Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә генә үткән йылдың тәүге өс кварталында ғаилә-көнкүрештә көс ҡулланыу сәбәпле, 15 381 енәйәт эше ҡуҙғалтылған. Тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙар, балалар зыян күрә. Донъялағы һәр өсөнсө ҡатын үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла физик йәки сексуаль көсләүгә дусар ителә. Үкенескә күрә, бер нисә йыл инде ошо мәсьәлә буйынса закон проекттарын Дәүләт Думаһы ҡарауына индерергә ынтылыу уңышһыҙ тамамлана. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ”Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү” һәм ”Ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар булғандарға социаль-психологик ярҙам тураһында” закон проекттары әҙерләне. Уның ҡабул ителеүенә федераль закон булмауы тотҡарлыҡ яһай. Әлеге ваҡытта РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эргәһендәге Гендер мәсьәләләре буйынса координацион совет ойошторған эшсе төркөм “Рәсәй Федерацияһында ғаилә-көнкүрештә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм профилактикалау тураһында” яңы закон проектын эшләне. Уның тирәләй бәхәстәр ҡуйырғандан ҡуйыра, ә ҡасан ҡабул ителере һаман да билдәһеҙ.
Сәлиә менән Радиктың ғаиләһе бөтә урамға бер бәлә булды. Мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөп, егет әрменән ҡайтыу менән ғаилә ҡороп ебәрҙе улар. Мәктәп артындағы бәләкәй генә урамдан ер алып, кескәй өй һалып сыҡҡас, ихаталағы буш урынға ғаилә башлығы ҙур итеп яңы йорт башланы. Бер-бер артлы ике улдары тыуҙы. Тәүҙә һәүетемсә генә йәшәгән кеүек инеләр, тик тора-бара ир эсеүгә әүәҫләнде. Ҡайтып шым ғына йөрөһә ни асыу?! Өйҙә янъял ҡуба: ир менән ҡатын талаша, балалар ҡурҡышынан аҡырып иларға тотона. Талаш яйлап йоҙроҡ һуғышына әйләнде. “Үлтерә ул мине!” – тип йүгереп ингән ҡатынға күрше-күлән ярҙамға ашыға. Кемеһе балаларын йоҡларға алып ҡайта, кемеһе ирҙе тынысландыра, кемеһе ҡатынға ире иҫерек саҡта телен тыйырға өгөт-нәсихәт бирә. Ә ғәйеп икеһендә лә бар: айыҡ саҡта тыныс, тыйнаҡ булған Радик артығын эсһә, бәйләнсек әҙәмгә әүерелә. Бәлки, тауыш та сыҡмаҫ ине, әгәр ҡатыны ул ишектән инеү менән үҙе әрләй башламаһа:
– Тағы ләх ҡайтҡан! Еләктәй йәш сағым һинең кеүек иргә текләп үтә. Әйттеләр инде, сыҡма уға, тип! Ҡайҙа вәғәҙә иткән яландай өй? Донъяға тиһәң, аҡса етмәй, ә эсергә тигәндә табыла!
– Йәнем, булыр барыһы ла. Беҙ бит яңы йәшәй генә башланыҡ. Кил әле, берҙе генә ҡосаҡлап үбәйем!
– Ҡағылма миңә! Бар, эскән шешәңде ҡосаҡла! Күргем дә килмәй! Алкашланып йөрөп, ирлек бурысыңды ла йүнләп үтәмәйһең бит һин!
Был һүҙҙәр былай ҙа саҡ-саҡ торған иргә етә ҡала. Айына бер нисә тапҡыр ҡабатланған сценарий үҙгәрмәй: ир эсеүен ташламай, ҡатын телен тыймай. Ә талашып-һуғышыуҙары күршеләрен тамам ялҡытты. Бер тапҡыр участковыйға ғариза яҙып, иренә 4000 һум штраф түләргә квитанция килгәндән һуң, Сәлиә уны саҡыртмаҫ булды. Ни тиһәң дә бер ғаилә ҡаҙнаһынан сыға бит, ә ауыл ерендә ул аҡсаға уйламай ҙа бер ай туҡланырға була. Күршеләр йәлләй, төн булһынмы, ямғыр-буранмы, илай-илай килеп ишек шаҡыһа, баралар.
– Ҡасан туҡтар икән был ыҙғыш? – үҙ-ара шулай һөйләшеүҙән ары китмәйҙәр.
Ә ире айныһа, ҡатынды алыштырып ҡуялармы ни: уның хәләленән дә арыу кеше юҡ. Өйҙәге хәлде ишетеп, ирҙең айныҡ сағында аҡылға ултыртмаҡ булып килгән ауыл биләмәһе башлығына ла, мәктәп уҡытыусыларына ла Сәлиә үҙе ҡаршы сыға:
– Беҙҙең тормошҡа ҡыҫылмағыҙ! Ҡулынан килмәгән эше юҡ, балаларҙың өҫ-башы бөтөн. Ана, өй менән булышып йөрөй, хәҙер кәйефен боҙһағыҙ, тағы эсер. Беҙҙә эшегеҙ булмаһын!
Тик тормоштары барған һайын түбән тәгәрәне. Эйе, яңы йорт та һалынды, мал-тыуар ҙа артты. Тик унда йәшәүсе дүрт йән эйәһе лә бәхетһеҙ булды: Радик йылдан-йыл эскелек һаҙлығына нығыраҡ батты, ҡыҙыу холҡло Сәлиә тамам ауырыуға әйләнде. Оло улдары Рәмил үҫмерлек ҡорона етеүгә ҡулдан ысҡынды, өйҙәге талаштан ҡасып күберәк дуҫтарында, туғандарында йөрөнө, уҡыуҙа эше булманы. Уҡытыусылар тәртибенә зарланды, ә өйҙә уға иғтибар юҡ ине. Эске менән мауыҡты, һөнәр алманы. Ә Йәмил ҡурҡыуҙан кесе ярауын тота алмай башланы. Ваҡытында дауаланһа, ҡурҡыныс булмаҫ ине лә, тик әсәһе иренә булған асыуын да уға төшөрөп, әрләүен белде. Мәктәптә саҡта был ауырыуын белеп ҡалған балалар унан көлә, төрлөсә кәмһетә башланы. Үҙ-үҙенә бикләнгән, йәмғиәттән ситләшкән малайҙы берҙән- бер көндө аҫылынған килеш һарайҙа таптылар.
Ғәйеплене эҙләү файҙаһыҙ
Юғарыла һүрәтләгән ғаилә трагедияһы – кеше яҙмышының бер күренеше генә. Был осраҡта уларҙың кемеһе ғәйепле һуң? Айырым ҡарағанда, һәр береһе өйҙәге йәбер ҡорбаны. Ундайҙар эргәбеҙҙә бик күп. Һәм уларға йәмғиәт ярҙамы ғына етмәй, ә дәүләт тарафынан да иғтибар кәрәк.
Бөгөн мәктәптә ниндәй генә фәндәр уҡытылмай?! Элек тәү сиратта хәреф танырға, яҙырға, уҡырға өйрәтеүҙән башлана ине. Хәҙер инде бала мәктәпкә барғансы уҡ уларҙы белергә тейеш. 2-се кластан уҡ сит телдәр, математика, артабан физика, химия, астрономия, черчение, биология һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, белемдең кәрәклеһе лә, кәрәкмәгәне лә бирелә, әммә мәктәп тупһаһынан ҡайһы берҙә тормошҡа яраҡһыҙ быуын сыға. Ата-әсәйҙәр тормош мәшәҡәтенә сумған, тәрбиәне түгел, белемде өҫтөн ҡуя. Ә борон юғары ҡатлам кешеләре тәү сиратта ғаилә ҡороу, йорт ҡотон һаҡлау буйынса дәрестәр алған, оло тормошҡа әҙерләнгән. Тимәк, фажиғәнең тамыры тәрбиәгә барып тоташа. Хәйер, рәхимһеҙлек хөкөм һөргән йортта рәхимле балалар үҫтереп булмағаны ла көн кеүек асыҡ.
Ғаиләләге йәберҙең бер нисә төрө бар. Алкоголиктар эскән саҡта үҙ-үҙен белмәй. Был осраҡ әллә ни ҡурҡыныс түгел кеүек. Сөнки эскелектән дауалаған осраҡта, уларҙың тормошо ғәҙәти, хатта бик матур дауам итеүе мөмкин. Бындай осраҡтарҙы йышыраҡ күҙәтергә тура килә. Тормошта үҙ-үҙен таба, ҙур маҡсаттарын тормошҡа ашыра алмағандар иһә барлыҡ уңышһыҙлығын яҡын кешеләренә япһара, ғәйепле күреп үс алырға тырыша. Был осраҡта психологтар уларҙы “яратам” ысулы менән тынысландырырға кәңәш итә. Йәғни, һин етәксе (еңеүсе, бай һ. б.) булмаһаң да яратабыҙ, ябай кеше булараҡ хөрмәт итәбеҙ. Гел генә булмаһа ла, ҡайһы бер осраҡтарҙа ғаилә низағтарын яйға һалырға ярҙам итә.
Уңышлы, байҙар араһында ла көс ҡулланыусыларҙы осратырға була. Улар үҙҙәренә уйынсыҡ һатып алдыҡ, тип уйлай. Ғаилә ағзаларының фекерен һанға һуҡмай, уларҙы эшкә яраҡһыҙ кешегә иҫәпләй. Һәм һүҙһеҙ үҙенә бойһонорға мәжбүр итә. Үҙенең кеҫәһе тулы аҡса булғанда ла, яҡындарына бер тин бирмәүе бар. Бындай осраҡта бер генә юл: хәлле кеше менән тормошомдо бәйләнем, тип ашығыс ҡарарҙар ҡабул итергә ярамай. Уҡыйһығыҙ икән – диплом алығыҙ, эшләйһегеҙ икән – ташламағыҙ. Ниндәй генә булмаһын, һөнәр менән эш кешегә ниндәйҙер кимәлдә азатлыҡ бирә.
Тағы ла башҡаларҙы кәмһетеүҙән, илатыуҙан, мыҫҡыллауҙан, туҡмауҙан, ҡурҡытыуҙан ләззәт алыусылар була. Улар психик яҡтан “теүәл” түгел һәм социаль хәүеф тыуҙыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ юлға әйҙәү, өгөтләү күп осраҡта һөҙөмтә бирмәй. Агрессия көсһөҙҙәргә ҡарата үҙ власыңды күрһәтеүҙең бер юлы, шуға күрә уға бер нисек тә ярап булмай. Бөгөн бәйләнер сәбәп тапмаһа, иртәгә табасаҡ. Бөгөн тормош иптәшенең яңы күлдәк кейгәне ярһытһа (матурланып кемде көтә инең?), иртәгә уны алама ҡиәфәте (ниңә мине бысраҡ өҫ-баш менән ҡаршы алаһың?) сығырынан сығара. Ғөмүмән, әгәр партнерығыҙ һеҙҙе йәберләүҙә һеҙҙе үк ғәйепләй икән, тимәк, ул бер ҡасан да хатаһын аңламаясаҡ.
Йәбер-золом аңлатмаһына физик көс ҡулланыуҙы ғына индереү дөрөҫ түгел. Бармаҡ менән дә сиртелмәйсә, иҙелеп, ғазапланып йәшәүселәр күп. Был осраҡ күпкә ҡурҡынысыраҡ, сөнки туҡмалыуҙы күргән шаһиттар була, экспертиза ярҙамында ла дәлилләргә мөмкин. Ә бала менән өйҙә ултырған ҡатынына аҡса бирмәйенсә, язалау өсөн ярым ас ултыртҡан ирҙе нимә эшләтергә? Көн һайын тормош иптәшенең тышҡы ҡиәфәтенән, физик көсөнән, ҡайһы бер холҡонан көлөп, мыҫҡыл итеп, кәмһенеү комплексы барлыҡҡа килтергән кешегә яза бармы? Шулай уҡ баланы тартып алыу йәки судҡа биреү менән ҡурҡытып, эмоциональ баҫым яһаусы ла күп осраҡта аҡтан аҡ булып ҡала. Ярай сексуаль көсләүгә ҡарата яза ҡаты. Тик законлы никахтағылар енси мөнәсәбәткә күп осраҡта бер төрлө ҡарай: паспортта мисәт бар, тимәк, ул һинең бурыс. Шулай уҡ партнерының түшәктә хайуандарса ҡыланыуын хәләл ефете кешегә бөтөнләй белдермәҫкә тырыша – оят көслө.
Ысынлап та, беҙҙең халыҡ йыш ҡына кеше фекеренән, һүҙенән ҡурҡып йәшәй. Шуның менән үҙен һәләкәткә илтә лә инде. Нисек кенә булмаһын, сабырлыҡ та кәмей, юҡҡа сыға. Һуңғы сиккә еткән кешенең йә һаулығы юҡҡа сыға, йә үҙ-үҙенә ҡул һала, йә йәберләүсеһенән үс алырға, тигән ниәт барлыҡҡа килә. Көс ҡулланыу күп осраҡта хоҡуҡ боҙоу, тип классификацияланһа, уның эҙемтәһе булған үлтереш – енәйәт эше, тип билдәләнә. Айырма бармы? Тимәк, махсус закон кәрәк. Кеше һүҙенә килгәндә, мосолман донъяһында, сабыр ит, тигән өгөт йыш ҡулланыла. Туй табындарындағы ҡотлауҙарҙа ла ишетеп торабыҙ. Тик көс ҡулланыуға, йәбергә түҙеп йәшәргә кәрәк, тигәнде аңлатмай ул. Киреһенсә, ҡатынына ҡул күтәргән ирҙәрҙе борон мосолман илдәрендә бик ҡаты хөкөм иткәндәр.
Әйткәндәй, ғаилә-көнкүрештә йәбер-золом тураһында бәхәс сыҡһа, ҡорбандар сифатында ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы, ҡарт-ҡороно күрәбеҙ. Тик ирҙәр ҙә бәғерһеҙлек, яһиллыҡ ҡорбаны булған осраҡтар бар. Үҙҙәре быны кәмселек, тип һанап, кешегә сығармай. Күнеп йәшәй, сабырлығы бөтһә, йә үҙен, йә йәберләүсеһен үлтерә. Иң бәхетле осраҡ – ҡыйыулығы етеп, айырылыуҙыр, моғайын. Был – минең шәхси фекерем.
Психолог кәңәштәре
1. Тәү сиратта тынысланырға һәм киләсәккә ныҡлы ҡарар ҡабул итергә.
2. Артабан, булған хәлде ышаныслы дуҫыңа йәки туғаныңа һөйләргә кәрәк. Өйҙәге сүпте ситкә сығарма, тигән өгөт был урында ярҙам итмәй. Беренсенән, күңелеңде өйкәгән ғазап менән бүлешеү унан бер ни ҡәҙәр бушанырға ярҙам итә. Икенсенән, кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тиҙәр. Бер-бер хәл була ҡалһа, серҙәшең шаһит булараҡ та сығыш яһай аласаҡ.
3. Әҙер булырға, бигерәк тә йәберләүҙәр даими ҡабатланып торһа. Документтар, тәүге кәрәк-яраҡтар, аҡса (тәүге осорҙа үҙаллы йәшәргә етерлек булһа бигерәк тә һәйбәт) йәки ломбардҡа тапшырырлыҡ ҡиммәтле биҙәүестәр – ҙур һәм ауыр булмаған төйөнсөк йәшерен, әммә тиҙ генә алып сығып китерлек уңайлы урында ятһын. Бик булмаһа, ышаныслы кешелә һаҡларға була.
4. Һаҡланыу сараһын күрергә. Һәр кеше үҙенсәлекле, шуға күрә бында теүәл кәңәш биреп булмай. Кемдер бәхәстән, ҡаршы әйтеүҙән ҡыҙып китә икән, был осраҡта өндәшмәй ҡалыуың хәйерле. Күҙ йәшен күтәрә алмай икән – илап үҙ-үҙеңде йәлләтергә була.
Ҡыйыулығың етһә, физик көс менән яуап бирергә, йәғни һаҡланырға мөмкин. Тик уның да үҙ нескәлектәре бар. Мәҫәлән, этеп ебәргән, йә яңаҡҡа һуҡҡан осраҡта ҡулыңа бысаҡ алып һаҡланаһың икән, ул ҡылығыңды бер генә адвокат та аҡлай алмаясаҡ.
1. Физик көс ҡулланылһа, травпунктҡа мөрәжәғәт итеп, йәрәхәт һәм зыянды теркәтергә, медицина справкаһы алырға.
2. Полиция бүлегенә ғариза яҙырға. Уға тиклем медицина справкаһы алған булһағыҙ – беркетегеҙ. Әгәр булмаһа, полиция хеҙмәткәре һеҙҙе үҙе суд-медицина экспертизаһына ебәрергә тейеш. Ғариза алырға теләмәһәләр, юғары инстанцияларға ялыу менән барырға мөмкин.
3. Шәхси ғәйепләү ялыуы менән судьяға мөрәжәғәт итергә.
4. Һаулығығыҙға зыян килһә, әгәр үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, “Тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ. Табиптарҙан ысынбарлыҡты йәшерергә кәрәкмәй. Был осраҡта улар полиция хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәре хәбәр итәсәк.
Тик тәжрибәле полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ғариза яҙған осраҡта ла йыш ҡына уны кире ҡайтаралар. Ә ул булмаһа, бер ниндәй ҙә сара күреп булмай.
Йыш ҡына йәбер күргән ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙен ярҙамһыҙ, бер кемгә лә кәрәкмәгән йән итеп тоя башлай. «Стокгольм синдромы» – йәберләүсеһен йәлләү тойғоһо – барлыҡҡа килә. Шуның өсөн ҡыйыу булырға, йәлләү хистәренә бирелмәҫкә!
Китергә уйлайһығыҙ икән, иң тәүҙә хәүефһеҙлек тураһында ҡайғыртығыҙ. Ҡайҙа, кемгә барыуығыҙҙы, адресығыҙҙы, ғөмүмән, алдан китерегеҙҙе әйтмәгеҙ. Был яңылыҡ агрессив кешене ҡыҙҙырып ҡына ебәреүе бар. Бикләнеп, бәйләнеп ултырыуығыҙҙы теләмәйһегеҙҙер бит?
Зыян күреүселәр йыш ҡына: “Ҡайҙа барам, кем миңә ярҙам итә ала?” – тип уйлай һәм яҙмышына күнә, артабан да ҡыйырһытылып йәшәй бирә. Яҡын кешеләрен дә хәүеф аҫтына ҡуйғылары килмәй. Бындай осраҡта махсус ойошмалар – кризис үҙәктәре бар. Шулай уҡ ил буйынса ышаныс телефоны эшләй: 8-800-7000-600 һандары буйынса шылтыратып, ярҙам һорарға мөмкин. Һөйләшеү ваҡытында операторҙар, хәл-ваҡиғаға ҡарап, медицина хеҙмәткәрҙәре йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тоташтыра ала.
Кризис үҙәктәрҙә балалы ҡатындар ҙа ҡабул ителә, беренсе ярҙам күрһәтелә: бындағы штатта психологтар ҙа, юристар ҙа, медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар. Айырылышыу, мөлкәт бүлеү, алимент юллау, эшкә урынлашыу, һөнәр алыу һәм башҡа проблемаларҙы хәл итергә лә мөмкин. 15 көндән алып ярты йылға тиклем йәшәү бушлай.
Тик бында ысынлап ауыр хәлдә ҡалғандар һәм мотлаҡ ҡағиҙәләрҙе үтәгәндәр генә ҡабул ителә. Хәүефһеҙлек өсөн ҡатын иренә ҡайҙалығын әйтмәҫкә тейеш, билдәле ваҡыт үтмәйенсә осрашыу, аралашыу тыйыла. Ирҙәрен “аҡылға ултыртыу”, “еңеп алыу”, “борсолдороу” өсөн генә килеүселәргә лә ишектәр ябыҡ. Ҡыҫҡаһы, кризис үҙәк – етди ойошма икәнлеген аңлағыҙ. Ярҙам кәрәкһә, шылтыратығыҙ:
“Ғаилә” үҙәге – +7 (347) 286-02-53 (Өфө, Белорет, Үрге Тәтешле)
“Мөмкинлек” – 8-800-444-19-04 (Өфө)
Тормошоңдо кем менән бәйләгәнеңде алдан белергә буламы? Ғәҙәттә, йәберләүселәр үҙ ҡорбанын алдан уҡ билдәләп ҡуя, оҙаҡ ваҡыт үҙенең ысын йөҙөн күрһәтмәй. Шулай уҡ мөхәббәт хистәренә иҫергән кеше ысынбарлыҡтан ситләшә, һәр нәмәнең тик яҡшы яҡтарын ғына күрә. Шулай ҙа, яратҡан кешегеҙҙе йәки тормош иптәшегеҙҙе күҙ алдына килтереп, түбәндәге билдәләрҙе эҙләп ҡарағыҙ әле:
– патологик ҡыҙғаныусан һәм ул холҡон һине контролдә тотоу менән аңлата;
– һеҙҙең сығымдарҙы контролдә тота, һәр һум өсөн отчет һорай;
– дуҫтарың, туғандарың менән аралашыуҙы тыя;
– социаль селтәрҙә һәм тормошта кем менән аралашыуыңды күҙәтә, хат-хәбәрҙәреңде уҡый;
– һеҙҙең фекергә агрессив ҡараш белдерә, шунлыҡтан өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәһегеҙ;
– күңелең ятмаған эштәрҙе башҡарыуыңды һорай йәки мәжбүр итә;
– үҙ ғәйебен танымай, киреһенсә, һине ғәйепләй;
– балалар, йәнлектәр менән ҡаты мөғәмәлә итә;
– сексуаль яҡтан агрессив, был өлкәлә һеҙҙең фекерҙе һанға һуҡмай;
– туҡмау йәки үлтереү менән янай;
– һеҙгә ҡарата ихтирам күрһәтмәй, йыш кәмһетә;
– кәйефе йыш үҙгәреүсән, тиҙ генә тоҡанып китә;
– һеҙҙең уҡыуҙы йәки эшләүҙе теләмәй;
– үҙ-үҙен үлтереү менән янай;
– һеҙҙең һәр ҡылыҡты, эште тәнҡитләй.
Әгәр ҙә ошо билдәләрҙең яртыһына ыңғай яуап бирелһә, ҡасығыҙ! Һеҙ – ғаиләләге йыртҡыс ҡорбаны! Әгәр ыңғай яуаптар бишәү икән, партнерығыҙҙа агрессияға тартылыу бар. Был осраҡта ла хәүеф барлығын онотмағыҙ!