. Йылдар үткәс, сәстәр сәскә бәйләнде. Мин сихри көскә, мөғжизәгә ышанам. Ниндәйҙер тылсымлы көс тормош иптәшемде миңә ебәргәндер, тип уйлайым. Ғүмер буйы ул минең яҡлаусым да, һаҡлаусым да, ғөмүмән, фәрештәм булды. Рәхмәт уға барыһы өсөн дә. Мөхәббәт емешебеҙ – ҡыҙыбыҙ Айгөлде үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙҙың, ейәнебеҙ Арнистың уңыштарына шатланып йәшәйбеҙ. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, яҙмышыма рәхмәтлемен, мөхәббәтем урап үтмәне.
– Рим Мәхмүт улы, ниндәй йырҙар ижад итеү өҫтөндә эшләйһегеҙ әлеге ваҡытта? Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?
– Оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткән Рәсих ағай Ханнанов менән күп кенә йырҙар яҙҙыҡ. Уңышлы булдылар, тамашасы йылы ҡабул итте уларҙы, тип әйтә алам. «Өфөләргә бараһым бар әле», «Өфөм – баш ҡалам», «Өфөнөң шыршылары», «Өфөлә ҡауышыуға ни етә?», шаян йыр «Буяулы ҡыҙҙар һөймәҫкә һүҙ биргәнмен үҙемә». Уларҙан алдараҡ ижад ителгән «Ап-аҡ күгәрсен», «Күҙ йәштәре», «Гөлдәремә һыу һибәм», «Әбйәлил» исемле йырҙар ижад ителде. Благовар районы Языково ауылынан шиғырҙар яҙған Флүр Абраҡипов менән танышып, бергә ижад итә башланыҡ. Уның халыҡсан теле күңелемә бик яҡын, өс шиғырына йыр яҙып та ҡуйҙым инде. Ижад ителгән һәм ижад ителәсәк йырҙарым күп әле. Әйткәндәй, 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса БСТ каналы мине Йыл композиторы тип иғлан итеп, бүләкләне.
«Ҡылғанлы даланың сере» исемле мистик симфоник әҫәремде тамамлап ҡуйырмын, тип уйлайым. Ул 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә бағышланған. Был донъяла күп нәмәнең онотолоуы, йылъяҙмаларҙың янып юҡҡа сығыуы ихтимал. Бөтә нәмәгә шаһит булған серле ай ғына һөйләй ала тарихты. Тик уны аңлай, ишетә белергә генә кәрәк. Бына шул хаҡта был әҫәрем. Ижад ҡомары менән янған, бөтә булмышы менән сәнғәткә хеҙмәт икән йәш йырсыны осратып, бергә эшләй башларбыҙ, тип пландар ҡорам.
– Журнал уҡыусыларға теләгегеҙ?
– Теләгем шул: рухи байлыҡҡа ынтылығыҙ. Кеше йәшәйешебеҙҙең негатив күренештәренән аңлы рәүештә ҡотолһа, уның күңеле аҡлана, сафлана. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ. Һаулыҡ булһа, кәйеф тә күтәренке була, күҙҙәрҙә нур балҡый. Сәнғәтте һөйөгөҙ. Негативтан ҡотолоп, һаулыҡлы булып, сәнғәтте үҙ итеү – бына ошолар рухи байлыҡҡа илтә, тип уйлайым.
– Рәхмәт Һеҙгә әңгәмәгеҙ өсөн. Ижади уңыштар Һеҙгә юлдаш булһын!
Рената ХӘБИРОВА әңгәмәләште
Теги:
Читайте нас: