23 йәшлек Ейәнсура егете үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнаша.
- Ағайым өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға юлланғас, был хаҡта күп уйландым. Яу яланынан яңылыҡтарҙы тыныс күңел менән ҡарай алманым. Шуға ла үҙ теләгем менән илде һаҡларға юлландым, – ти Сәғит ауылында тыуып үҫкән Илназ Ҡ.
Ул 2023 йылдың апрелендә Рәсәй Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөй һәм бер айлыҡ әҙерлек үткәс, хеҙмәтен Донецк Халыҡ Республикаһында дауам итә.
“Үҫәргән” ҡушаматы менән йөрөгән яугиргә ни бары 23 йәш. Күптән түгел һалдат һурпаһы эскән егеткә махсус хәрби операция шарттарына яраҡлашыу өсөн 10 көн тирәһе етә. Армия сафтарында гранатометсы булып хеҙмәт иткән егет ДНР-ҙа ла тәүҙә шундай белгес булған. Ә хәҙер “Үҫәргән” – разведка бүлексәһе командиры. Ул яуҙаштары менән гел алғы һыҙыҡта.
Яңыраҡ уның ялға ҡайтып төшөүе Ғәзинур ағаһының ҡабат яуға юлланған мәленә тура килә. Шул саҡ улар бер сәғәт кенә күрешеп өлгөрә. Әммә бер туған яугирҙәр мөмкинлек сыҡҡан һайын ағаһы менән телефон аша аралашып тора.
Әле “Үҫәргән” бәхетле мәл кисерә – һөйгәне, Өфө ҡыҙы Эмилия менән никахын рәсмиләштергән. Йәштәр бындай ваҡытта шаулатып туй үткәреүҙе урынһыҙ һанай. Йәш ғаиләгә бәхет теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: "Ейәнсура таңдары" гәзитенән.