Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июнь 2021, 21:05

Мин йәшәргә тейеш...

Әммә был ысынбарлыҡ ине. Һөйөклөһөнең тыуған көнөнә, үҙе лә әлегә белмәҫтән, икебалаға тау-тау бүләктәр алып ҡайтып килгән Ғәзиз туп артынан йүгереп сыҡҡанбаланы тапатмайым тип машина рулен бороп юл ситенә осҡан ине...

МИН ЙӘШӘРГӘ ТЕЙЕШ...

“Был мөхәббәт тигәндәре шулай буламы икән? Йырлата ла, йыуата ла, күктәрҙең
етенсе ҡатына ла мендерә, саҡ ҡына күрмәй торһаң йөрәктәргә һағыш-һағыныу уты
һала... Иии, шул микән өҙөлөп һөйөү?.. Мин генә түгел, ул да шулай икән бит! Ана
ул да осоп тигәндәй яндарыма килә лә: ” Әй, Гөлүсәм, Гөлүсәм, шундай һағындым
үҙеңде,”- тип ҡосағына ала...
Ата-әсәһе юл фаҗиғәһенә осрап вафат булғанда Гөлүсәгә ни бары өс йәш кенә
ине. Ике йылдан өләсәһе лә берҙән-бер ҡыҙы янына баҡыйлыҡҡа күсте. Шулай итеп 5
йәшлек Гөлүсә балалар йортонда йәшәй башланы. Ата-әсәһен, өләсәһен һағынып илаған
төндәре бихисап ине. Араларында уның кеүек тома етемдәр, ата-әсәләре иҫән булып
та бында тәрбиәләнеүселәр ҙә бар ине. Көндәрҙе төнгә, йәйҙәрҙе көҙгә ялғап ваҡыт
йылғаһы аға торҙо. Гөлүсә лә урта мәктәпте, һуңынан медицина колледжын тамамлап
шәфҡәт туташы булып эшкә урынлашты. Шунда танышты ла инде Ғәзизе менән.
Ҡыҙыҡ ҡына булды ул танышыу. Дауаханала бүлек посты өҫтәленән ручкаһы тәгәрәп
төшөп китте. Эйелеп алайым тигән ине, башы нимәгәлер бәрелде, күҙенән йондоҙҙар
сәселде. Күтәрелеп ҡараһа, йәш хирург икән. Икеһе лә маңлайҙарын ыуып бер-береһенә
ҡарап көлөп ебәрҙеләр. Тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәстәр, сем-ҡара күҙҙәр, яҡты
йөҙөнә килешеп торған ҡара мыйыҡ... Гөлүсә оялып башын эйҙе...
Әй, мөхәббәт! Өмөтһөҙгә йәшәү дәрте өҫтәйһең, ҡанатһыҙға ҡанат ҡуйып зәңгәр күктәр
киңлеген ҡосарға ярҙам итәһең, моңһоҙҙарға илһам нуры сәсәһең!
“Исеме һуң, исеме? Ғәзиз... Ғәзиз кешемә әйләндең, Ғәзизем!
Бәхетле минуттарға күмелеп көндәр,татлы ла ғазаплы ла хыял диңгеҙендә йөҙөп
төндәр үтә торҙо. Осрашыу минуттарын өҙөлөп көтөп ала ине ике йәш йөрәк. Инде
бер-береһенән башҡа йәшәй алмаясаҡтарын аңлап, сәстәрен сәскә бәйләнеләр.
Тиҙҙән йәш ғаилә яңы йорттан фатир алды. Ғәзиз һөйгәнен тәҙрә янына алып килде:
-Күрәһеңме, йәнем, был гүзәллекте, күктәр зәңгәрлеген, уның сафлығын. Минең
һөйөүем дә ошо йыһан шикелле икһеҙ-сикһеҙ. Ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡ
бүлешеп, һәр яңы тыуыр көнөбөҙҙө бергә ҡаршылап оҙон оҙаҡ йылдар иҫәнлек-һаулыҡта
ҡулға-ҡул тотоношоп балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп йәшәрбеҙ йәме. Баҡыйлыҡҡа ла
ҡарт әбей-бабай булып шулай етәкләшеп бергә китәрбеҙ. Һин ризаһыңмы?
-Эйе, Ғәзизем, мин риза. Беҙ риза,- тине Гөлүсә , һөйгәненең күҙенә серле
ҡарашын ташлап.
- Әллә?...
- Эйе...
-Гөлүсәм, һөйөклөм!...- Ғәзиз Гөлүсәне ҡулдарына алып зыр әйләндерҙе. Уртаҡ
емеш, мөхәббәт емеше.. Эй шатланды инде Ғәзизе!.
Гөлүсә татлы хыялдарға бирелеп, көҙгө алдында тулҡынланып торған һары
сәстәрен тарай. Ғәзизе эштән ҡайтып керер ҙә һөйгәнен “Һары һандуғасҡайым бит һин
минең!” тип ирендәренән һаҡ ҡына ҡағылып үбеп алыр. Был донъяла һине өҙөлөп
һөйгән, һинең өсөн борсолған, ҡайғы-шатлыҡтарыңды уртаҡлашыр кешең булыу
ниндәй ҙур бәхет икән бит... Ғәзиз көндән-көн яғымлыраҡ була барҙы. Бер гөлләмә
һулып өлгермәй, яңы сәскәләр алып ҡайта. Ғүмерҙәре бәхетле, бәхеттәре ғүмерле генә
була күрһен. Эй , Тәңрем, үҙең осраштырып, үҙең ҡауыштырған был ике йөрәкте
әсе ел-дауылдарыңдан һаҡлаһаң ине икән!
... Ҡайындарҙың аҡлығынан күҙҙәр ҡамаша. Ҡояштың йылы нурҙары тәнгә сихәт
биргәндәй, ә йомшаҡ еле әйтерһең дә өләсәһенең наҙлы ҡулдары. Ғәзизе менән
шул хозурлыҡта етәкләшеп киләләр. Бәхетле йылмайып бер-береһенә ҡарашып алалар
ҙа алға, ошо гүзәллеккә табан йүгерәләр. Кинәт бар донъя ҡараңғылыҡҡа сумды,
ел-дауыл саф ҡайындарҙы өҙә, йолҡҡолай башланы. Ел ажғырып көсәйгәндән
көсәйә бара. Ҡайҙандыр бик йыраҡтан өләсәһенең тауышы ишетелде: “Ныҡ бул, балам,
бирешмә!” Гөлүсә манма тиргә батып уянып китте. Әле генә күргән төш тәъҫирендә
күҙҙәрен асырға ла ҡурҡты. Янында тыныс ҡына тын алып йоҡлаған ирен тойоп бер аҙ
тыныслана төштө. Уф, төш кенә икән...
Гөлүсәнең бөгөн тыуған көне. Ғәзиз кибеткә кереп, һөйгәненә бүләктәр алды. Шул саҡ
күҙе балалар бүлегенә төштө. Алдан алырға ярамай тиһәләр ҙә, матур-матур бала
кейемдәрен күреп түҙә алмай, ҡосаҡ-ҡосаҡ кейем, уйынсыҡтар алды. Әле кем буласағын
белмәй ине, шуға күрә уйынсыҡ ҡурсаҡ та, машина ла алды.
Төнге дежурҙан ҡайтҡан Гөлүсә, бик арыған булһа ла ятып торманы. Ҡамыр ҡуйҙы,
төрлө салаттар эшләне. Кискә табын әҙерләне. Тыуған көнө бит. Бергә эшләгән дуҫтары
ла киләбеҙ тинеләр. Шылтыраған телефонды алырға тип ҡулын һуҙған Гөлүсәнең
ҡолағына тағы ла өләсәһенең “Ныҡ бул, балам, бирешмә!” тигән һүҙе ишетелеп
киткәндәй булды. Бер ай самаһы күргән төшө ҡабат иҫенә төштө. Йөрәге дөп-дөп тибә
башланы. Ҡурҡып телефонын ҡулына алды. Ғәзизе! Ғәзизе шылтырата. Уф!
Шомланыуым юҡҡа булған икән... Тик телефонда ят тауыш ине. Авария тиме?..Ниндәй
авария?.. Кем?.. Нисек?.. Гөлүсәнең зиһене был хәбәрҙе ҡабул итерлек түгел ине. Юҡ,
юҡ! Булыуы мөмкин түгел. Ул бит уның Ғәзизе! Буласаҡ сабыйҙарының атаһы. Бөгөн
тыуған көнөндә иренә һөйөнөслө хәбәрен әйтәсәк.Уға ла бүләк әҙерләне. УЗИла
игеҙәктәр - ҡыҙ һәм малай көтәһегеҙ тип һөйөндөрҙөләр. Нисек инде уның Ғәзизе уларҙы
ташлап китһен ти. Юҡ! Юҡ! Юуууҡ!
Әммә был ысынбарлыҡ ине. Һөйөклөһөнең тыуған көнөнә, үҙе лә әлегә белмәҫтән, ике
балаға тау-тау бүләктәр алып ҡайтып килгән Ғәзиз туп артынан йүгереп сыҡҡан
баланы тапатмайым тип машина рулен бороп юл ситенә осҡан ине...
Бер аҙна инде Гөлүсә үҙ-үҙенә урын тапмай. Ғәзизенең юҡлығына һаман ышанғыһы
килмәй. “Ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡ бүлешеп, һәр яңа тыуар көнөбөҙҙө бергә
ҡаршылап, оҙон оҙаҡ йылдар иҫәнлек-һаулыҡта ҡулға ҡул тотоношоп балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп йәшәрбеҙ йәме. Баҡыйлыҡҡа ла ҡарт әбей-бабай булып шулай
етәкләшеп бергә китәрбеҙ”-тигән инең бит Ғәзизем. Ниңә һүҙеңдә торманың! Һинһеҙ
нисек йәшәрмен? Ғәзизләрҙән ғәзиз Ғәзизем! Ниндәйҙер ҡарарға килеп Гөлүсә тыуған
көнөнә тип алған коньякты асты. Уйлана-уйлана коньякты һалып эсте. Кейем
шкафынан, Ғәзизе “Зәңгәр күҙҙәреңә бик килешә”, -тип алып биргән зәңгәр
күлдәген алып ултырғыс артына элеп ҡуйҙы. Сумкаһына дарыу төймәләрен бушатты.
Тағы коньякты һалып эсте: “Иртәгә, иртәгә көт мине!” Коньяк уның аңын томаланы.
Йоҡо бүлмәһенә сығып урын да йәймәйенсә ятты. Стенала эленеп торған Ғәзизенең
фотоһүрәтенә ҡарап ята торғас, йоҡоға китте.
Гөлүсә йоҡонан тороп, үҙен тәртипкә килтерҙе, зәңгәр күлдәген кейҙе, сумкаһын
иңенә аҫты. Урамда сәскә һатыусынан ҙур гөлләмә һатып алып, зыярвтҡа ире ҡәбере
янына юл алды. Ҡулындагы сәскәләрҙе Ғәзиздең ҡәбере өҫтөнә һалды. Сумкаһын
асты. Устарына кистән һалып ҡуйған төрлө төҫтәге дарыу төймәләрен алды. “Һаумы,
Ғәзизем. Миңә һинән башҡа нисек ауыр икәнен күрәһеңме, һиҙәһеңме икән?
Тормошомноң йәме, тыуаһы таңдарымдың төҫө ҡалманы. Был ғазап эстәрендә йәшәй
алмайым мин...” Устарындағы дарыуға ҡарап торҙо ла киҫкен бер ҡарарға килеп уларҙы...
ергә һибеп ебәрҙе. “ Тик мин йәшәргә тейеш, Ғәзизем! Мин йәшәргә тейеш!”
Юҡ!...
Ашыҡтырма, әҗәл! Туҡта!
Иртә әле миңә.
Балаларҙы үҫтерәһем,
Ейәндәрҙе килә күрәһем.
Мин йәшәргә тейеш беләһең!.
Бер бәләкәй генә аҡ күбәләк зәңгәр һауаны ярып юғарыга таба ынтылды. Һөйгәне өсөн
янып-көйөп урын таба алмаған Ғзиздең өҙгәләнгән йәне ине ул...
Гүзәлиә Ғизәтуллина.

Читайте нас: