Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Июль , 09:20

Икмәк тәме Яҙыусы Рәйес Низамовтың тыуғыуына - 90 йыл.

– Йөҙөңә төкөрөп кенә китер инем, хайуан хаҡы бар. Әйҙә, кем, энем, ярҙам итешәйек, – тине ул һәм оҙон ҡарасҡыға табан боролдо. – Туғар атыңды.

Икмәк тәме        Яҙыусы Рәйес Низамовтың тыуғыуына - 90 йыл.
Икмәк тәме Яҙыусы Рәйес Низамовтың тыуғыуына - 90 йыл.

Тыуған яҡтарыма ашыҡынып ҡайтҡан һайын, юлдарыма ямғыр түгел, таштар яуһын, тауҙар арҡылы ятһын, Дәүләкәнгә туҡтамайынса үтер хәлем юҡ. Әллә ҡайҙарҙан елкендереп, күңел ҡылдарын сиртеп ала шул үҙенә. Быны нисек кенә аңлатып бирергә һуң! Йә, йөрәгем, артыҡ сапсымай тор, һәр нәмәнең үҙ яйы, үҙ көйө бар. Эйе, беренсе тапҡыр болоттар менән серләшкән элеваторҙы ҡайҙа күрҙең? Тәүге мәртәбә, берсә аптырап, берсә сәбәкәй итеп, ыҫмала төҫөндәй сәс толомдарын туҙғытып, хатта арбаларыңды дер һелкетеп, йәш атыңды өркөтөп елгән поездарға ҡайҙа ҡарап ҡалдың? Ҡыҫҡаһы, урман төпкөлөнән сығып оло донъя менән башлап ҡайҙа осраштың? Дәүләкәндә. Мөхәббәт ләззәтен һуң ҡайҙа татының? Дим ҡыҙының сейәләй ирендәренә утлы ирендәреңде тейҙергәндә түгелме? Эй Дәүләкән, дәү ҡала, өләсәйем әйтмешләй, дәлүкий, ныу йөрәгемә дәрәгүй ҡала!..

Бына әле уның таш түшәлгән урамында баҫып торам. Ошондай ҡәҙерле таштарҙы ете яҡҡа ат саптырып эҙләтһендәр – таба алмаҫтар. Заманында, студент йылдарында, Ҡыҙыл майҙандан уҙған саҡтарымда ошо Дәүләкән таштарын иҫемә төшөрҙөм. Ҡыҙыл майҙан менән Дәүләкәндең үҙәк урамына йәйелгән таштар араһында ниндәй оҡшашлыҡ булғандыр, белмәйем. Бәлки, миңә, Дәүләкәнде эҫе күргән кешегә, шулай яҡын тойолғандыр. Һәр хәлдә бында минең балалыҡ эҙҙәрем ҡалған. Утын һатырға егеп килгән Тәгәрлегем, йомро тояҡтары ошо һуйыр таштарға тейеү менән, һағайҙы, күнеккәнсе үҙен боҙ өҫтөнән атлаған һымаҡ тотто. Баҫыу юлдарынан ғына юртып ғәҙәтләнгән ат ине шул.

Дәүлкән баҙарынан да шәп баҙарҙар бармы икән! Ул ваҡыттарҙа бит әле тирә-яҡты ниндәй шаулатты. Әлшәй, Шишмәнән генә түгел, Бүздәк, Ауырғазы яҡтарынан да күҙ терәп килделәр. Данлы тирмәненә лә күптәр өмөт бағлағандыр, юҡ тиһәң дә, баҙарға «тамыҙа» ине. Онға буялған «аҡ» кешеләргә мин көнләшеп ҡарай торғайным. Эйе, ризыҡ бәндәне ҡайҙарға ғына йөрөтмәне.

Хәтеремдә, ул саҡта бригадала учетчик вазифаһын үтәй инем, утауҙан ҡайтыусылар аттар һарайының ишек алдында, йәшел үләндә, минең ҡалтыранған ябыҡ ҡулға төбәлгәндәр. Ҡалаҡлап тары оно таратам. Йөҙҙәре һарғайған, өҫтәренә иҙелгән, арҡа-итәктәренә ямау һалынған күлдәк кейгәнт һалдат ҡатындарына ара-тирә күҙ һирпеп алам. «Ҡара, малай, ҡалағыңды артыҡ тултырма, самалап һал, берәйебеҙҙең өлөшөнә керһәң, үҙеңә үпкәлә», – тигән һымаҡ баҡты эскә батҡан күҙҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сара исемле бер сая ҡатынға ярты ҡалаҡ он етмәне бит. Уйлау-нитеү юҡ, ас кешенең асыуы яман тигәндәй, ҡулыңдан килмәгәс, булашмайҙар аны, тип ул минең сикәгә сатнатып берҙе сапты ла бушаған тоҡсайымды тибеп осорҙо.

– Мин ғәйеп-ле-мени, – тинем, танауымды тартып.

– Йүнләп үлсәп алалар аны! – тине ҡатын, һаман ажарланып.

– Баланы юҡҡа рәнйетмәгеҙ, оло герҙә тартҡан нәмә ваҡлап бүлгәндә етеңкерәмәй ул, – тине ат ҡараусы ҡарт.

– Анда минең эшем юҡ, балаларым ас ултыра, – тине ҡатын, йөҙөн һытып.

Башымды түбән эйеп өйгә ҡайттым. Әсәйем мине көтөп ултыра имеш.

– Улым, оноң ҡайҙа? – тине был, һике ситенән ҡалҡынып. Мин уның хаҡында бөтөнләй онотҡанмын, ул да утауға йөрөй ҙәбаһа. Хәлде аңлатып бирҙем.

Әсәйем һыуы бушҡа ҡайнаған ҡаҙандың ҡуҙын алғараҡ тартты ла:

– Әллә баҙарға барып ҡайтаһыңмы, анауы ярылмай ташлаған төп-маҙар күптән ята, бәлки берәй миһырбанлы кеше табылыр, – тине, көрһөнөп.

– Ярар, – тинем. Һыбай йөрөгән Тәгәрлегемде егеп, күҙ бәйләнеп, йонсоған ауыл йоҡоға талғас, ҡалаға юл тоттом. Был минең төн уртаһында тәүге тапҡыр сәфәр сығыуым ине. Яңғыҙ кеше – яңғыҙлыҡ кисерә, ҡыштырҙаған һәр нәмәгә ҡолаҡ һалһаң, юҡ-юҡ та йөрәгең жыулап китә, ололарса, тамаҡ төбө менән, донъя шулай ул, донъя былай ул тигән булып атыңа өгөт-нәсихәт уҡып алаһың, һирәк-һаяҡ һыҙғырып ебәрәһең. Йәнәһе, ҡош-ҡорт яҡын йоғонмаһын.

Бүреҡапҡан соҡорон үтеп, оло юлға төшкәс, ике ылаусыға ҡушылдым. Шомло уйҙар шунда уҡ таралды. Тәгәрлек, күрәһең, арттағы арбаның үләнен ҡымтып-ҡымтып алды.

– Эй, кем анда, атың сабыуҙы эләктереп ҡуймаһын, – тине ҡарлыҡҡан тауыш.

– Ни эшләйһең, кеше әйберенә шулай рөхсәтһеҙ ҡағылалармы, – тинем, Тәгәрлегемдең башын тартып. Ярай инде, һинеңсә булһын тигәндәй, ул артҡараҡ ҡалды. Бер аҙҙан атым яңынан үҙен ымһындырған үләнгә үрелде. Ләкин был юлы өндәшеүсе булманы.

Йылы июнь төнө. Ай ҙа, йондоҙҙар ҙа күренмәй. Әллә ай ҡалҡырға иртәрәк? Улай тиһәң, бер тотам төн үтеп тә бара.

Арбалар шығырҙай, танауға йә туҙанлы ҡатыш әрем, йә яңы ҡайнатҡан дегет, йә тирләгән ат еҫе бәрелә.

Тәгәрлек еңел атлай. Ә бына алдағы ылаусының аты бәләкәй генә үрҙә лә йыш-йыш туҡтай. Шул саҡта ул ҡушлап тиерлек тартып:

– Наҫана, наҫана тиҙәр һиңә, емтек! – ти, үртәнеп. Мөмкин булһа үҙе егелер ине. Ҡалын тауышы буш мискә эсенән яңғыраймы ни

Оҙон ҡуллы Төйлөгән тауҙары башланғас, мин дә, уртансы арбаның хужаһы ла арттан төшөп алдыҡ.

– Баҙарғамы? – тине ул, аҡһап.

– Шулайыраҡ ине.

– Ниндәй ауылдан? Алай икән. Кем малайы? Беләм атайыңды. Заманында бергәләп колхоз ҡорҙоҡ. Ана шул йылдарҙа кулактар аяҡҡа балта менән саптылар ҙа инде. Кәлейкә яһанылар, эттән тыуғандар. Хәҙер әрмиәгә алмайҙар.

– Бында ла кеше кәрәк бит, ағай, – тинем.

– Шулай ҙа шулайлыҡҡа, һәр кемдә лә йөрәк тигән нәмә бар бит әле, энем. Әле, балаларҙың, ҡатындың тамағын туйҙырайым тип, баҙарға китеп барам. Ә анда һинең атайың Гитлер менән алыша. Ғәҙеллек ҡайҙа? Ошолай туйтаңлап һөйрәлер инеңме ни, илдә сәпсек үлмәй, йәшәрҙәр ине әле, бына бит һеҙ көн күрәһегеҙ. Нисәү ҡалдығыҙ?

– Бишәү.

– Тырнаған һайын биш ҡалаҡ ризыҡ тигән һүҙ. Атайыңдың хаты бармы һуң?

– Кисә генә алдыҡ әле.

– Биу ярай, бик хуп. Эйе, мөмкин булһа, ошо арбаны утыны-ние менән ярға төртөп ауҙарыр ҙа атына атланып олағыр инем. Шулай ҙа ваянкаматҡа тағы бер һуғылып ҡарайым әле, аҡһағас та теге, аяҡты әйтәм, йәһәннәм ситенә етерлек ул.

Алдағы арба йәнә туҡтаны. Хужаһы тағы атын һүгә, сыбыртҡы менән шартлатып ҡайыҙлай башланы. Күрәһең, ат сыҙай алманы, һуңғы сиктә тотонорға үлән эҙләгән әҙәмдәй, бер ситкә тайшанды, һәм йөк дөбөр-шатыр килеп ауҙы. Юлаусы атын яңынан ярырға тотондо, был юлы ул уның башын сыбыртҡы һабы менән төйҙө.

– Туҡта, ҡанһыҙ бәндә, хайуанды күҙһеҙ ҡалдыраһың бит! – тине аҡһаҡ ағай, атылып.

– Ҡыҫылма, мылтыҡһыҙ һалдат. – Ҡалын тауыш мыҫҡыл иткәндәй булды.

– Йөҙөңә төкөрөп кенә китер инем, хайуан хаҡы бар. Әйҙә, кем, энем, ярҙам итешәйек, – тине ул һәм оҙон ҡарасҡыға табан боролдо. – Туғар атыңды.

Теге буйһонорға мәжбүр булды, ауыҙ эсенән мөңгөрҙәп, арҡалыҡты сисергә тотондо.

Арбаны урынына ултырттыҡ та артҡы тәгәрмәстәр аҫтына таш ҡыҫтырҙыҡ. Баҡһаң, был оҙон ҡара кеше сей имән әрҙәнәләрҙе шыплап тултырған икән, тейәп бөтөрә алмай хитландыҡ, шыбыр тиргә баттыҡ.

– Ике ат йөгө бит был, – тине аҡһаҡ ағай, аһылдап. Ҡара кеше өндәшмәне. – Кем, энем,булмаһа, атыңды туғарып торсо, нилсәп тауға мендерешәйек инде, ни тиһәң дә, хайуан хаҡы бар.

Төйлән тауҙарына күтәрелгәс, бер аҙ серем итеп алырға уйланыҡ, Дәүләкән инде йыраҡ ҡалмағайны, аттарҙы тышаулап ебәрҙек.

Аҡһаҡ ағай йәнә фронт тураһында ауыҙланды. Оҙон ҡара кеше шунда уҡ хырылдай башланы.

Минең күҙҙәр йомолманы. Дим станцияһынан ҡуҙғалып, Дәүләкән аша һуғышҡа уҙғанда, атайым биреп киткән оло йәшел бушлатҡа төрөнөп, йөгөм өҫтөндә яттым. Тауҙар тыныс, тик һирәк-мирәк кенә беҙҙең аттар, ауыҙлыҡтарын шылтыратып, бышҡырып ҡуя. Сирҡандырып тау еле үтте. Терпе балаһындай йомарланып, яланаяҡтарымды ят елдәрҙән йәшерергә тырыштым. Күҙҙәремде сытырҙатып йомдом, юҡ, йоҡо ҡасты, дөрөҫөрәге, уны тау елдәре алып китте. Эйе, Төйлән тауҙары тыныс... Ә башҡа алыҫ тауҙарҙа туптар шартлай... Бынауы аҡһаҡ ағай әйтмешләй, мөмкин булһа, Тәгәрлегемә атланыр ҙа көнө-төнө көнбайышҡа табан, атайымдар яғына ҡарай елер инем... Ойой башланым... Танауға бик яҡын, танһыҡ нәмә бәрелгәндәй итте. Атайымдың бушлатҡа һеңеп ҡалған тир еҫе ине был...

Уянып китһәм, Балҡан тауының нәҡ түбәһенә ҡояш ҡунған да мине уятырға ҡыя алмай тора, имеш. Юлдаштарым да яңыраҡ ҡалҡынғандар, ахырыһы. Төнгө оҙон шәүлә, ысынлап та, олпат кәүҙәле, ҡуйы ҡара ҡашлы, ҡара мыйыҡлы, аҫтан һөҙөп ҡараған әҙәм булып сыҡты. Ниндәй ауылдандыр, ҡыҙыҡһынманым. Ул ҡалын ғына теленгән икмәккә май яғып ашап ултыра, бармаҡтарын сапылдатып ялап ҡуя, тик уң ҡулының һуҡ бармағы ғына юҡ, ул төбөнән киҫелгән. Ә аҡһаҡ ағай, уға арҡаһын ҡуйып, сабатаһының олторағын рәтләп маташа. Йәнәһе, күршеһен күрмәмешкә һалыша. Төкөрөгөмдө йотоп, мин дә башымды аҫҡа эйҙем.

– Әйҙә, кем, энем, булмаһа аттарҙы егәйек, – тине аҡһаҡ ағай. Тәгәрлек башын күтәреп, ҡайҙалыр төбәлгәйне. Ысыҡлы үләнде яланаяҡ йырып, уның янына яҡынлаштым, салбарымдың балаҡтары лысма һыу булды. Тәгәрлегем, мине күреү менән, хәйерле иртә тигәндәй, кешнәп ҡуйҙы. Атымдың башынан һыйпаным, тышауын систем һәм теҙгенгә баҫып, ялына йәбешә-тырмаша, һыбай атландым, арбам янына килдем. Мыйыҡтың артынан аты һөйрәлеп кенә атланы. Хайуандың һыртында сыбыртҡы эҙҙәре ярылып ята, бер күҙе ҡыҫылған, унан йәш аға. Күрҙеңме тигән ҡиәфәттә аҡһаҡ ағай эйәк ҡағып ҡуйҙы.

Ҡояш һауалауға, утын баҙарына килеп керҙек.

Мыйыҡты шунда уҡ ҡатындар һырып алды. Тирләгән аттың башынан төрлөһө төрлө яҡҡа тартҡыланы. Ләкин мыйыҡ улар алдында тиҙ генә иреп барманы, утынының баһаһын белә ине.

– Атҡа ҡағылмағыҙ! – тине, ҡысҡырып. Ҡатындар ситкә тайпылды, әммә китәһеләре килмәне.

– Баҙарҙа ундай хаҡ юҡ табаһа, – тине береһе.

– Ҡарун, – тине икенсеһе.

– Бушҡа ана урмандан барып алығыҙ. – Мыйыҡтың артыҡ иҫе китмәне.

Шул саҡҡ ҡатындар араһынан берәү атылып сыҡты ла, күкрәктәрен киреп, күҙҙәренән ут сәсеп, йөк хужаһына яҡынлашты.

– Әле һин һалдаткаларҙан көләһеңме ни! – тине, еңдәрен һыҙғанып. – Анда беҙҙекеләр ҡан ҡоя, ә һин, муйыныңа айыу аҫһаң күтәрерлек ғәләмәт, бында кәсеп итеп йөрөйһөң?

Мыйыҡ, ағарынып, артҡа сигенде.

Ғәйрәтле ҡатын уның яғаһынан бөрөп тә алды һәм иптәштәренә өндәште:

– Ни эшләп тораһығыҙ аңҡайышып, йәбешегеҙ ҡәбәхәткә, кәрәген биреп ҡайтарайыҡ!

Асыуҙары ташҡан кешеләргә шул ғына кәрәк ине, мыйыҡты йолҡҡолай ҙа башланылар. Әйтерһең, улар утын хаҡында бөтөнләй оноттолар, гүйә, барлыҡ үстәрен, аһ-зарҙарын унан алырға керештеләр. Күрҙеңме тигән ҡиәфәттә аҡһаҡ ағай ҡаш һикертеп ҡуйҙы.

– Ни эшләйһегеҙ, аҡылығыҙға килегеҙ! – тигән тауыш ишетелмәһә, моғайын, мыйыҡтың бер генә бөртөк мыйығы ла ҡалмаҫ ине, ярай араға милиционер керҙе.

Шул арала булманы, һәйбәт кенә кейенгән, ҡыҙыл сырайлы ир мыйыҡтың атын етәкләп алып та китте.

– Ҡарға ҡарғаны йыраҡтан күрә, – тип кенә көрһөнөп ҡалды ҡатындар. – Икенсе тапҡыр осрашһаҡ, иҫән ҡотолормон тип уйлама!..

Аҡһаҡ ағай ҙа ҡуҙғалды.

– Оҙаҡламам, – тине ул ҡапҡанан сыҡҡанда. – Көт.

Минең «тауарға» ғына эйә табылманы. Уҫаҡ та йүкә ине шул. «Хәлеңде беләбеҙ, ни эшләйек һуң, беҙгә йүнле утын кәрәк», – тигән һымаҡ төбәлделәр ҙә ары атланылар.

Ахырҙа утын баҙарында яңғыҙым ғына тороп ҡалдым. Ултыр ҙа ила. Бәхеткә ҡаршы, шул саҡ аҡһаҡ ағай күренде:

– Бошонма, энем, эйәһе табылыр, әйҙә, тамаҡ ялғап алайыҡ. Килгән кеше көтөр, утын кәрәк ул, унһыҙ йәшәп булмай, әбизәтелне көтөр. Әле ярайһы ғына ер ураным, Якорь тирәһенә үк барып еттем, мәгәр аяҡ аҫтында ятҡан ағас күрмәнем. Әйҙә, әйҙә, атыңа ҡағылмаҫтар, – тине ул.

Аҡһаҡ ағай көлсәгә оҡшаш ике йәймә һатып алды, уны һыу менән ҡушып ашаныҡ. Күңел көрәйҙе, донъя бөтөнләй матурланды. Инде утынына төкөрөп ҡайтып китергә лә була.

– Туҡта, – тине аҡһаҡ ағай, минең беләктән тартып, – сиртә бит.

Ысынлап та, минең арба тирәләй бер ҡарт йөрөй ине.

– Был аттың хужаһы һеҙ түгелме, – тине ул, кәкере йылтыр таяғы менән тәртәгә төртөп.

– Эйе, беҙ, – тине аҡһаҡ ағай, – әллә ат кәрәкме?

Ҡарт, эшләпәһен һалып, таҡыр башын ҡулъяулығы менән һөрттө лә, күҙлеген рәтләп, йылмайып ҡуйҙы:

– Аты уҡ кәрәкмәҫ, бына утыны... Тик...

– Аңлашыла, – тине аҡһаҡ ағай, – икенсеюлы был энем һеҙгә ҡайын әрҙәнәһе апкилер, ҡушып яғырһығыҙ, йылыһынан хатта иҙерәп ултырырһығыҙ, мин әйтте тиерһең бына. Алла хаҡы өсөн энекәште мәхрүм итмәгеҙ, атаһы фронтта...

– Ярай, – тине ҡарт, йомшарып, – әйҙәгеҙ минең арттан.

Аҡһаҡ ағай менән баҙар ҡапҡаһы төбөндә һаубуллаштыҡ.

– Ваянкаматҡа һуғылам әле, – тине ул, күҙен ҡыҫып. – Бәлки, берәй яйы сығыр.

Күҙлекле ҡарт, Гәрәй бабай, фотографияла эшләй икән. Бынан һуң инде ул тура үҙенә төшөргә ҡушты. Эйе, мин уға күп тапҡырҙар Тәгәрлегем менән йән атып килеп керҙем, күп тапҡырҙар Гәрәй бабай беҙҙе ҡыуандырып оҙатты. Дәүләкәндән келтерәп ҡайтып төшөр, бесән аҫтынан әсәйемә унар-ун бишәр ҡаҙаҡ он алып бирер, яңынан беҙҙең өйгә йәм инер, яңынан беҙҙең өйҙөң мөрйәһенән һауаға зәңгәр төтөн күтәрелер ине.

Гәрәй бабай Дәүләкәндә тыуһа ла, кесе йәштән үк Ленинградта үҫкән. Һуғыш башланғас, ниндәйҙер сәбәптәр менән ҡарсығын үҙе менән ала алмаған. Блокадала йәшәгән ғүмер юлдашы хаҡында йыш ҡына йылы иҫтәлектәр һөйләй. Бер ваҡытта күрмәгән кешең дә эҫе тойола башлай икән. Әбейҙе әйтәм, гүйә, ул Ленинградта түгел, ә фотографияның икенсе бүлмәһендә беҙгә сәй ҡайната ине.

Шулай байтаҡ ҡына ваҡыт Дәүләкәнгә юл төшмәй торҙо. Бер көндө фотографияның ишеген асһам – икенсе кешене күрәм. Баҡһаң, Гәрәй бабай Ленинградҡа ҡайтып киткән һәм миңә ҡош телендәй генә хат менән бер карточка ҡалдырған. Фотола – Тәгәрлек һәм мин. Ҡасан, ни арала өлгөргән?

– Беҙ хәҙер мейесте таш күмергә көйләнек, – тине яңы хужа. Килеп йөрөмәһәң дә була тип кенә әйтмәне.

Тәгәрлегемде баҙарға табан ҡайырҙым, ләкин миндә утын ҡайғыһы юҡ ине, күҙҙәремде йәш баҫҡайны... Әйтерһең, Гәрәй бабай Дәүләкәндең бөтә йәмен үҙе менән алып киткәйне...

Эйе, бына әле, алыҫ йылдарҙы иҫкә төшөрөп, урам сатында торам.

Аҡһаҡ ағай ҡайҙа икән? Моғайын, ул теләгенә ирешкәндер. Ә ҡара мыйыҡ? Хәйер, иҫкә алып һөйләрлек уның нимәһе бар? Анауы ерҙә ине кескәй генә фотография. Хәҙер бында сәскә һаталар. Дим буйында үҫкән шул гүзәл сәскәләр араһынан Гәрәй бабай менән аҡһаҡ ағай миңә йылмайып баҡҡан төҫлө... Әй Дәүләкән, дәү ҡала, өләсәйем әйтмешләй, дәлүкий, ныу йөрәгемә дәрәгүй ҡала!..

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в