«Тегеләр миңә ҡарап: «Ярай, иҫән-һау ҡотолдоң, юғиһә, төрмәгә китә инең бит», – тип береһе ҡулының бармаҡтары менән рәшәткә яһап күрһәтте»
Низаметдин Ғималетдин улы СОЛТАНОВ.
1931 йылдың 3 февралендә Стәрлетамаҡ районының Талас ауылында тыуған.
Һуғыш башланғанда 10 йәштә була.
Атайым Ғималетдин һуҡыр ине. Әсәйем Рәхимә лә ауырыу ғына булды.
1924 йылғы Хөснийыһан апайымды Мәскәү яғына вербовка менән алып киттеләр. Һуғыш бөткәнсе йөрөнө унда. Апайымдан биш йәшкә бәләкәй Муллағәли ағайымды ФЗО-ға алдылар. Стәрлелә ташсыға уҡытҡандар, барактар һалғандар. Превомайский поселогын да төҙөгәндәр. «Авангард» заводында ла эшләгән. Унда дары етештергәндәр.
Алты баланан өйҙә иң ҙур булып мин ҡалдым. Хәлимә һеңлемә – 7, Миңлегөлгә – 3 йәш. Миңлеғәли ҡустым 1941 йылда ғына тыуғайны.
Әсәй, Муллағәли ағайҙы күреп, хәлен белеп ҡайтығыҙ, тип атай менән икебеҙҙе Стәрлегә ебәрҙе. Бәләкәй арба һөйрәп киттек. Первомайский 15 саҡрым самаһы. Асыҡтым, тип әҙ генә ҡаймаҡты ялап алам. Мейестә тәгәрләтеп бешерелгән бәрәңгене лә ашағы килә. Әсәй бәрәңгене киптереп тә ебәргәйне. Ағайҙың йәшәгән ерен таба алмай, аҙашып йөрөнөк.
Барып күреп, ризыҡтарҙы биреп ҡайтырға сыҡтыҡ. Юлда тышҡа сығаһы килде лә ярға табан киттем. Асыҡҡанмын, һыуһағанмын, бәләкәй арбаны этеп барып арығанмын. Ултырып торғайным, йоҡлаған да киткәнмен. Атайҙың: «Низаметдин!» – тип ҡысҡырғанын ишетәм дә кеүек, тик тора алмайым. Атайҙың бер күҙе әҙ генә күрә ине. Яр буйлап эҙләп килеп мине тапҡан. Күтәреп алып менгән дә бәләкәй арбаға ултыртып, үҙе этеп барған. Бер аҙҙан, хәл күргәс, арбанан төшөп, үҙем атлап ҡайттым.
Тоҙҙо Стәрлетамаҡтан алып ҡайтып, стаканлап һатып, ҡатыҡ, һөт, май, икмәккә алмаштыра инек. Майҙы хөкүмәткә тапшырабыҙ. Бәрәңге киптереп ебәрәбеҙ. Әсәйҙәр ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләй фронтҡа тип.
Һыйыр, быҙау, һарыҡ, кәзә, тауыҡтар булды. Малдарға япраҡтар киҫеп бирәбеҙ ҙә сыбыҡтарын мейескә яғабыҙ. Үҙебеҙ ҙә үлән ашаныҡ. Үлән бөткәс, йыла ҡабығын һыҙырып, киптереп, ҡул тирмәнендә тартып, он яһайбыҙ. Әсәй шуға һөт ҡушып көлсә бешерә.
Мин фермаға эшкә керҙем. Башмаҡтар, быҙауҙар ҡараным. Улары ла 10-15 баш тирәһе генә. Һыйырҙарҙы хөкүмәткә тапшырҙылар, 3-4 кенә ҡалды. Йәй көнө малдарҙы яланда көттөк.
...Ауырғазы районының Сәмән тигән ауылынан Ҡадир исемле бабай өй беренсе йөрөп, кемдә быҙау бар, бестереп йөрөй ине. Был бер ваҡыт беҙгә лә килеп инде. Атай менән әсәй өйҙә юҡ.
– Быҙауығыҙ бармы? – тип һораны минән.
– Әйҙә, бестерәбеҙ, – тине лә эшкә тотондо. Мин ҡарап торҙом.
Икенсе көндө һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ғәйнислам бабай килеп кергән.
– Быҙауың ни рәүешле? – тип һорай был минән.
– Әйҙә, минекен дә бестерәйек.
Уның быҙауын да бестерҙем. Шулай итеп, башҡаларҙың эре малын да, һарыҡ, кәзәләрен дә бестерә башланым. Һуғышҡа бармаған Карам Хөснөтдинов тигән ҡарт ағай ферма мөдире булып эшләй ине. Уның менән бер-ике йыл эшләнем. Шунан һуғыштан яраланып ҡайтҡан Хәйҙәр Ғөбәйҙуллин ағайҙы Карам ағай урынына ҡуйҙылар. Мин башмаҡтар ҡараным. Бер көндө Хәйҙәр ағай: «Үгеҙҙәрҙе бестерергә кәрәк», – тине лә районға шылтыратты. Тегеләр килмәгәс, мин бестерҙем. 15 баш тирәһе малды айырып ашаттыҡ, эсерҙек.
Икенсе көндө Стәрленән ветврачтар килде. «Бүтән ерҙә булдыҡ, бушаманыҡ», – тинеләр.
– Ҡайҙа, Хәйҙәр ағай, үгеҙҙәрҙе бесәйек әле, – тиҙәр.
Хәйҙәр ағай ярһып ферманы бер-ике тапҡыр әйләнеп килде лә шунан ғына:
– Беҙ бестерҙек инде, – тине.
Мин ҡурҡыштан ферма башына ҡастым.
– Ҡайҙа ул башмаҡтар? Кем бесте? – тип һораша башланы, аптырап.
Хәйҙәр ағай һөйләп биргәс, былар мине эҙләтәләр.
Хәйҙәр ағай: «Низаметдин, һин ҡайҙа?» – тип һарай башына менде лә, күтәреп алып төшөп, тегеләр янына алып барып баҫтырҙы.
Һарайҙан башмаҡтарҙы ҡыуып сығарҙылар. Миңә:
– Берәүһе үлһә – үҙегеҙҙең бер башмағығыҙҙы, икәү-өсәүһе үлһә, һыйырығыҙҙы бирәһегеҙ, – тинеләр. – Башмаҡтарҙы фермаға керетмәйһең, яланда ғына ҡарайһың.
Атай менән әсәй ҡайғырышып китте. Мин малдарҙы фермаға керетмәйенсә өс көн яланда йөрөттөм. Шунан Хәйҙәр ағай фермаға килтерергә ҡушты. Аҫтарына һалам һалдыҡ. Әсәй өшкөрөп сыҡты. Өс-дүрт көн фермала ҡараным.
– Шунан, хәлдәре нисек? Һәйбәтме? – ти Хәйҙәр ағай.
– Улай булғас, әйҙә, көтөүгә ҡушайыҡ.
Көтөүгә ебәреп, ике көн үткәйне теге врачтар килеп төштө.
– Ҡайҙа теге башмаҡтар, үгеҙҙәрегеҙ? – тип һорайҙар.
Хәйҙәр ағай, тағы ла борсолоп, ферманы бер-ике әйләнеп тыынсланып килде лә:
– Ә беҙ уларҙы көтөүгә ебәрҙек инде, – тине.
– Ярай, иҫән-һау ҡотолдоң, юғиһә, төрмәгә китә инең бит, – тип береһе ҡулының бармаҡтары менән рәшәткә яһап күрһәтте.
Бер ваҡыт ферма малдарына ашарға бөттө. Һуғышҡа хәтлем һалған һалам эҫкерттәре лә бөттө. Тағы ла һуғышҡа тиклем бәләкәй соҡорға дегәнәк япрағы, кесерткән, ат ҡолағы кеүек үләндәр тултырып ҡуйғандар ине. Малдар үлә башлағайны.
– Әйҙә, шул соҡорҙо асып, үләндәрҙе малдарға ашатып ҡарайыҡ. Тик башта бер нисә башты айырып ҡуйып ашатайыҡ. Үлһә – үлерҙәр. Бүтәндәре иҫән ҡалыр, – тине.
Шулай эшләнек тә. Аҙна үткәс, ҡарайбыҙ, малдар иҫән-һау. «Ҡалғандарына ла әлеге аҙыҡты ашатайыҡ», – тине Хәйҙәр ағай. Шулай итеп, малдарҙы иҫән алып ҡалдыҡ.
Аттар бер-ике генә ине. Улар менән һалам ташыныҡ. Шул тиклем ябыҡтар, йығылалар. Биш-алты кеше күтәреп торғоҙабыҙ.
Үҙебеҙҙең ашаған ризығыбыҙ – бәрәңге, балтырған, ат ҡолағы. Садовканан мордвалар ат ҡолағы йыйырға килә, уларҙы ҡыуып ебәрә инек. Яҙ серек бәрәңге эҙләп табып ашайбыҙ.
Аяҡҡа сабата кейәбеҙ. Атай эшләне, унан үҙебеҙ өйрәнеп алдыҡ. Туҙмаһын, тип аҫтына ағас бәйләбеҙ. Һарыҡ тиреһенән тун да текте атай. Сабаталарҙы онға, бәрәңгегә алмаштыра, һыйырлы кеше һөт бирә.
Эшләгән көнгә ҡарап, колхоз ҡалаҡлап он бирҙе.
Кемдең һыйыры булды, улар, асҡа интекһәләр ҙә, үлмәне.
Ай һайын бишәр-алтышар кеше үлә ине. Ҡапҡа төбөнә сығып ултыралар ҙа ҡояшта үләләр. Ауыл буйлап пожарный ат менән йөрөп сығалар ҙа алып китәләр. Шул килеш, кейеме менән илтеп күмәләр.
Эвакуация менән килеүселәрҙе өй һайын икешәрләп таратып сыҡтылар. Күбеһенсә – ҡатын-ҡыҙҙар, балалар. Телдәрен дә аңламайбыҙ. Беҙҙә лә бер йыл тирәһе булдылар.
...Сит ауылдарҙан урлашырға килә торғайнылар. Бер тапҡыр өс тоҡ бәрәңгебеҙҙе алып киттеләр. Уны үҙебеҙҙең ауыл кешеләре ситтән килгән иптәштәре менән алғандыр, тип әйттеләр. Шунан һуң атай яҙлы-көҙлө мөгәрәп янына һике ҡуйып ҡарауыллай башланы. Төндә шунда йоҡлай ине.
Асау йылғаһынан балыҡ тотабыҙ. Ташбаш, эт балығы, ажау эләгә. Садовка ауылындағы мордваларға алып барып һатабыҙ, аҡса урынына йомортҡа, бәрәңге алып ҡайтабыҙ. Улар бәрәңгене күп үҫтерә ине.
Утынға төндә генә йөрөйбөҙ атай менән. Нәҡип тигән лесник балталарҙы ала, саналарҙы вата.
...Бер ваҡыт төндә Нәҡиптәрҙең ихталарына инеп, кешеләрҙән тартып алған бөтә балталарын йыйып алып, ҡамыт-йүгәндәрен ҡырҡҡыслап киткәндәр. Иртәгәһенә былар, нисек керҙеләр икән, тип аптырайҙар ҙа, илайҙар ҙа икән. Ә теге кеше Нәҡип лесник кемдәрҙең балталарын алған шуларҙы төндә эйәләренә ҡалдырып киткән...
...Йылдар үткәс кенә ул кешенең мин икәнен әйттем...
Ауылыбыҙҙа ике мәсет бар ине. Икеһенең дә манараһын емерҙеләр. Шунда мәктәп яһанылар. Ҡәләм менән яҙҙыҡ. Ҡағыҙ ҡапсыҡтарҙан дәфтәр яһап алдыҡ.
Миңә 14 йәш булып китте. Беҙҙең ауыл мәктәбенә ситтән биш-алты уҡытыусы килде. Мин һаман фермала эшләп йөрөйөм. «Ҡатыным уҡытыусы булһа, мин көтөүсе булып эшләп йөрөрмөн микән?» – тип уйлана башланым. Артабан уҡырға кәрәк тигән ҡарарға килеп, Стәрлетамаҡ зооветтехникумына индем. Уны тамамлап, ғүмер буйына ветеринар булып эшләнем.
...Һуғыш ваҡытында ун йәште саҡ үткән баланың Ҡадир ағайҙан күреп һөнәр үҙләштереүен, Хәйҙәр ағайҙың миңә ышаныс күрһәтеүе, яуаплы эш ҡушыуы яҙмышыма, ғүмерлек һөнәремә әйләнде...