«Атайҙы хеҙмәт армияһында Силәбе трактор заводына алып киттеләр. Һуғыш ваҡытында унда танк эшләп сығарғандар. Йыл да өс ай эшләгәндән һуң сирләп киткән. Шунан өйгә ҡайтарғандар... Мине 15 көнгә районға хәрби әҙерлеккә алып киткәйнеләр. Ҡайтып килһәм: «Атайығыҙҙы ерләнек, өсөн уҡыттыҡ», – тип һөйөнсө алған кеүек юлда осраған бер бабай әйтеп китте...»
Әбделхаҡ Фәтҡулла улы ӘХТӘМОВ.
1926 йылдың 30 июнендә Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында тыуған.
Һуғыш башланғанда 15 йәштә була.
Яланда ер һөрөп йөрөй инек. Шәһиҙулла Әхтәмов ағай тракторист. Мин прицепщик. Төш ашарға туҡтағайныҡ, һуғыш башланғанын килеп әйттеләр.
Икенсе көндө Фәйзрахман Ишҡолов ағайға повестка килде. Ул юл эшендә ине. Беҙҙең ауылдан унда 18 кеше эшләй ине. Күбеһенсә ҡыҙҙар йәштәр булды. Мин Фәйзрахман ағайҙы ат менән барып алып ҡайттым. 27 июнь китте. Кире киткәнендә трассаға һуғылып ауылдаштар менән хушлашҡан.
Өсөнсө-бишенсе көндә биш кеше китте: Лотфулла Әхтәмов, Сәғиҙулла Латипов, Зәйнулла Ғиләжетдинов, Миңлеғәли Вахитов, Баймырҙа Юланов. Биш бирчкаға ултыртып, ғаиләләре менән оҙаттыҡ. Тәүге икәүһе 35 йәштә инеләр, уларҙы Өфөлә хеҙмәт армияһына ҡалдырғандар. Моторҙар эшләү заводында булғандар. Бер йылдан һуң ҡайттылар. Өсәүһе 31 йәшлектәр ине, уларҙы Ленинград фронтына ебәргәндәр. Өсөһө лә хәбәрһеҙ юғалды.
Лотфулла ағайҙың туғаны Әбделәхәт фин һуғышында булғайны. Эстония, Латвия, Литваны азат итеп, 1940 йылда ҡайтҡайны. 1941 йылдың март-апрель айҙарында хәрби әҙерлеккә тип военкомат йыйған. Шунан фронтҡа киткән һәм үлгән.
Бөтә трактористарҙы бригадаһы менән – Тимерғәли Әлибаев, Миһран Әюпов, Шәһиҙулла Әхтәмов, Мөхәмәтхужа Мостафиндарҙы 1943 йыл көҙ уңыш йыйып алғас та фронтҡа ебәрҙеләр. Тимерғәлиҙән бер ике-өс хат килгән. Һуңғыһында, һуғышҡа инәбеҙ, тип яҙған. Шунан хәбәрһеҙ юғалған. Шаһиҙулла пленда булған. Шунан биш йыл биреп, ҡайтманы. Миһран иҫән-һау ҡайтты.
Фәүзиә һылыуыбыҙҙы Стәрлегә ФЗО-ға алып киттеләр. Крановщицаға уҡыған, төҙөлөштә эшләгән. Әсәйем Ғәзимә лә, апайым Ғөмәйрә лә, һеңлем Хөбәйбә лә – бөтәһе лә колхоз эшенә йөрөнө.
Ир-ат трактористарҙы һуғышҡа алып китеп бөткәс, ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡтырға булдылар. Шәфиғә Латыпова, Вәғиҙә Вахитова, Ғәйниямал Әхтәмова апайҙарҙы 1942 йылда Таймаҫҡа ебәрҙеләр. Биш-алты ай уҡып ҡайттылар. Ноябрь айынан китеп ҡыш буйына ремонтта яттылар. Миңлеәхмәт Әхтәмов, Минебай Сафаров һәм мин таркторист апайҙарҙа прицепщик булып йөрөнөк.
Абдулла ағай менән Ғәзиз ағайҙарҙы ла хеҙмәт армияһына алдылар.
Бесән сапҡанда ла, иген йыйғанда ла, иген һуҡҡанда ла баҫыуҙа булдыҡ.
Балтырғандан аш ашаныҡ. Мал сөгөлдөрөнөң япрағын да ашҡа һалып ебәрәләр. Сөгөлдөр һурпаһына норма тип бирелгән 3 ҡалаҡ бойҙай ярмаһынан да әҙерәк һалалар. Лобогрейкала эшләгәндә, нормаңды тултырһаң, 100-150 грамма бойҙай бирәләр. Кеҫәгә һалып алып ҡайтып булмай, тикшерәләр.
Үҙебеҙҙә бесән сабып бөтһәк, «Көйөргәҙе» совхозының Яҙлау яланына барабыҙ. Абдрахман бабай кәбән өйә, башта тора. Ҡатын-ҡыҙҙар ридуан менән ташый. Икенсе тапҡыр Абдулла ағай менән барҙыҡ.
Кәлимулла Әлибаев тигән бабай кузняла эшләне. Улар, косилка, лобогрейка, жнейка, согревалка кеүек техника ватылһа, ремонтлайҙар. Салғыларҙы беҙ үҙебеҙ сарлап алабыҙ. Баҫыуҙа шул тиклем бөжәк күп, иген араһында туп-тулы булып, мыжғып йөрөй ине.
Эш бөткәнсе яланда ятабыҙ. Өйгә ҡайтмайбыҙ. Ҡыуыш ҡороп алабыҙ. Иртән дыңғырлатып тимер һуғалар ҙа тороп китәбеҙ. Аттарҙы эҙләп алып ҡайтабыҙ. Аслы-туҡлы йөрөйбөҙ. Иртәнсәк бер көлсәне дүрткә бүлеп ашайбыҙ ҙа – иртәнге ризыҡ шул була. Төшкә сталауай бешерәләр. Өҫкә кейергә нәмә бар, шуның менән йөрөнөк. Аяҡҡа сабата кейҙек. Уны Муса ауылынан татарҙар эшләп һата ине. Мәләүез баҙарына барғанда ла алып ҡайтабыҙ. Һатып алырға аҡсаһы юҡ. Оҙаҡҡараҡ сыҙаһын тип эргә-тирәһенән селек үткәреп алабыҙ.
Төшкө ялға туҡтағанда балтырған, ҡымыҙлыҡ, йыуа, ҡаҡы, ҡарға йыуаһы, һарымһаҡ, әтлек йыйып килтерәбеҙ.
Бесәнде хеҙмәт көнөнә бүләләр. Үҙеңә сабырға бер-ике көн бирәләр. Колхоз ферма малына 72-75 кәбән һала ине.
Беҙ үҙебеҙҙең малдан арттырып, бесәнде Мәләүез баҙарына алып барып һатабыҙ. Өс-дүрт кеше ике сана бесән тейәп китәбеҙ. Ике сананан өс сана бесән яһайбыҙ. Таныш-тоношҡа квартирға төшәбеҙ йә колхоз өйөнә барабыҙ. Шунда саналағы бесәнде ауҙарабыҙ ҙа яңынан санаға бушағыраҡ итеп, ҡабартып һалабыҙ. Шулай итеп ике сананан өс сана бесән яһайбыҙ. Белгән кешеләр, эсе буш түгел микән, тип төртөп-төртөп ҡарай. Бесән аҡсаһы налог түләргә китә. Заемды ла күп һалалар.
Бәрәңге әҙ сәселде. Орлоҡҡа ҡалмай ине. Әсәйем менән урыҫтарға барып сәсешәбеҙ ҙә, улар орлоҡ бирә. Беҙ генә түгел, күптәр шулай йөрөнө. Канаревка, Антоновка тигән ауылдарға барҙыҡ. Колхоз эше бөтмәйенсә үҙебеҙгә бәрәңге сәсергә рөхсәт итмәйҙәр. Райондан уполномоченный килеп тикшереп йөрөй.
...Һуғыш ваҡытында бүреләр күп булды. Утлы яҡтан күсеп килгәндәр, тип әйтә ине ололар. Ғәйфулла Әхтәмов бабайҙың ситән һарайын тишкеләп, бер һарығын алдылар. Ферманы ла баҫып, төндә тананы йығып киткәндәре булды.
Бер уҡытыусы Ермолаевканан Васильевка яғына ҡайтып барған. Шуны бүреләр ашаған. Аяҡтары ғына ҡалған. Быймаһынан танығандар.
Ауылыбыҙға эвакуация менән дүрт ғаилә килде. Украинанан бер хохол бухгалтер булып ултырҙы. Ике ғаилә күп торманы, кире китте. Ҡалғандары бер-ике йыл тирәһе йәшәне.
Атайҙы 1942 йылдың октябрендә хеҙмәт армияһына алдылар. Силәбегә ебәргәндәр. Һуғышҡа тиклем тракторҙар эшләп сығарған заводты үҙгәртеп танк эшләүсе заводҡа әйләндергәндәр, һуғыштан емерелеп килгәндәрен йүнәткәндәр. Улар Ҡансура ауылынан Ҡотлояр исемле ағай менән бергә китте. Фронтҡа тигән танктарҙың өҫтөн брезент менән ҡаплап ебәргәндәр. Немец самолеттары поездарҙы бомбаға тотҡанда һуғыш ҡоралы техникаһы икәнен белмәһендәр өсөн шулай эшләгәндәр.
1943 йылдың 8 октябрендә Әхмәтшәриф Әбдрәхимов менән икебеҙҙе военкоматҡа саҡырттылар. Комиссия үткәрҙеләр. Минең. күҙем насар күреү сәбәпле, ҡалдырҙылар. Әхмәтшәрифте алдылар, ул 30 октябрҙә фронтҡа китергә тейеш ине.
Һуғышҡа барыусыларҙы ат менән гел мин оҙатып барҙым. Был юлы ла Әхмәтшәрифте, Бәләкәй Илкәнәй ауылынан Әбүбәкер Рәшитовты, Йомағужанан Әрдәширҙе (фамилияһы хәтеремден сыҡты) Аллағыуатҡа алып киттем.
Мәләүезде сығып, Сахарныйға еткәйнек, юлда ҡара сәүкә кеүек аттар теҙелгән. Барыһы ла һуғышҡа барыусыларҙы оҙатып китеп бара.
Йәш саҡ бит, егеттәр шаярышып, өймәкләшеп китеп баралар ине, Әхмәтшәрифтең, аяғы шаҡарылып, быуыны сыҡҡан. Был килеш кешене һуғышҡа ебәреп булмай бит инде. Юл ыңғайындағы Ергән ауылында быуын ултыртыусы әбей бар тип әйттеләр ҙә, беҙ шунда туҡталдыҡ. Әбей Әхмәтшәрифтең аяҡ быуынын ултыртты ла бәйләп ҡуйҙы. «Йүгермә, яйлап ҡына атлап йөрө», – тине. Оҙатышып ҡалғанда әбей: «Стәрлегә барып йөрөмә, Ишембайҙан килгән поезға ғына ултыртып ебәр», – тип кәңәш биреп ҡалды.
Тағы байтаҡ кешеләрҙе һуғышҡа оҙаттым. Декабрь айында ике кешене Зиннәт Буранбаев менән Хәкимйән Ишҡоловты алып барҙым.
Һуғыш башланғас та 11 атты алып киткәйнеләр. Күп тә үтмәне, тағы ла 14 атты оҙаттылар. Атайым ул саҡта хеҙмәт армияһына китеп өлгөрмәгәйне әле. Ул, Закир Йәнсурин, Вәлиәхмәт Ҡотломбәтов, Солтан Сафаров, Абдрахман Камалов. Ғәйфулла Әхтәмов, тағы Мостафин фамилиялы һаңғырау бабай 7 бричка менән Раевкаға киттеләр. 6 бричканы фронтҡа ебәрергә тип ҡалдырғандар. Үҙҙәре етенсеһенә күмәкләшеп ултырып, ауылға ҡайттылар.
1944 йылда атай хеҙмәт армияһында ауырып киткән. Шуға уны ҡайтарып ебәргәндәр. Ғинуар аҙағында Ҡотош тигән ауылдан барып алдым. Унда бер аҙна ятҡан. Санала әйләнеп тә ултыра алмай ине.
Әҙ генә рәтләнгәндәй булғас, яҙ көнө, түҙмәй, трактор паркын ҡарауылларға эшкә сыҡҡан. Шунда хәле насарланып киткән. Бригадир Мырҙағәли Әлибаев күргәндә тере булған әле, өйгә алып ҡайтҡас 27 апрелдә үлгән.
Был ваҡытта мине военкомат хәрби әҙерлеккә алғайны. Шәбағыш тигән ауыл янында ун биш көн беҙҙе һалдатса стройҙа йөрөргә, атакаға күтәрелергә, шыуышырға өйрәттеләр. 16 кешене парлап ҡапма-ҡаршы ҡуялар ҙа һуғыштыралар. Һуғыш «уйнатып» ҡына ятҡырманылар, эшләттеләр, ағас киҫтерҙеләр.
Шунан ҡайтып килә инем юлда Закир бабай осраны ла, һөйөнсө алған кеүек: «Атайыңды ерләнек, өсөн уҡыттыҡ», – тип әйтте.
Силсәүиттә телефон бар ине бит инде, ниңә хәбәр итмәнеләр икән, әйтһәләр, моғайын, ҡайтарырҙар ине, тип өйгә илап килеп индем. Насибулла мырышым өс йәштә тороп ҡалды.
Шунан мине сплавҡа ебәрҙеләр. Унда китеүсе һәр кешегә 10-ар кило иген бирергә тейештәр икән. Беҙгә алабута, ҡарабойҙайға оҡшаған өс ҡырлы бағыра, иген араһында үҫкән тары һымаҡ шипкән тигән сүп үләндәренән торған көрпә бирҙеләр. Әсәй шунан икмәк бешереп бирҙе.
Ҡалмаҡтан килгән бабай Бөрйәндең Ырғыҙлыһынан ары Әтек тигән ауылға килтереп ҡалдырҙы. Сплав ағып киткәйне. Ун биш көн тирәһе үткәс, Ҡотандан Аҡбута, Һөйөш, Сорғоязға килеп ҡасып ҡайттым. Иртәгәһенә үк кантурға саҡырттылар. Кире барырға ҡушалар, райсоветҡа бар, тинеләр. Ә үҙҙәре иген бирмәйҙәр. Колхоз председателе Муса ауылынан килгән Абдрахман Сәлихов тигән ағай ине. «Үткәнендә алғанһың бит, һиңә иген тейеш түгел», – тине. Әсәй юлға ике көлсә менән бәрәңге бешереп һалды.
Райсоветҡа барҙым. «Ашарға бөткәйне, шуға ҡайттым. Әле колхоз председателе иген бирмәне», – тип һөйләнем. Ҡалта, Мораптал, Аҡһары егеттәре лә бар ине. Райсовет председателе беҙҙең һәр беребеҙгә алтышар кило икмәк яҙҙы. Военкоматҡа ла кереп сығайыҡ әле тип киттек унда. Военком беҙгә: «Идите домой!» – тип, ҡағыҙға ҡул ҡуйып сығарып ебәрҙе. Беҙ шатландыҡ инде. Икмәкле лә булдыҡ. Сплавҡа ла барырға кәрәкмәй. Әсәйем ҡайтып, атын саҡ туғарып өлгөргәйне. 26-27 саҡрым араны үтеп ҡояш байып барғанда мин дә өйгә ҡайтып еттем.
Иртәгәһенә мине тағы кантурға саҡырттылар. «Нишләп ҡайттың?» – тиҙәр. «Военкомат рөхсәт итте», – тим. Ышанмайҙар. Белоретта хәрби әсирҙәрҙе ҡарап ятҡан Әбдрәхим Мөхәмәтшин отпускыға ҡайтҡайны, шул минең ҡағыҙҙы ҡараны ла: «Ысынлап та шулай», – тине.
Хәҙер миңә ауылда эш бирмәйҙәр. Аҙна үтте, һаман өндәшеүсе кеше юҡ. Антоновка, Покровка тигән урыҫ ауылдарына барып, бәрәңге сәсешәм дә улар бәрәңге бирә. Шулай итеп сәсергә лә, ашарға ла, хатта һатырға ла булды. Мирасғәли Әлибаев менән урыҫтарҙан алып ҡайтҡан бәрәңгене Мәләүез баҙарына илтеп һатабыҙ. Аҡсаһына ручка, дәфтәр алабыҙ ҙа уларҙы тағы урыҫтарға алып барабыҙ. Председателдәре һәйбәт ине, иген дә биргеләне.
Фәүзиә һылыуым Стәрлелә ФЗО-ла ине. 15-се йәшкә киткәйне. Мастерынан һорап, ауылға алып ҡайттым. Ун биш көн булды. Кире китмәй ҙә ҡуя. «Мин бит һине әҙгә генә һорап алып ҡайттым, һуғыш ваҡытында закондар ҡаты, үҙеңә зыян булыр», – тип Стәрлегә кире алып барып ҡалдырып ҡайттым. Шунан һуң уны 1944 йылда Ырымбурға эшкә ебәрҙеләр. Шунда тормошҡа сығып ҡалды.
...Июнь айы етте. Бесән ваҡыты. Эшләргә кеше етмәй. Бесән сабырға мин кәрәк. Бригадир өйгә килгән. Умарта ҡарап йөрөй инем. «Әйҙә, мырыш!» – тип Рабиға апай, Ғәффә апай, Хәсби инәй ҙә ат менән килеп туҡтанылар. Лобогрейкала мин улар менән бергә эшләгәйнем. Шунан сыҡтым инде, косилка менән бесән саптым. Көҙ уңыш йыйыуҙа эшләнем, ерҙе туңға һөрҙөм, молотьбала ашлыҡ баҫтым.
1944 йылдың 10 октябрь тирәләрендә райондан 270 кешене Белорет районына урман киҫергә алып киттеләр. Инйәрҙә 120 кешене ҡалдырҙылар, Белоретты үткәс, Мәнеү тигән станцияла 150 кеше булды.
Беҙҙең ауылдан өсәү киттек. Йәнсурин Закир бабай, Мәүә Рамазанова һәм мин. Бронь менән һуғышҡа бармай ҡалған Иван тигән кеше бригадир. Закир бабай менән беҙ бысабыҙ. Мәүә өйә. Ағастарҙы 1 метр 25 сантиметр итеп ҡырҡабыҙ. 1 метр 24 сантиметр булһа – ярай, ә 1 метр 26 сантиметр булһа, кире быстыралар. Бер сантиметрға ҙур булһа ла мейескә һыймай икән. Атҡа тейәп алып китәләр, шунан Мәнеү станцияһында вагонға тейәйҙәр. Артабан Белоретҡа металлургия заводына китә ул ағастар.
Өс тапҡыр ашаталар. Өлгөрмәгән, йәшел кәбеҫтә һыуы, 400 грамм икмәк бирәләр. Алты ай эшләнек. Октябрҙең ундарында киткәйнек, апрелдең ундары булып китте. Ҡайтырға ваҡыт етте. Визовый станцияһында көтөп ятабыҙ. Ике кис ҡундыҡ. Китеп булмай ҙа ҡуя. Кем нисек йәбешә ала, шулай поезд менән Өфөгә килеп еттек. Милиция тотоп алды ла: «Ҡайҙа документтарығыҙ?» – тип һорай. «Визовойҙағыларҙа», – тибеҙ. Станция тулып йөрөйбөҙ. Визовойҙағылар килеп, документтарҙы тикшергәс, ҡайтырға рөхсәт булды. Иртәнге 8-ҙә Ишембайға килеп етеп, кискә ауылда инек.
Ауылда сәсеүгә төшкәйнеләр. 17 апрель эшкә сыҡтым. 230 гектар ерҙә бойҙай сәсеп йөрөгәндә һуғыш бөткәнен ишетеп ҡыуандыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар илайҙар, ҡыуаналар, бейейҙәр. Ул көн ауылда байрам һымаҡ булды.
Шулай итеп, мин һуғыш ваҡытында ла, унан һуң да өс ҡыш урман киҫтем, ете ҡыш урман тарттым. Яҙ, йәй, көҙ ауылда эшләнем. Фронтҡа бармағандар ҙа һуғыштың ауырлығын үҙ елкәләрендә күтәрҙе.