Темәс ауылында тырыш, йүнсел, матур ғаиләләр бик күп. Нурмөхәмәтовтар ғаиләһе лә тап шундайҙарҙан.
Булат Айрат улы менән Резеда Урал ҡыҙы бына 21 йыл инде татыу ғүмер итәләр. Был ваҡыт эсендә 6 балаға ғүмер бүләк иттеләр. Үҙҙәре кеүек эшһөйәр, аҡыллы балалар һәр саҡ ата-әсәһен һөйөндөрөп кенә тора. Өлкән улдары Айбулатҡа хәҙер инде 20 йәш. Ул Рәсәй кооператив университетының филиалы булған Башҡорт кооператив институтының 3-сө курсында белем ала. Ҡыҙҙары Айлина Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында 2-се курста уҡый. Рәсүл менән Рамаҙан – мәктәп уҡыусылары. Береһе – 6-сы, икенсеһе – 4-се класс уҡыусыһы. Раянға ни бары 4, кескәй ҡыҙҙары Әйдинәгә 3 кенә йәш.
Булат Айрат улы ярҙамсы электр станцияһында эшләй. Эшендә ул абруйлы, хөрмәтле хеҙмәткәр, ғаиләһендә һөйөклө ир, балаларына ғәзиз һәм өлгөлө атай. Резеда ханым ғаилә усағын һаҡлаусы уңған хужабикә. Ул аш-һыуға бик оҫта, уның бешергән бәлештәре, торттары, салаттары һәм башҡа ризыҡтары телеңде йоторлоҡ. Ул Темәс ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында эшләп, декрет ялына китте. Бәләкәс ҡыҙҙары Әйдинәне бағып өйҙә ултыра.
Резеда һәм Булат Нурмөхәмәтовтарҙың икеһен дә үҙ ваҡытында ата-әсәһе тормошто яратырға өйрәтеп, лайыҡлы тәрбиә биргән. Был тәрбиәне хәҙер улар үҙҙәренең балаларына өләшә. Хеҙмәткә һөйөү, өлкәндәргә ихтирам күрһәтеү, кескәйҙәргә ҡарата кеселекле була белеү – ошо үҙе үк матур сифат түгелме? Тап ошондай һыҙаттарҙан ғаилә йолалары барлыҡҡа килә түгелме? Шуға ла был йортта һәр саҡ йылылыҡ бөркөлөп тора!
Әйткәндәй, уңған хужабикә өйҙә бала бағып ҡына ултырмай. Буш ваҡыттарында заказға торттар, бәлештәр бешерә. Ауыл халҡы ул әҙерләгән ҡамыр аштарын ҙур теләк менән һатып ала. Шулай уҡ быйыл Резеда Урал ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. Ауыл халҡы исеменән Нурмөхәмәтовтарҙы ошо ҙур награда алыуҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ!
Рәхилә Әхмәтйәнова,
Темәс "Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите.