Шоңҡар
+22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Июнь 2022, 13:55

“Йәш йөрәкле” егет – Динислам!

Бөгөн, 23 июндә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында - премьера!  Фәтхи Бурнаш пьесаһы буйынса “Йәш йөрәктәр” спектакле күрһәтелә.

“Йәш йөрәкле” егет – Динислам!
“Йәш йөрәкле” егет – Динислам!


Фәтхи Бурнаш пьесаһы буйынса “Йәш йөрәктәр” спектакле күрһәтелә. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов. Спектакль өсөн сағыу костюмдар һәм декорациялар авторы – рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов. Махсус йырҙар авторы, композитор Нур Дауытов. 1920 йылда яҙылған пьесаға драматург Зөһрә Бураҡаева адаптация эшләгән. Ул милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр буйынса консультант та, йыр һүҙҙәре авторы ла. Шуны әйтеп үтер кәрәк, “Йәш йөрәктәр” спектаклендә төп геройҙы уйнар өсөн махсус актер саҡырылған. Таныш булығыҙ – Динислам Сафин!
Тыумышы менән Сибай егете, әлеге ваҡытта З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында 4 курста уҡып йөрөй. 24 йәш. Спорт менән шөғөлләнергә ярата. Бала саҡтан футбол уйнай. “Йырларға, бейергә яратам. Ә бына китап уҡырға яратмайым. Киноһын да ҡарамайым”, - тип мут йылмая йәш актер.
Сая, шаян егет спектаклдә лә шулай уҡ шуҡ, дәртле Хәйретдинде уйнаясаҡ. Йә, барыһын да асып бөтмәйек. 23 июнь үҙ күҙҙәрегеҙ менән килеп күрегеҙ. Быйылғы миҙгелдә бер тапҡыр ғына уйнайбыҙ!

Автор:
Читайте нас в