Ирәүән
Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән (ревень) барҙа ир үлмәҫ, ти башҡорт мәҡәле. Дегәнәккә оҡшаған был әрһеҙ үҫемлек иртә яҙҙа баш ҡалҡыта. Ҡырҙа сүп үләне булараҡ үҫһә, баҡсаларҙа культуралы йәшелсә урынына ултырталар.
Күп йыллыҡ үҫемлек үләндәре ҙур ҡыуаҡ һымаҡ булып китә. Шуның өсөн ирәүәнде хатта газондарҙы биҙәүсе ҡыуаҡ урынына ла күрергә мөмкин, сөнки япраҡтары үҫә килә ҡыҙғылт төҫкә инә. Уны, ғәҙәттә, тамырын ҡаҙып алып, күсереп ултыртып үрсетәләр, орлоғонан сәсеп үҫтерергә лә мөмкин.Тәме яғынан ҡуҙғалаҡҡа оҡшаш япраҡтарынан салаттар яһарға ла мөмкин, ашҡа һалырға ярай. Һабаҡтарын ҡымыҙлыҡ һәм ҡаҡы һымаҡ ашап була, бәлеш бешерәләр. Тамырын киптереп һәм ваҡлап сәй урынына ла эсәләр. Медицинала тамырҙары ҡулланыла. Үҫә килә, ирәүәндең япраҡтары, һабағы ҡата һәм ныҡ әсегә әйләнә.
Ҡаҡы
Ҡаҡы (свербига восточная) беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙә үҫкән ҡуҙғалаҡтан да нығыраҡ таралған. Уны ҡала парктарында ла, болондарҙа ла, юл ситтәрендә лә осратырға мөмкин. Үҙенсәлекле япрағы ла, һабағы ла ҡаҡыны башҡа үҫемлектәрҙән еңел айырырға ярҙам итә. Аш-һыу өсөн бармаҡ йыуанлығындай, ерҙән үк күтәрелгән япраҡтары уртаһынан бер нисә һабаҡ булып килеп сыҡҡан үҙәге файҙаланыла. Уны йәш сағында ғына ҡабығын әрсеп ашайҙар, сөнки ҡаҡы бик тиҙ күтәрелә һәм ҡата. Йәш ҡаҡының тәме кәбеҫтәне хәтерләтә. Ашарға яраҡлылығы ла шунан күренә — уның һабағы еңел бөгөлөп-өҙөлөп тора. Япраҡтары ла, тамыры ла ашарға яраҡлы, ләкин беҙҙә ҡаҡының йәш һабағы ғына файҙаланыла.
Көҙөн ҡаҙып алынған тамырҙарҙы шул килеш тә ашарға ярай, бешерергә лә мөмкин, консервалауҙа керәнде лә алыштыра. Составындағы әскелтем тәм биргән гәрсис майы өҙөп алғандан һуң бик тиҙ тарҡала, шуға ла һулыған һабаҡтары әскелт тәмен юғалта. Таҙартылған һабаҡты киҫкеләп, бәлеш эслеге урынына ҡулланырға мөмкин, япраҡтарын ашҡа һалалар. Йәш ҡаҡының сәскәгә тумаланған өҫкө өлөшөн (бутон) тотош алып, майлы табала ҡыҙҙырһаң да бик тәмле, үҙенсәлекле ризыҡ килеп сыға.
Үҫеп етеп сәскәгә күмелгәс, һап-һары ҙур ялбыр таждары менән ҡаҡы тирә-яҡты йәмләп ултыра. Әммә уның ағас һымаҡ ҡатҡан һабаҡтары бесәнлектәрҙе сүплеккә әйләндерә. Ашарға яраҡлы ҡыҫҡа ғына миҙгелен оҙайтыр өсөн ҡаҡыны йыйғас тоҙларға, киптерергә йә консерваларға мөмкин.
Дарыу үләне булараҡ ҡаҡы ҡулланылмай, һәр хәлдә, белешмәләрҙә уны табыу мөмкин түгел. Был йә уның фән тарафынан өйрәнелмәгәнен, йә уның кеүек дауаларға һәләтле булған көслөрәк башҡа үләндәр барлығын аңлата.
Балтырған
Беҙ бала саҡта был үләнде белмәгән кеше юҡ ине. Туғай-болондарҙа үлән ҡалҡа башлау менән, халыҡ балтырғандың (борщевик сибирский) асыҡ йәшел төҫтәге эре япраҡтарын йыйырға юллана.
Кеше яҙ дауамында өс тапҡыр балтырған ашын тәмләп ҡалырға тейеш, тигән ырым да бар халыҡта. Уның тарбаҡлы япраҡтарын йәш кенә сағында йыйып ашҡа турайҙар, шул килеш өҙөп тә ашарға мөмкин. Балтырған ашына кесерткән, ҡуҙғалаҡ, йомортҡа ҡушып, тары ярмаһы өҫтәһәң, тағы ла тәмлерәк була. Итле ашҡа ла һәйбәт бара был үлән. Уның әскелт тәме юҡ, ашта ябай туҡмас ролен үтәй ала. Балтырғандан салаттар ҙа яһайҙар, ит турағыстан көпшәһе, тамыры менән бергә үткәреп, туҡлыҡлы пюре лә әҙерләйҙәр.
Ерҙән үк үҫкән япраҡтар уртаһынан көпшә һабағы ҡалҡып сыҡҡас, балтырғанды файҙаланыуҙың икенсе этабы башлана. Уның шундай уҡ сөсө, йомшаҡ көпшәләрен шул килеш кем ауыҙ итмәгән икән? Туралған көпшәләре бәлеш эслегенә лә бына тигән. Көпшәһенең тәме ҡыярҙыҡына оҡшаш.
Был хуш еҫле, тәмле үлән ашын ҡыш көнө лә татыйым тигән кеше балтырғанды ҡышҡылыҡҡа тоҙлай ҙа ала. Ә шулай ҙа уны киптереп әҙерләү уңайлыраҡ. Бының өсөн эре япраҡтарын да йыйырға мөмкин, тик әле тупаҫланмаған вағыраҡ йәш япраҡтары тәмлерәк була. Йыйғас та япраҡтарҙы ашҡа һалырлыҡ итеп турап, шунан һуң ғына йәйеп киптерергә кәрәк, эре килеш кипкән япраҡтарҙы аҙаҡтан турауы ҡыйын. Киптерелгән балтырғанды сепрәк ҡапсыҡта ла, ҡағыҙ йәшниктә лә һаҡлап була. Ҡышын бешеп еткән ашҡа бер ус ҡына балтырған япрағы һалып ебәреү ҙә һеҙҙе йәйге хозурлыҡҡа кире ҡайтарыр.Медицинала балтырғандың япрағы ла, тамыры ла файҙаланыла.
Ҡуҙғалаҡ
Был үләнде белмәгән кеше юҡтыр. Ул дымлы туғайҙарҙа үҫкән ашарға яраҡлы үләндәрҙең береһе, баҡсасылар баҡсаларында ла сәсеп үҫтерә һәм йәй буйы салаттарҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
Үҙенсәлекле әскелтем тәм биреп бешкән ҡуҙғалаҡ (щавель кислый) ашы, бәлки, күптәргә оҡшап етмәйҙер, әммә тәмләткес урынына аштарға һәм салаттарға ҡуҙғалаҡ ҡушыла. Ит турағыстан үткәрелгән ҡуҙғалаҡ массаһын соустар яһағанда ҡулланалар.
Туғайҙарҙа ҡуҙғалаҡ бик күпләп үҫә, шуға уны йыйыуы ҡыйын түгел. Үҫемлек сәскә атҡас, ашарға яраҡлы булһа ла, тәүге тәмен юғалта, шуға уның япраҡтарын йәш сағында йыйып ҡалалар. Йәшел массаны кәбеҫтә һымаҡ уҡ күпләп тоҙларға мөмкин. Тоҙлағанда япраҡтарын бөтөн килеш һалалар (бер биҙрә япраҡҡа бер стакан тоҙ китә). Ҡуҙғалаҡҡа дегәнәк япраҡтарын да ҡушып тоҙлау ризыҡҡа үҙенсәлекле тәм бирер. Ҡулланыр алдынан уларҙы һалҡын һыуҙа йыуып турайҙар. Ҡышын файҙаланыу өсөн киптерергә лә мөмкин. Ит турағыстан үткәреп, ҡайһы бер хужабикәләр ҡуҙғалаҡты консервалай, ләкин был бик мәшәҡәтле эш. Витаминдарын тулыһынса һаҡлау өсөн йәшел үләндәрҙе киптереп һаҡлау отошлораҡ.
Ә медицинала иһә ҡуҙғалаҡтың бер төрө булған ат ҡуҙғалағының (щавель конский) тамырҙары файҙаланыла.