+21 °С
Болотло


Ҡыуаныслы яңылығы менән яҙыусы үҙенең шәхси сәхифәһендә уртаҡлаша. "Иртә менән Ҡаҙағстандан матур хәбәр килде әле. "Ҡалдырма, әсәй!" китабы ҡаҙаҡса етенсе мәртәбә, "Әкиәтһеҙ бала саҡ" - өсөнсө, "Урам балалары" - өсөнсө тапҡыр баҫылып килә икән. Тағы яҙ тип улар былтыр заказ да биргәйне. Әллә ваҡыт юҡ, әллә үҙем ялҡау... ", - тип яҙған Айгиз Баймөхәмәтов.