Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июнь , 09:20

Композитор Роза Сәхәүетдиноваға - 85 йәш

Роза Хәйҙәр ҡыҙын юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.  Әйткәндәй, Роза Сәхәүетдинованың  йырҙары йырсылар тарафынан яратып башҡарыла,ә халыҡ уларҙы ихлас ҡабул итә. Ә һеҙҙең күңелегеҙҙә бигерәк тә ниндәй йырҙары уйылып ҡалған?  

Композитор Роза Сәхәүетдиноваға - 85 йәш
Композитор Роза Сәхәүетдиноваға - 85 йәш

Руза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова 1937 йылдың 25 июнендә Тажик ССР-ы Сталинабад (Дүшәмбе) ҡалаһында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ата-әсәһе менән Башҡортостандың Шишмә ҡасабаһына күсеп ҡайта. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Руза башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә — Фәйзи Ғәскәров етәкселек иткән халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, эстрада бригадаларында эшләй. Сибай ҡалаһы Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе була.

1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

1970-се йылдарҙан башлап, Руза Хәйҙәр ҡыҙы йырҙар ижад итә. Был осорҙа Башҡортостан телевидениеһында тауыш режиссеры булып (1980—1984), уның йырҙары йырсылар тарафынан яратып башҡарыла,ә халыҡ уларҙы яратып ҡабул итә .

1971—1980 йылдарҙа Өфө ҡалаһында 100-сө мәктәптә музыка уҡытыусы булып эшләй. Хор етәксеһе була, мәктәп эргәһендәге хор студияһын да алып бара. 1980—1984 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт телерадио комитетында тауыш режиссёры була.

Руза Сәхәүетдинова йырҙары Фәрит БикбулатовНәзифә ҠадироваФлүрә КилдейәроваТәнзилә ҮҙәнбаеваФәнүнә СиражетдиноваФәнәүи Сәлихов кеүек билдәле Башҡортостан йырсылары башҡарыуында яңғырай. Татарстанда ла Р. Сәхәүетдинова йырҙары Ренат Ибраһимов, Хәйҙәр Бегичев һәм башҡа йырсылар репертуарында була.

Р. Сәхәүетдинова музыка ҡоралдары һәм хор өсөн әҫәрҙәр яҙа, шулай уҡ Мостай КәримРауил БикбаевСафуан ӘлибаевРәми Ғарипов,Муса СиражиТамара Ғәниева шиғырҙарына йырҙар һәм романстар ижад итә.

Руза Хәйҙәр ҡыҙы спектаклдәр, радиопостановкалар өсөн музыка яҙа, СССР-ҙа билдәле булған «Мелодия» Бөтә Cоюз фирмаһы уның грампластинкаларын сығара.

1991 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Союзға ингәндә рекомендацияны уға СССР композиторҙары Союзы рәйесе Тихон Хренников үҙе бирә.

Башҡорт Википедияһы. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в