Шоңҡар
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март 2021, 19:45

Салауат Кәримовҡа - Салауат Юлаев ордены!

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Яҙыусы, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Әҙипте оло бүләге менән ихлас ҡотлайбыҙ,ижади уңыштар теләйбеҙ!

Батыр рухына тап төшөрмәй йәшәй

Ул изге ҡиммәттәргә тоғро ҡала.

Ул балаларға хас ихласлығы, күңел киңлеге, барса кешегә иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Бер уйлаһаң, ундай булыу ҡәҙимге ҡиммәттәрҙең ҡәҙере бик үк һанланмаған, ығы-зығылы заманда еңел дә түгелдер, сөнки күптәребеҙ үҙ донъяһына бикләнеүҙе хуп күрә. Әммә, шағир әйтмешләй, “аяҡтары юлда, күңеле йырҙа” бәндәләр “заман башҡа – заң башҡа” тип тормай. Улар тәбиғәттән, ата-әсәнән һәм милләттән бирелгән изге ҡиммәттәргә тоғро ҡала. Һүҙем – педагог, журналист, яҙыусы Салауат Кәримов хаҡында.

Салауат Ғайса улы Кәримов 1960 йылда Ишембай районының Ғүмәр ауылында тыуған. Ул – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире.

Бәләкәй сағынан гел йылмайып йөрөгән алсаҡ Салауат башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайса Көнәфиә улының ғаиләһендә ҡәҙерле бала булып үҫә. Ә шулай ҙа иҫ белә башлағаны бирле үҙенең кем исемен йөрөткәнен тойоп йәшәй ул. Байтаҡ ғүмер уҙғас, ир-уҙаман “Башҡортостан” гәзитенә ошолай тип интервью бирәсәк: “Салауат – бөгөн һәр башҡорт өсөн ҙур ғорурлыҡ, батырлыҡты аңлатҡан исем. Атай-әсәйемә ошондай оло мәғәнәле исем ҡушҡандары өсөн рәхмәтем сикһеҙ. Атайым тарихи шәхестәргә ҙур ихтирам менән ҡараған, оло улына – Юлай, уртансыһына Салауат тип исем ҡушҡан. Салауат исемен йөрөтөү ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Уға лайыҡлы булырға тырышам, батыр рухына тап төшөрмәй йәшәргә тейешмен тип һанайым”.

– Уҡытыусы улы булғанғамы, беҙ һәр йәһәттән башҡаларға өлгө булырға ынтылдыҡ. Шаярғы килгәндә лә үҙе­беҙҙе тыя белдек, – тип хәтерләй уҡыусы сағын Салауат Кәримов. – Мәктәптә беҙ ҡатнашмаған бер сара ла булманы, өйө­бөҙ тотош бер ижад йортон хәтерләтә ине. Күмәкләп гәзит-журналдар уҡый­быҙ, китап сыҡһа, яңы әҫәр хаҡында бәхәс ҡорабыҙ. Мөһим ваҡиғалар булһа, улар хаҡында гәзиттәргә хәбәр яҙа һалабыҙ.

Шуныһы ҡыҙыҡ: мәктәптәге яуаплы эштәрҙең күбеһе миңә йөкмәтелде. Мин – комсомол ойошмаһы секретары, атайым ойошторған фототүңәрәк етәксеһе, бәләкәй класс уҡыусыларына кино күрһәтеүсе. Эш өҫтәлем – уҡытыусылар бүлмәһендә. Тәнәфес ваҡытында, әллә кемдәй, шунда үҙ эштәрем менән мәш­ғүлмен, яҙып-һыҙып ултырған булам...

Яуаплылыҡ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡыйыу элемтәсе, дәһшәтле яуҙан күкрәгенә дүрт миҙал тағып ҡайт­ҡан Ғайса Көнәфиә улы Кәримовтың балалары, мәктәп уҡыусылары алдында ҡуйған иң оло талабы. Был тойғо, атай аманаты булып, Салауатты Петровский урта мәктәбендә уҡығанында ла, 1976 йылда Ишембай нефть техникумы студенты булып киткәс тә ташламай. Нефть техникумын тамамлаған егет Ауырғазы районында быраулау эштәрендә йөрөй, ә уйында – шиғриәт. Ишембай ҡала гәзите ойошторған конкурста йәш нефтсенең “Ишембай” шиғырының еңеү яулауы уға ҡанат өҫтәй.

– Техникумда уҡығанда театр менән мауығып киттем, – тип һөйләй Салауат. – Көндөҙ уҡыуҙамын, комсомол, йәмәғәт эшендәмен, ә кистәрен ҡала мәҙәниәт йортона йүгерәм. Төп ролдәрҙе лә башҡара инем, халыҡ алдында йырлай башлауым да шунан. Шул яғы файҙалы булды: Ишембай ҡалаһында барған бөтә мәҙәни сараларға барып йөрөнөм, “артислыҡ” ярҙам итте...

Буласаҡ журналист һәм яҙыусы өсөн былар үҙе бер рухиәт мәктәбе булған икән. Был осорҙа Салауат Кәрим әҙәби ижад менән шөғөлләнеүен дауам итә, унһыҙ йәненә тынғы юҡ. 1980–1982 йылдарҙа әрме хеҙмәтендә лә туҡтатмай яратҡан шөғөлөн. Курск ҡалаһында нәшер ителгән “Молодая гвардия” гәзитендә “военкор С. Кәримов” имзаһы менән байтаҡ хәбәр-һүрәтләмәһе хәрби элемтәселәр тормошон яҡтырта.

Әйҙәгеҙ, республикабыҙҙағы иң ҙур тиражлы журналдың бөгөнгө баш мөхәрриренең ижад һәм етәкселек юлын артабан барлайыҡ. Ә ул эҙмә-эҙлекле, алға йүнәлешле юл: “Ленинсы” республика йәштәр гәзитенең тәрже­мәсе-хә­бәрсеһе; Күмертау ҡала һәм районының “Ильич юлы” гәзите мөхәр­рире урын­баҫары; “Башҡортостан пионеры” гәзите мөхәррире урынбаҫары; “Йәшлек”, “Аҡбуҙат” баҫмаларының яуаплы секретары, баш мөхәррир урынбаҫары, “Башҡортостан” ДТРК-һының “3-сө канал” студияһы директоры урынбаҫары; Башҡортостан Мәғариф министр­лы­ғының дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе; 2007 йылдан бөгөнгә тиклем – “Башҡортостан уҡытыусыһы” жур­на­лының баш мөхәррире. Билдәле, Салауат Ғайса улы Кәримов урындан-урынға күбәләк кеүек осоп йөрөмәгән, ә, киреһенсә, йылдар үткән һайын, тәжрибә туплап, яңы баҫҡысҡа күтәрелә барған – был шәхес үҫешенең эҙмә-эҙлекле юлы.

2007 йылдың аҙағында “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнгәс, Салауат Кәримов, ғәҙәтенсә, был эшкә ең һыҙ­ғанып тотондо. Журнал коллекти­вының хеҙмәте шунда асыҡ күренә: “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” – республикабыҙҙа һәр ваҡыт иң ҙур тираж менән нәшер ителгән ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик айлыҡ баҫма. Бөгөн китап-журнал уҡыу кәмей барған дәүерҙә баҫма 14 мең данаға яҡын тираж менән тарала. Был, беренсе сиратта, баш мөхәррирҙең шәхси яуап­лылығы, фиҙакәр хеҙмәте, редакция эшен ойоштора белеү һәләте менән бәйле.

Бөгөн “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы коллективы 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Уңыш­тары һанап бөткөһөҙ абруйлы баҫма­ның. Ул күп телле (мәҡәләләр туғыҙ телдә баҫыла) һәм күләмле, ҙур тиражлы булыуы менән ошондай йүнәлешле баҫмалар араһында Рәсәйҙә танылыу яулаған. Баш мөхәррир баҫманың йөҙөн әленән-әле яңыртып тора. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа һәр һанында республика мәғарифына ҙур өлөш индергән педагогтар, мәғариф етәкселәренең портреттары тышлыҡта баҫыла, улар ха­ҡында йылы һүҙ әйтелә. Рубрика­ларҙың яңырып тороуы ла баҫманы уҡымлы итә. Ҡыҫҡаһы, журнал заман менән бергә атлай. Ә уның баш мөхәррире ваҡыты-ваҡыты менән заманды ла уҙып китергә ынтылғандай.

Салауат Кәримовтың яҙыусы була­раҡ һалған ижади һуҡмағына ла күҙ төшөрәйек әле. Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева былай тип билдәләй: “Аҡбуҙат” журналы яңы асылып ҡына торғанда, уны яуаплы секретарь итеп эшкә саҡырҙым. Баҫ­маны ойоштороу бик ауыр ваҡытҡа тура килде. Салауат “Аҡбуҙат” йәшәп китһен өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Балалар өсөн ыҡсым, әммә тос йөкмәткеле хикәйәләр яҙа башланы. Ике ул тәрбиәләгән атай һүҙе бәләкәстәр әҙәбиәтенә бик кәрәк ине. Ошо йүнә­лештә ул уңыштарға өлгәште лә инде. Яҙыусының “Урман аҡланында”, “Йон­доҙҡай”, “Йырсы сыйырсыҡ” һәм “Мин уҡырға яратам” исемле китаптарын балалар ҡулдан төшөрмәй уҡый”.

Салауат Кәрим ижады, бик күптәр­ҙеке кеүек, шиғриәттән башлана, ул бынамын тигән поэтик әҫәрҙәр ижад итте. Улар әҙиптең “Күңел йылыһы” исемле китабында донъя күрҙе.

Байтаҡ йылдар Салауат Кәрим тынғыһыҙ эше араһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәре ижад итә. Бар булмышы менән педагог, башҡорт рухиәтенә тоғро әҙип йәш быуынды тәрбиәләүгә етди ҡарай. Уның күп һанлы хикәйәләрендә лә, “Хәйҙәр” повесында ла үҙәккә хәҙерге ғаиләлә һәм йәмғиәттә тәрбиә мәсьәләләренә иғтибар етмәгән дәүерҙә кеше шәхесен формалаштырыу проблемаһы ҡуйыла.

“Хәйҙәр” повесында Салауат Кәрим бөгөнгө йәшәйештең көнүҙәк мәсьә­ләһенә әйләнгән үҫмерҙәр тормошон, уларҙың уйланыуҙарын һәм башҡарған эштәрен, уңыштарын һәм уңыш­һыҙлыҡтарын, өлкәндәр менән мөнәсә­бәттәрен уҡымлы итеп һүрәтләй. Йәш­тәрҙең тормошҡа ҡарашын күрһәтергә ынтыла, уларға ярҙам итергә саҡыра, бөгөн ярҙам ҡулы һуҙмаһаҡ, иртәгә һуң буласаҡ икәнен иҫкәртә.

Салауат Кәримовтың эшмәкәрлеге күп яҡлы. Ул, журналист, яҙыусы булыу менән бер рәттән, билдәле педагог, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Байтаҡ йылдар М. Аҡмул­ла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фило­логияһы факультетында башҡорт теле буйынса лекциялар уҡый, практик дәрестәр, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрә, йөҙҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы. С. Кәримов башҡарған йәмәғәт эш­тәрен һанай башлаһаң, күптәр аптырап ҡалыр: бер кеше иңенә шул тиклем йөк һалыр икән! Эйе, ул – Баш­ҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, терминология комиссиялары, БР Мәғариф министрлығының коллегияһы, РФ, БР Мәғариф министрлыҡтарының уҡы­тыу-методика советы һәм башҡа комиссиялар ағзаһы. Бер үк ваҡытта Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары М. Кәрим, М. Ғафури фондтары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә лә ваҡыт таба. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарының баш­ҡорт теле һәм милли мәғариф комис­сияһының эшендә оҙаҡ йылдар әүҙем эшләне. Байтаҡ йылдар Ғүмәр мәктәбе уҡыусыларына атаһы Ғайса Кәримов исемендәге премияны тапшыра килеүе – үҙе оло мәртәбә!

Ҡатыны Әлфиә ханым менән Азат һәм Урал исемле улдар тәрбиәләп, хал­ҡыбыҙ, телебеҙ тип янған шәхестәр итеп үҫтереүе – йәнә рухи бөйөклөк өлгөһөлөр. Ике улы ла республикабыҙҙа яуаплы вазифалар башҡара. Бындай күркәм ғаиләлә ейән-ейәнсәрҙәр, ғәҙәттә, илһөйәр булып үҫә. Ошондай шәхестәребеҙ, күркәм ғаиләләребеҙ бар икән, тимәк, милләтебеҙҙең дә киләсәге яҡты. Ә Салауат ир-уҙаманға илаһи һуҡмағың бәрәкәтле, емешле, заманға һылтанып, үҙ һуҡмағыңдан һәм ҡиблаңдан яҙманың, шөкөр, ғәжәйеп бай ғүмер юлыңды артабан да ырамлы үтергә яҙһын, тип теләргә ҡала.
Фәнзил Санъяров, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Читайте нас