Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июнь 2021, 21:45

Гәүһәр һырға

Өҫтәренә бер биҙрә йыуынты һыу түккән кеүек хис итте үҙҙәрен улар. Һөйләшерлек тә, иларлыҡ та хәлдәре ҡалмағайны. Әсәләренә был турала әйтеп торманылар, шулай ҙа ваҡиға күңелдәренә ауыр таш булып ятты.

– Гөлшат Дәүләтовна, һеҙгә Петрованың әсәһе килгән. Саҡырайыммы?
– Әлбиттә, саҡыр, аҡыллым, саҡыр.
Гөлшат, уйҙарынан арынып, эш өҫтәле янына ултырҙы. Нина Ивановна менән осрашыу мөмкинлеген бер ҡасан да башына индермәй ине ул. Хәлдең көтөлмәгәнерәк булыуы, хәл-ваҡиғаларҙың ошондай йүнәлеш алыуы уны бер аҙ албырғатты. Нина Ивановна ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡабул ителеүселәр өсөн әҙерләнгән ултырғысҡа ултырҙы.
– Үҙгәрештәр бармы? Һауығырмы Светлана? Өмөтөм һүнде. Нимә уйларға ла белмәйем, Гөлшат Дәүләтовна.
– Тынысланығыҙ. Ҡыҙығыҙҙың хәле һаман элеккесә. Һеҙ ҡайғырып нервығыҙҙы ғына бөтөрәһегеҙ. Наркоманияны дауалап була. Ләкин пациенттың ныҡ һауыҡҡыһы килгәндә генә уңыш йылмаясаҡ. Светлана иһә донъянан ваз кискән. Әлбиттә, артабан да дауалаясаҡбыҙ. Бындай хәлдә уны дауахананан сығарып булмай. Шулай ҙа беҙҙе оҙайлы ремиссия көтә. Һеҙ быға әҙер булырға тейеш. Светаның балаһы бар түгелме?
– Эйе, малайы Богданды мин ҡарайым.
– Балаға күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Бында илап ултырыуығыҙ берәүгә лә файҙаға түгел. Һөйләштекме? Үҙгәрештәр булһа, шылтыратырмын.
Нина Ивановна баш һелкеп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, кабинеттан сығып китте. Таныманы, ахыры, тип уйланы Гөлшат. Тик биш минуттан йәнә асылды.

– Гөлшат Дәүләтовна, мин һеҙҙе дауахананан башҡа тағы ҡайҙа күрҙем икән? Йөҙөгөҙ шул тиклем таныш кеүек тойола?
– Әйтә алмайым, Нина Ивановна! Ҡайҙалыр күрешкән булһаҡ, хәтерләр инем…
Алданы Гөлшат ҡатынды. Әгәр Нина Ивановна менән ҡыҙы уның тормошонда осрамаһа, ул хәҙер билдәле табип, наркомания һәм алкоголизмды дауалаусы күренекле клиниканың етәксеһе булыр инеме икән? Әйтеүе ҡыйын. Кискеһен, бөтөн эшен тамамлағас, Гөлшат үҙенең уңайлы бүлмәһендә бикләнеп, хәтирәләргә сумды…
Бала сағы ауыр булды уның. Атаһы эсте, туҡманы, кәмһетте. Бер туҡтауһыҙ талауҙарға түҙмәй, әсәһе, ике балаһын күтәреп, өйөн, йылдар буйы тупланған мөлкәтен ҡалдырып, ауылдан сығып китте. Сит ерҙә эшкә урынлашыуы, донъя көтөп алып китеүе ауыр булды уларға. Апаһы Рәзилә менән әсәһенең эшләмәгән эше ҡалманы: баҡса үҫтереп, баш ҡалаға йәшелсә-емеш ташып һаттылар, подъезд йыуҙылар, ҡара эштән кәмһенмәнеләр, түҙҙеләр. Күрше ауылдарында байҙарҙың “Рублевкаһы” үҫеп сыҡҡас, Рәзилә йәйгелеккә эш тапты. Ҡаланан күсеп килгән хәлле кешеләргә ялланды ҡыҙҙар. Рәзилә өй эштәрен башҡарҙы. Кер, иҙән йыуҙы, хужабикәнең һәр йомошон үтәне. Гөлшат иһә баҡсала емеш-еләк йыйҙы, ҡайнатма әҙерләргә ярҙамлашты. Хужабикәнең үҙе менән бер йәштәге ҡыҙының бүлмәһен йыйыштырыу ҙа уның бурысы ине. “Ҡыҙым эш белмәй. Ҡыл да ҡыбырҙатҡыһы килмәй. Үҙ тиҫтеренең бүлмәһендә йыйыштырыуы сәменә теймәҫме икән?” – тип өмөтләнде Нина Ивановна.

Ҡыҙҙарҙың икеһенә лә 12-шәр йәш. Гөлшат үҙенең һуңғы тапҡыр ҡасан ҡурсаҡ уйнағанын онотоп та өлгөргәйне. Ә Светаның атаһы сит ил командировкаһынан ниндәйен генә алып ҡайтмаған! Тәүҙә үк Света Гөлшатты киҫәтеп ҡуйҙы: “Бер ҡурсаҡты ла шылдырма. Туҙанды һөрткәс тә, үҙ урынына ултырт. Береһе юғалһа ла, әсәйемә әйтәм. Һинең әсәйең был ҡурсаҡтарҙың тырнағы торошло ла эш хаҡы алмайҙыр әле, байғош. Кейемдәремде бөкләп һал. Карауат аҫтында ятҡандарын йыуырға кәрәк”, – тип шкафтан барлыҡ кейемдәрен һыпырып төшөрҙө.
Гөлшат, аптырай-аптырай, Светлананың бүлмәһен йыйыштырҙы. Үҙҙәренең ике бүлмәле фатирҙарында йоҡо бүлмәһе ҡыҙҙар өсөн ине. Ул әллә ни йыһазландырылмаһа ла, бында гел таҙа. Тәҙрә төптәрендә Рәзилә апаһы төрлө-төрлө гөл үҫтерә. Өләсәләренән ҡалған боланлы келәм, йылылыҡ бөркөп, бүлмәне йылытҡандай тойола ине Гөлшатҡа. Йоҡлар алдынан ул ошо боланға оҙаҡ ҡарап ятыр булды. Ғорур баҫып торған хайуандың йомшаҡ моронон һыйпап, битен терәгеһе килә ине. Ә Светаның бүлмәһе иркен, ҡыйбатлы әйберҙәр менән тулы булһа ла, бында ҡот юҡ һымаҡ тойолдо ҡыҙға. Ҡурсаҡтарҙы йыйыштырып ҡуйғас, Гөлшат уларҙың береһе алдында оҙаҡ аптырап торҙо. Ҡыҙҙан буйға саҡ ҡына бәләкәсерәк уйынсыҡҡа таң ҡалды ул. Бындайҙы Өфөлә ҙур балалар магазинында күргәйне. Таш ҡурсаҡҡа таң ҡалһа ла, әсәһенән уны һорарға башына ла килмәне ҡыҙҙың. Ул биш мең һум тора! Балалар табибы булып эшләгән әсәһе ул ваҡытта 800 һум эш хаҡы ала ине. Света әйберҙәрен төргән-төргән дә кәштәһенә тығып ҡуйған, таҙаһы ла, бысрағы ла бергә. Бындағы сепрәк-сапраҡ менән Гөлшаттың класташ ҡыҙҙарының һигеҙен дә кейендереп, алмашҡа берәр сумаҙан кейем тоттороп ҡайтарырға булыр ине. Ул тиклем әйберҙе ҡайҙа, ҡасан кейәлер?
Бер көн апаһы менән оҙаҡлап киттеләр. Эш күп булғайны. Нина Петровнаның ире, юғары вазифа биләгән бай кеше, эштән ҡайтып, ҡыҙҙарҙы күргәс тә йөҙөнә ерәнеүен сығарып:
– Нина, эшселәрең мин ҡайтыуға таралышып бөтһөн, тип һөйләшкәйнек. Башҡаса был хәл ҡабатланмаһын, – тип кибеп тә бөтмәгән иҙәнде тапап, аяҡ кейемен дә сисмәй үҙ бүлмәһенә инеп китте. Был ҡыҙҙарҙың хеҙмәте баһаланмауҙы, уларҙы кешегә һанамауҙы күрһәтә ине, әлбиттә.

Ҡалған көндәрҙә ҡарағат, ҡурай еләге, крыжовник, сейә йыйып, шәкәр ҡушып болғап, ҡайнатма әҙерләне Гөлшат. Ҡыяр йыйып, йыуып, тоҙлар өсөн банкаларға тултырҙы. Шулай ҙа уның төп эше төшкө аштан һуң Светаның бүлмәһен йыйыштырыу ине. Ҡыҙыҡай көндөҙгө 12-ләргә генә уяна, ашап алғас, уйнарға сығып китә. Көнө буйы йә велосипедта йөрөй, йә ҡурсаҡ уйнай, йә үҙенең быҙау кеүек ҙур эте менән булыша. Сәй ҡайнатырға ла әсәһенә йомошлай. Өйҙә ҡыл да ҡыбырҙатмай:
– Хеҙмәтселәрең былай ҙа күп, эшләһендәр. Мине улар рәтенә ҡуйма! — ти ине ул әсәһенә. Ҡыҙыҡай әсәһен бигүк һанға һуҡмаһа ла, атаһынан шөрләй, уны ярата ине. Анатолий Иванович Светаны үҙе менән балыҡҡа, һунарға алып йөрөй, хатта бәләкәй калибрлы мылтыҡ та бүләк иткән.
Ғөмүмән, Петровтар ғаиләһе аҡса һанамай, бай йәшәй. Йәй һайын Испания, Германия, Греция, Кипр, Италияла ял итәләр. Бер яҡтан, көнләшерлек тә кеүек. Икенсе яҡтан, уларҙа бер-береһенә ихтирам юҡ, йылы һүҙ ишетмәҫһең. Гел аҡса тураһында уйлап, уның ҡоло булыу ғаилә ағзалары араһында үтә күренмәҫлек кәртә ҡуйғандыр инде.
Апаһы менән йәй буйы Петровтарҙа эшләне ҡыҙ. Студент Рәзилә өҫтөн бөтәйтерлек аҡса йыйҙы. Гөлшат иһә уҡыу йылына етерлек дәфтәр-китап тупланы. 1 сентябргә барырға кейем дә алды. Эшләргә һуңғы ике аҙна ҡалғайны. Бер көн иртә менән Света бүлмәһенән яр һалып ҡысҡырып килеп сыҡты:
– Минең гәүһәр һырғаларым юғалған! Һинең хеҙмәтселәрең генә урлаған уны! Тиҙ генә милиция саҡыр! Оятһыҙҙар, ошонда ашап-эсеп, әйбер урлайҙар бит әле! Һин ул, һин! – тип Гөлшатҡа төртөп күрһәтте. Ҡыҙ оялышынан ер тишегенә инеп китерҙәй булды.
Нина Ивановна аптырап ҡалды:
– Ысынмы был, Гөлшат? Ярлы-ябағаны өйгә индерһәң, шулай була инде! Күрһәт әйберҙәреңде! – тип Нина Ивановна ҡыҙҙы ҡапшай башланы. Бер нәмә лә таба алманылар. Апаһын да тентеп сыҡтылар. Гөлшат сумкаһын алдағы көндә уларҙа онотоп ҡалдырған булған. Гәүһәр ҡашлы һырға шунда табылды. Һуңғы аҙна өсөн аҡса түләмәй, әрләп-һүгеп ҡыҙҙарҙы өйҙән ҡыуып сығарҙылар. “Һырғалар табылғас, милиция саҡыртып тормайбыҙ. Тик башҡа бында килеп күренеп йөрөмәгеҙ”, – тип оҙатып ҡалды уларҙы Нина Ивановна. Ҡыҙы Света йылмайып балконда тора ине... Өҫтәренә бер биҙрә йыуынты һыу түккән кеүек хис итте үҙҙәрен улар. Һөйләшерлек тә, иларлыҡ та хәлдәре ҡалмағайны. Әсәләренә был турала әйтеп торманылар, шулай ҙа ваҡиға күңелдәренә ауыр таш булып ятты. Ул һырғаларҙы Гөлшат та, Рәзилә лә алмағайны. Сумкаға нисек инеп ятҡандыр? Ошо һорау уларға тынғылыҡ бирмәне. “Гөлшат, бурлыҡ беҙгә хас түгел. Ауыр йәшәһәк тә, бер ҡасан да кеше әйберенә ымһынманым. Һин дә шулай, әсәй ҙә. Был ҡара эсле кешенең генә ҡылығы. Һин ике айҙан ашыу Светаның бүлмәһен йыйыштырҙың. Йөҙөктәре, һырғалары ҡайҙа ятҡанын беләһеңме?” – тип һораны, аптырағас, апаһы.
– Юҡ, мин туҙан һөртөүен-һөрттөм, ләкин бер нәмәне лә асып ҡарағаным булманы.
– Шулай булғас, ғәйепте үҙеңдән эҙләмә, – тип Рәзилә ҡыҙҙы тынысландырҙы.
Бер айҙан барыһы ла асыҡланды. Өйгә Нина Ивановна килеп инде:
– Ҡыҙҙар, һеҙҙән ғәфү үтенергә килдем. Һырғаларҙы ҡыҙым үҙе сумкағыҙға һалған икән. Тикшергем, үҙҙәрен нисек тоторҙарын ҡарағым килде, тип аптыратты. Үҙ балаһына һәр әсәй ышана инде ул. Миңә уңайһыҙ, ныҡ уңайһыҙ. Ошо һырғаларҙы минән яҡшы эшегеҙ өсөн бүләк тип ҡабул итегеҙ, – тип өҫтәлгә аҡсалы конверт менән теге гәүһәр һырғаларҙы ҡалдырып сығып китте. Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Сәғәт тыҡылдауы ғына асыҡ ишетелә ине…
Аҡсаны эш өсөн түләнгән тип ҡабул итһәләр ҙә, һырғаларҙы апаһы ла, Гөлшат та таҡмай. Улар һаман өйҙә Гөлшаттың кәштәһендә ятты.
Әгәр ошо хәл булмаһа, ул үҫкәс, етеш тормошта йәшәргә, үҙ машинаһына ултырып, Нина Ивановнаға бер килеп китергә тигән маҡсат ҡуйыр инеме алдына? Кем белә. Ләкин уға өлгәшер өсөн үҙен йәлләмәне ул. Медицина университетына уҡырға инде. Иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе – наркомания һәм алкоголизм менән сирлеләрҙе дауалау бүлеген һайланы. Быға атаһының ғүмер буйы эсеп, ғаиләһен ыҙалатыуы ла сәбәпсе булды. Бер нисә йыл диспансерҙа эшләгәндән һуң, сит илгә тәжрибә тупларға сығып китте. Ошонда буласаҡ ире төрөк егете Мостафаны осратты. Ул да нарколог ине. Бергәләп эшләй башланылар. Башҡортостанда клиника астылар. Моратына иреште Гөлшат. Нина Ивановнаның ғаиләһе тураһында ла күптән онотҡайны. Әгәр Светлананы дауаларға алып килмәһәләр, теге һырғалар ҙа кәштәлә тик ятыр, хәтирәләр төйөнө лә һүтелмәҫ ине. Светлананың наркоман булып китеүе тетрәтте Гөлшатты. Етеш тормошта йәшәп, Англияла уҡып, үҙеңдең яҙмышыңды күрәләтә юҡҡа сығарыуҙы аңламаны ул. Икеһе ике донъя кешеһе ине шул.
Иртәгәһенә Нина Ивановна тағы дауаханаға килде. Гөлшат уны үҙенә саҡырҙы.
– Беҙ ысынлап танышбыҙ. Бынан егерме йыл элек мин һеҙҙең өйөгөҙҙә эшләнем. Гәүһәр алҡа урлауҙа ғәйепләнгән ҡыҙ мин. Бөгөн шул алҡаларҙы һеҙгә кире ҡайтарғым килә. Мин уларҙы бер тапҡыр ҙа таҡманым, – тип Гөлшат теге алҡаларҙы Нина Ивановнаның алдына һалды…
Лилиә Ғафарова.
Читайте нас: