Шоңҡар
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2021, 11:05

Ҡыҙымдың тыуған көнө

Бала саҡта ҡунаҡ саҡырыу үҙе бер ҡыуаныс, кинәнес булғандыр инде бәләкәстәр өсөн. Ҡунаҡ саҡырырға тиһәң йүгереп китә торғайныҡ үҙебеҙ ҙә бала сағыбыҙҙа.Шулай ҙур ҡыҙым Зәниә 1-се синыфҡа уҡырға барҙы. Тыуған көнөн үткәрергә вәғәҙә биреп ҡуйгайным, ҡайҙан әйткән көнгә төштөм бит...1990-сы йыл, талонға йәшәйбеҙ. Магазиндарҙа бер нәмә лә юҡ, бөтә нәмә талонға килә. Ғаиләһендә кеше күп булғандарға йәшәүе еңелерәк ине, талон кеше башына бирелгәс әйберҙә мулыраҡ килә бит инде. Ә яңғыҙаҡтарға бик тә ауыр ине көн итеүе...

Зилдә Хәмиҙуллина
Ҡыҙымдың тыуған көнө...

Бала саҡта ҡунаҡ саҡырыу үҙе бер ҡыуаныс, кинәнес булғандыр инде бәләкәстәр өсөн. Ҡунаҡ саҡырырға тиһәң йүгереп китә торғайныҡ үҙебеҙ ҙә бала сағыбыҙҙа.
Шулай ҙур ҡыҙым Зәниә 1-се синыфҡа уҡырға барҙы. Тыуған көнөн үткәрергә вәғәҙә биреп ҡуйгайным, ҡайҙан әйткән көнгә төштөм бит...
1990-сы йыл, талонға йәшәйбеҙ. Магазиндарҙа бер нәмә лә юҡ, бөтә нәмә талонға килә. Ғаиләһендә кеше күп булғандарға йәшәүе еңелерәк ине, талон кеше башына бирелгәс әйберҙә мулыраҡ килә бит инде. Ә яңғыҙаҡтарға бик тә ауыр ине көн итеүе...
Әй, тыуған көн тураһында ине бит әле һүҙем. Шулай итеп ҡыҙымдың тыуған көнө көндө иртәнсәк: матур ғына итеп, тәфсирләп аңлаттым уға. Бөгөн магазинга талонға әйбер алып киләләр, уны ваҡытында алырға кәрәк. Тыуған көн тип, килгән әйберҙе алмай ебәрергә ярамай. Шуға күрә һин мәктәптән ҡайтҡас, мин магазиндан әйбер алып ҡайтҡас ҡына саҡырабыҙ ҡунағыңды. Әгәр ҙә өлгөрмәһәк, иртәгә саҡырырбыҙ, бешеренергә лә кәрәк бит әле. Хатта түҙмәй, саҡырам да саҡырам - тип торған ҡыҙым аңлаған һымаҡ булды былай...
Ул замандағы көнө буйы сираттарҙа тороп, талонға әйбер алам тип хитланғаныбыҙ ғүмерҙә лә онотмаҫлыҡ инде ул. Ул сираттарҙағы михнәттәрҙе, ҡыҙыҡлы ла, көлкөлө лә, мәҙәкле лә, ҡыҙғаныс та хәлдәрҙең күплеген һөйләп тораһы ла юҡ. Ҡатын-ҡыҙ шул ерҙә лә, ҡатын-ҡыҙ булып ҡала ине. Сираты еткәнсе әллә нисә тапҡыр ҡайтып балаларын, ирҙәрен бағып, ҡош-ҡортон ашатып, тағы ла әллә ниндәй эштәрен бөтөрөп киләләр. Ә сиратта торғанда һәр береһенең ҡулында бәйләм: йә шәл сите, йә уртаһы, йә носки-бейәләй, йә тағы ла башҡа нәмә бәйләйҙәр. Ауыл ҡатын-ҡыҙы бер минутын да бушҡа үткәрмәй инде ул! Бигерәк тә беҙҙең Бишө йлөнөң ҡатын-ҡыҙҙары!
Миңә сират етергә 3 кеше ҡалғас, ҡыҙымдың тауышын ишетәм: Әсәй, әсәй, әсәй!- күмәк кеше аша бәләкәс кенәм күренмәй, тауышы ғына сыға. *Әү балам! Хәҙер, хәҙер ҡайтам! Өс кеше генә ҡалды! Нимә булды?*-тип ҡысҡырам. *Әсәй ҡунаҡтарым килде инде минең*- ти был бала. *Әй АЛЛАҺЫ ғынам! Һөйләшкәйнек бит мин ҡайтҡас тип, нишләп көтмәнең инде? Ярай, ярай бар уйнап тороғоҙ, хәҙер ҡайтам мин!*- тип ҡыҙымдымы, үҙемдеме тынысландырам. Ниһайәт әллә нисә сумкалар, ҡумталар йөкмәп килеп сығам сираттан. Көс еткеһеҙ әйберҙе нисек алып ҡайтырға белмәй аптырабыраҡ ҡалдым, күмәкбеҙ шул, әйбер ҙә күп килә. Үтеп барған ҡәйнештәрҙең берәүһен тотоп алып, әйберемде йөкмәтәм дә, үҙем дә ҡайтырға йүгерәм. Бик булмаһа алып ҡайтҡан кәнфит, печеньеләр, консерваланған емештәр менән сәй эсерермен инде, бер нисә баланы ғына һыйлай алырмын әле тип, уйлана, уйлана ҡайтып киләм.
Өйөмә етеп килгән һайын, ниндәйҙер күмәк тауыштар, музыка, көлөү, һөйләшеү нығыраҡ ишетелһә лә, һаман әле минең ишек алдымдан килә икән тип уйламайым. Ыстағафирулла берәүҙә туймы икән, улай тиһәң туй тураһында һүҙ ишетелгәне юҡ ине? Уйлана, уйлана килеп ҡапҡама боролам да, кандрашка һуҡҡан кеше шикелле, иларғамы, көлөргәме белмәй туҡтап ҡалам. Аптыраумдың сиге юҡ! Үҙ күҙҙәремә ышанырлыҡ түгел ине ундағы хәл!
Ишек алдымды сәүкә өйөрө баҫҡанмы ни! Аяҡ баҫыр урын юҡ! Ҡайҙа ҡарама эреле-ваҡлы бала-саға тулған. Нимә эшләргә белмәй оҙаҡ торҙоммы, юҡмы белмәйем. Кемеһелер мине күреп ҡалды, әсәйең ҡайтты тип ҡыҙыма еткерҙеләр буғай. Уныһы йүгереп килеп йәбеште: әсәй әйҙә тиҙерәк, тиҙерәк беҙ көтөп арып бөттөк инде.
Үҙемде ҡулға алырға кәрәк, хәҙер үк! - тип эстән генә үҙемә үҙем бойорам. Мин баламдың йөҙөн йыртырға хаҡым юҡ! Уға бит ошо балалар менән ошо мәктәптә нисәмә йылдар буйы уҡырға кәрәк. Мин баламдың ҡунаҡтарын һыйлап ҡайтарырға тейешмен, аяҡһыҙ булып йығылып ҡалһам да, бер нәмәгә ҡарамай, мин быны үтәргә тейешмен. Башҡаса бер ниндәй ҙә әмәл дә, юл да юҡ, ҡулымдан килмәй, эшләй алмайым тейергә хаҡым юҡ!
Бар рухымды усыма йомарлап, балалар алдына барып баҫам. *Иғтибар, иғтибар! Һаумыһығыҙ балалар! Был нимә? Һеҙ бөтәгеҙ ҙә бында нимә эшләйһегеҙ?*- тип һорайым юрамал. *Беҙҙе Зәниә тыуған көнөнә саҡырҙы. Ҡасан сәй эсәбеҙ? Беҙҙе нимә менән һыйлайһығыҙ?*- тине бөтәһе бергә. *Мин көнө буйы өйҙә булманым, магазинда сиратта торҙом, үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ бит. Һеҙ бит минең ҡыҙымдың ҡунаҡтары. Мин һеҙҙе тәмле, бик тәмле аштар менән һыйлағым килә, ә һеҙҙе матур итеп һыйлар өсөн, хәҙер миңә бер аҙ ваҡыт кәрәк! Һеҙ ул ваҡытты миңә бирәһегеҙме?*- тип һорайым. *Бирәбеҙ! Бирәбеҙ!*- тинеләр балалар. *Улай булғас һеҙ хәҙер уйнап тороғоҙ. Тауға менеп, йылға буйына төшөп уйнағыҙ, тик ипләп уйнағыҙ, бер-берегеҙҙе ҡарағыҙ. Һеҙ ҡырҙа уйнап торһағыҙ мин аштарҙы тиҙерәк бешерә алырмын. Әтеү һеҙҙең тауыштан башым ҡайнап бер нәмә лә әҙерләй алмаҫмын. Мин әҙер булғас һеҙҙе саҡырырмын! Яраймы?*

Балалар менән килешкәнсе, уларҙы ишек алдынан оҙатҡансы, үҙем эстән генә нимәләр эшләргә, нимәнән башларға план ҡорам. Яңғыҙ ҡалғас, ең һыҙғанып эшкә тотонам. Аяғым, ҡулым артынан күҙ эйәрмәй, әйтерһең дә ишек алдында бер түгел ун биш Зильдә йүгерә! Ҡайһылай итмәк кәрәк? Өлгөрөргә тейешмен! Тейешмен!
Тиҙ генә ашнаҡтағы ике мейескә лә яғып ебәрҙем, һәләт кенә бер нисә төрлө торт, бисквиттәр бешереп алайым, ҡаҙандарҙы йышып, йыуып, ҡоротоп ҡуя һалдым, береһендә сәк-сәк болғай һалып алырға, икенсеһендә былау бешерергә әҙер торһондар. Ыңғайына самауырҙарҙы тултырып тере ҡуҙ һалам, ҡайнап ултырһындар. Сәк-сәккә ҡамыр баҫа һалып, салфетка ябып ҡуйҙым. Газ плитәһенә ҙур кәстрүлгә сөгөлдөр, картуф, кишер, йомортҡаларҙы бөтәһен бер ыңғайға бешерергә ҡуям, бешкәнен ала барырмын әҙер торһондар, салаттарҙы турап болғап, биреүе ҡыйын булмаҫ. Ҙур, сөм сеүәтәгә һуған турап укроп, петрушка һибеп шыйыҡ май һалып ҡуйҙым. Кәрәк булһа, ниндәй ашҡа ҡушһаң да ярай. Айырым салат кеүек өҫтәлгә бирһәң дә яҡшы була.

Шулай ашнаҡтан, ишек алдына, өйгә, келәткә, кире ашнаҡҡа йүгереп ул көндө мин мировой рекорд ходока ҡуйғанмындыр ул. Хәҙер аптырайым, нисек өлгөрҙөм, нисек йығылып ҡалманым икән?
Балаларҙан һорап алған ваҡытта, ниәтләгән бар аҙыҡтарҙы бешереп өлгөрҙөм дә ул, тик матур итеп өҫтәлгә теҙеп ҡуйырға ла, балаларҙы һыйларға ла кәрәк бит әле. Ә минең хәл һәлпәйҙе, эш мөшкөл. Аҙыраҡ ултырып хәл йыймаһам, йығылып үләм хәҙер, тип өй тупһаһына килеп терәлгәйнем генә, Миләүшә бикәс килеп инде. *Һаумы еңгәй! Алыҫтан ҡарап киләм, нимә һин ут сыҡҡан шикелле, ул яҡҡа был яҡҡа йүгерәһең? Нимә булды? Нишләп арып киткәнһең?*-тип һорауҙар яуҙыра бикәс. *Уй АЛЛАҺЫм Миләүшә, бикәскәйем һине миңә АЛЛАҺЫм үҙе ебәргәндер ул. Эй Хоҙайым мең рәхмәт һиңә! Һинең миңә ярҙамың кәрәк, срочно! Зәниә һылыуың әллә 30-лаған бала саҡырып ташлаған тыуған көнөнә. Мин бөтәһен дә әҙерләп өлгөрҙөм, тик өҫтәлгә ултыртышып, һыйлашһаң шәп булыр ине.* Миләүшә бикәс ихлас ярҙамлаша ла башланы, шулай балаларҙы бөтәһенең дә күңеле булырлыҡ итеп һыйлай алдыҡ. Арманһыҙ булып арыныҡ әлбиттә, ләкин һис тә үкенмәнек, һуҡранманыҡ.

Уларҙың күплегенән, барыһына ла етмәй ҡуймаһын тип ҡурҡып, ризыҡтарҙы ныҡ күп бешереп ташлағанмын. Туйға әҙерләгәндәй, үтә күп сәк-сәк, 12 сүрәк(бүлек, өшә) икмәк һыйырлыҡ йәйләү (лист, форма) менән 4 төрлө торт, бисквит, кекс бешергәнмен. Оло бер ҡаҙан былау, бер нисә төр салат. Өҫтәүенә, көнө буйы сиратта тороп алып ҡайтҡан, тәмле-татлыларҙы ла сығарып өҫтәлгә теҙеп ҡуйғас, бик матур, мул һыйлы табын килеп сыҡты. Балалар үтә күп булғанға күрә, уларҙы өс партияға бүлеп ашатырға тура килде. Тәүҙә иң бәләкәстәрен, шунан ҙурыраҡтарын, ә иң аҙаҡтан иң ҙурҙарын һыйланыҡ. Бөтәһен дә ашатҡандан һуң, ризыҡтарҙың яртыһы ла бөтмәгән ине әле. Миңә уларҙың алдына тағы барып баҫырға тура килде:* Берегеҙ ҙә ҡайтып китмәгеҙ, уйнап туйғас, кире килеп тағы сәй эсеп ҡайтығыҙ йәме!*- тиеүмә балалар ҡыуанып риза булдылар.

Шулай итеп балаларҙы ике тапҡыр һыйлап, һәр береһенә күстәнәстәр биреп ҡайтарырға етте, уларҙан һорап алған ваҡыт эсендә әҙерләгән ризыҡтарым. Балалар риза булып, бөтәһе лә ҡыуана-шатлана, уйнай-көлә таралыштылар.
Һуңынан ҡыҙымдан нишләп шул тиклем күп бала саҡырып ташлағанһың ул?-тип һорағайным: Мин берәүһенә генә әйткәйнем, башҡалары үҙҙәре килгән дә ҡуйған бит!- тине. Ни тиһең инде ул балаға!
Бына шулай экстренный формала тыуған көнөндә ҡунаҡ һыйлатты минән Зәниә ҡыҙым!
Читайте нас