Башҡортостандың Илеш районы ҡыҙы Алһыу Миназева Токиолағы Олимпия уйындарында ишеү слаломы буйынса киләһе этапҡа үтте.
Спортсыбыҙ – турнирҙың ярым финалға сыҡҡан 24 спортсыһы араһында Ул әле квалификацияла – 18-се урында.
Алһыу – Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майында шөғөлләнә башлаған. Республика байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Ул Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай.
Алһыу был ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн 2019 йылдағы донъя чемпионатында һайлап алынғайны. Ул каяк һәм каноэ дисциплиналарында сығыш яһаясаҡ. “Биш-һигеҙ йыл элек Олимпия уйындарында ҡатнашыу минең өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине. Был уңышым нигеҙендә, әлбиттә, көсөргәнешле хеҙмәт, өҙлөкһөҙ күнекмәләр, тренерҙарымдың, миңә төрлө яҡлап булышлыҡ иткән кешеләрҙең ярҙамы ята", - тип белдергән яҡташыбыҙ “Каякер.ру” сайтына биргән интервьюһында.