Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Июль , 10:10

Сәйетбаба Кулибины

Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор булһа, Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәгән Алик Степановтың ҡулыны эләкһә, бына тигән мотоциклға әүерелә.

Сәйетбаба Кулибины
Сәйетбаба Кулибины

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор булһа, Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәгән Алик Степановтың ҡулыны эләкһә, бына тигән мотоциклға әүерелә. Тап шуға ла алтын ҡуллы егетте "Сәйетбаба Кулибины" тип йөрөтәләр.
Бынан тыш, Алик ташландыҡ тимерҙәрҙән үҙҙәренең кескәй тракторына төрлө ҡорамалдар эшләгән.
Алик эшләгән ҡумыҙҙарҙы ла халыҡ ихлас һатып ала. Виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов та бер мәл уның ҡумыҙҙарын күреп ҡалып, уйнап ҡарай ҙа: “Шәп!” – тип һоҡланыуын белдерә. Исеме сит илдәргә танылған шәхестең уның эшен хуплауы егеткә дәрт өҫтәй.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в