Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июнь 2021, 09:40

Композитор Рәшит Йыһанов тыуған көнөн билдәләй

Уның бихисап йырҙары халыҡ күңелендә урын алды.

Рәшит Рәхим улы Йыһанов 1952 йылдың 28 июнендә Өфө ҡалаһында балетмейстер Рәхим Фәиз улы Йыһанов ғаиләһендә тыуған.
1977 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Заһир Исмәғилев класы) һәм ошо юғары уҡыу йортонда эшкә ҡалдырыла, бында ул 2012 йылға тиклем уҡыта. 1995—2001 йылдарҙа — композиция кафедраһы мөдире була. 1997 йылдан — профессор.
Рәшит Йыһанов 1992—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры, 1992—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара.
Композитор Өфө дәүләт нефть техник университетының (ул ваҡытта Өфө нефть институты) «Шаян» һәм «Альтарес» (1978—1982), Башҡорт дәүләт педагогия институтының «Инйәр» (1982—1995) музыкаль төркөмдәренең, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының «Ufa» рок-төркөмөнөң ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе.
Концерт менән Рәсәй ҡалаларында, Германия, Голландия, Бельгия, Австрия һәм Англияла сығыш яһаған.
Рәшит Йыһанов — «Алһыу сәскә» (Аленький цветочек, 2003; Сергей Аксаковтың шул уҡ исемле әкиәте буйынса, И. Х. Хәбиров либреттоһы), «Ут» («Огонь», 1998; Әнғәм Атнабаевтың шул уҡ исемле драмаһы буйынса И. Х. Хәбиров либреттоһы) балеттары, «Ҡара һыуҙар» (1977, Мостай Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса) оратория-балеты авторы.
Поэма (1980), 6 симфония (1-сеһе, 1987; 2-сеһе, «Иман символдары» — «Символы веры», 1996; 3-сөһө, «Дала әреме» — «Полынь степная», 1998; 4-сеһе, «Салауат Юлаевҡа гимн» — «Гимн Салавату Юлаеву», 2003; 5-сеһе, «Һуғышҡа ҡаршы» — «Антивоенный», 2006; 6-сыһы, 2011), «Баяс» (1998).
Радик Гәрәев иҫтәлегенә орган менән оркестр өсөн концерт дилогияһы (1997), фортепиано менән оркестр өсөн (1999); кларнет, фагот, валторна һәм симфоник оркестр өсөн «Рагавардхана» (2002); валторна һәм оркестр өсөн (2004), һуҡма музыка ҡоралдары менән оркестр өсөн «Timpanorama»(2005) һәм башҡалар.
Салауат Юлаев шиғырҙарына «Тыуған Уралым» (1996) хор поэмаһы, А. А. Блоктың «Скифтар» (1992, башҡорт теленә Риф Мифтахов тәржемәһе) хор циклы.
Муса Ғәли, Риф Мифтахов шиғырҙарына вокаль циклдар, Суфиян Поварисовтың «Ауылымдың айлы кистәре», Рауил Ниғмәтуллиндың «Умырҙая», Гөлфиә Юнысованың «Әсәй» һ.б. шиғырҙарына йырҙар.
Камера-инструменталь әҫәрҙәре: кларнет һәм фортепиано өсөн 2 соната (1977, 2006), флейта һәм фортепиано өсөн 2 соната (1977, 2006), скрипка һәм фортепиано өсөн 4 соната (1995, 2005, 2010, 2012), тынлы, һуҡма музыка ҡоралдары һәм фортепиано өсөн квинтет (1980), 1-се ҡыллы квартет (1995) һәм башҡалар.
Читайте нас: