Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2024, 10:03

"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!

Был юлы журналдың тышлығын М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Морат Рафиҡов биҙәй.

"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!

2024 йылдың һуңғы һанының тышлығын М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Морат Рафиҡов биҙәй. Уның тураһында "Һәләтле актер, оҫта балыҡсы ла..." исемле мәҡәләне уҡырһығыҙ.

Был һанда һүҙҙе йыландарға бирҙек, йондоҙнәмә әҙерләнек, 2025 йылға маҡсаттарҙы нисек дөрөҫ ҡуйырға хаҡында ла яҙҙыҡ. 

Рәйсә Иҫәнбаеваның "Һин ҡалдырма беҙҙе" повесы, Таңһылыу Мәүлетҡолованың "Ғәфү ит, балам", Айгөл Ғәлиәкбәрованың "Ҡарағош осошо" хикәйәләрен, моғайын, оҡшатырһығыҙ. Шиғриәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙы Айзилә Мортаеваның шиғырҙарҙы битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.

Шулай уҡ Башҡортостан республикаһының ветеринария станцияһының бүлек мөдире Ғәлим Игебаев,  донъя кимәлендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында мәргәнлеге менән танылыу яулаған Гүзәлиә Дәүләтова, менән таныша алаһығыҙ.

Журнладың яңы йыл һанында һеҙҙе иң шәп әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм башҡа ҡыҙыҡлы яҙмалар көтә.

"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
"Шоңҡар"ҙың яңы һаны сыҡты!
Автор:
Читайте нас: