Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2022, 19:42

Порошокмы, гелме?

Кер йыуыу өсөн хәҙер гельдар ҙа һатыла. Ул порошоктан яҡшыраҡмы?

Порошокмы, гелме?
Порошокмы, гелме?

Кер йыуыу өсөн хәҙер гельдар ҙа һатыла. Ул порошоктан яҡшыраҡмы? Хужабикәләр порошокты арзан булғаны өсөн ала. Ә ысынында гель оҙаҡ итеп тотонорға етә. Магазиндарҙа уларға ташламалар булып тора, шул ваҡытта алып, һынап ҡарарға мөмкин. Гель ҡулланыу өсөн уңайлы, ул йылымыс һыуҙа тиҙ йыуғанда ваҡытта ла яҡшы йыуа.
Гель керҙәрҙә эҙ ҡалдырмайынса тиҙ генә йыуылып бөтә. Шуға куртка, башҡа өҫ кейемдәрен йыуғанда улар бик уңайлы. Ныҡ бысраған, күп тапҡыр кейелгән кейемдәрҙе юғары температурала йыуырға тура килә, был осраҡта порошок һалыу яҡшыраҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: