Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июнь 2021, 09:15

Өфөлә йорттар ҡалҡа

Ҡаланың ҡайһы биҫтәләрендә фатирҙар арзаныраҡ?

Өфөлә йорттарҙың күпләп төҙөлөүен белдерҙе баш ҡала мэры Сергей Греков хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. “Өфөнөң 450 йыллығы алдында беҙ үҙебеҙгә ҙур маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Торлаҡ төҙөүҙе арттырыу - Рәсәйҙең милли сәйәсәтенең төп өҫтөнлөктәренең береһе. Өфө йыл һайын 840 мең кв. метр яңы торлаҡ тапшырырға тейеш, һәм был бурыс үтәлә. Бөгөн ҡала төҙөлөшө рөхсәте буйынса илдә икенсе урында тора, 2024 йылға тиклем торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләме 3 миллион квадрат метрҙан артыҡ буласаҡ ", - тине ул.
“Икенсе мөһим йүнәлеш - Дим һәм Затон райондарында арзан торлаҡ сегментын үҫтереү. Оҙаҡ ваҡыт был территорияларҙың үҫеше инженер селтәрҙәре булмау менән сикләнде. 2021 йылда, республика хөкүмәте ярҙамы менән, Өфө ҡалаһы инженер селтәрҙәре төҙөлөшөнә 8 миллиард һум йәлеп ителәсәк. Инженер селтәрҙәрен төҙөүҙе 2024 йылға тамамлайбыҙ. Һөҙөмтәлә, был биҫтәләрҙә яҡынса 1 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөп буласаҡ", - диде Сергей Греков.
Торлаҡ төҙөүҙе арттырыу Владимир Путиндың май указ менән билдәләнгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк.
Читайте нас: