Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июль , 09:40

«Үҙемде ҡаяла үҫкән ҡарағайға оҡшатам», ти Иршат Теләүембәтов

Буласаҡ яҙыусының инша яҙырға яратмауы...

«Үҙемде ҡаяла үҫкән ҡарағайға оҡшатам», ти Иршат Теләүембәтов
«Үҙемде ҡаяла үҫкән ҡарағайға оҡшатам», ти Иршат Теләүембәтов

Ошо көндәрҙә хеҙмәттәшем Айһылыу Ғарифуллина менән Аҫҡар ауылында йәшәүсе ҡәләмдәшебеҙ Иршат Теләүембәтов менән осрашып, уның күңел донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ. Шулай итеп, “15 һорау – 15 яуап” рубрикаһының сираттағы ҡунағы – яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист Иршат Теләүембәтов.

Ошо көндәрҙә хеҙмәттәшем Айһылыу Ғарифуллина менән Аҫҡар ауылында йәшәүсе ҡәләмдәшебеҙ Иршат Теләүембәтов менән осрашып, уның күңел донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ. Шулай итеп, “15 һорау – 15 яуап” рубрикаһының сираттағы ҡунағы – яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист Иршат Теләүембәтов.

- Иршат, һин бала сағыңда ниндәйерәк малай булдың?

- Ныҡ тыңлауһыҙ булдым. Бәләкәйерәк саҡта шуға уҡыуым насарыраҡ булды. Бер ваҡыт мәктәпкә эшкә Ғәйшә Ниатша ҡыҙы Ғәлина килде. Беҙҙе, тыңлауһыҙ балаларҙы, тәртипкә өйрәтеү өсөн бик күп тырышлыҡ һалды ул. Сөнки тәртип булһа, уҡыу ҙа яҡшыра бит. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты апай. Шул мәлдә әҙәби әҫәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуым артты. Үҙемде шул әҫәрҙәрҙең эсендә йөрөгән һымаҡ тоя торғайным хатта. Инша яҙырға әллә ней яратманым. Ғәйшә апай, Иршат, яҙырға кәрәк, тиер ине. Бер мәл өс диктант яҙҙырҙы. Конкурс һымаҡ ине ул. Уның һөҙөмтәләре буйынса 4 иң яҡшы уҡыусы билдәләнде: 3 ҡыҙ һәм бер малай – мин.

Әҙәбиәттән тыш тарихты ла яраттым.

- Бала сағыңда кем булырға хыяллана инең?

- Хоккейсы булырға теләй инем. Студент саҡта “Ирәндек” бейеү ансамблендә бейеп тә йөрөнөм. Бынан тыш, инглиз телен дә өйрәндем. “Шоңҡар” түңәрәгенә лә йөрөп алдым. Эшләп тә йөрөгәс, ваҡыт яғы самалы ине, шуға ташланым. Яҙмыш шулай ҙа журналистика һуҡмағына борҙо.

- Тәүге әҫәрең нисек атала?

- Тәүге хикәйәм үҙебеҙҙең “Таң” гәзитендә баҫылып сыҡты. “Ала көсөк” тип атала ине ул.

- Кемдәрҙе остаздарым тип әйтә алаһың?- Ул ваҡытта яҙғандарымды ауылдашым, талантлы шағир Самат ағай Ғәбиҙуллин төҙәткеләп бирә торғайны. Өфөлә Бөрйән кейәүе Сабир Шәрипов ныҡ ярҙам итте. Уның әҫәрҙәренең теле иҫ китмәле бит!

- Тәүге тапҡыр ҡасан ғашиҡ булдың?

- 4-се класта булһа кәрәк. Исламбайҙар беҙгә йөрөп уҡыны бит. Шунда бер ҡыҙҙы яратып йөрөгәйнем (йылмая).

-Эштән, ижадтан тыш ниндәй мауығыуҙарың булды?

- Бейергә яраттым. Баянда уйнау ҙа күңелгә ял бирә ине.

- Ауыр минуттарҙа көстө ҡайҙан алаһың?

- Рух үлмәһә, тән үлмәй ул. Аллаһы Тәғәлә, ғөмүмән, юғары көс бар бит ул. Ул иң ҡатмарлы мәлдәрҙә юлыма изге күңелле кешеләрҙе сығарып тора, шөкөр.

- Юғары көс барлығына ышаныу ҡасан барлыҡҡа килде?

- Әсәйем ауыл советы рәйесе булды. Шуға мине өләсәй тәрбиәләне. Олатай партком секретары ине. Кеше һаны кәрәк булғандыр инде, өләсәйҙе коммунислыҡҡа алған. Ләкин өләсәй йәшереп кенә намаҙ уҡыны, ураҙа тотто. Шулай дини тәрбиә лә, совет тәрбиәһе лә алып үҫтем.

- Иң бәхетле мәлдәрем тип ҡайһы мәлдәрҙе әйтер инең?

- Бәхетле көндәргә ҡарағанда, бәлки, күңелһеҙерәктәре күберәк тә булғандыр. Тормош гел уйын-көлкөнән генә тормай бит... Шулай ҙа “Шоңҡар”ҙа эшләгән йылдарым иң бәхетлеләре тип әйтер инем.

- Республика журналында эште нимәнән башланың?

- Унда мөхәррир булып эш башлағас, иң беренсе өр-яңы команда туплап алдым. Журналдың тәүге биттәрендә һыйыр, комбайн, элеватор тураһында мәҡәләләр баҫыла ине. Коллективты йыйып, журнал йәштәр өсөн булырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына яуап бирергә тейеш икәнлеген аңлаттым...

- Журналдың тиражын арттырыға нисек өлгәштегеҙ?

- Журнал йәштәргә буталсыҡ заманда юл күрһәтеүсе, файҙалы булырға тейеш тигән маҡсатты, тормошсанлыҡты тәүге урынға ҡуйҙыҡ. Кешегә файҙалы мәҡәләләр булһа, кеше алдырасаҡ, тинем. Журналдың эстәлеген байытҡас, яҙылыусылар ҙа артты. Хатта хаҡын күтәрһәк тә, уны алдырыусылар кәмемәне, артты ғына.

- Беренсе сиратта һин кем: яҙыусымы, журналистмы?

- Ауырыраҡ һорау. Редакцияла эшләгәндә әҙәби әҫәрҙәр яҙырға ваҡыт етмәй бит ул. Һин яҙмайһың, тип әрләүселәр ҙә булманы түгел. Яҙып булмай шул. Бөтә ойоштороу эштәре лә бер елкәлә булғас, ижадҡа ваҡыт ҡалмай торғайны. Унда саҡырталар, бында саҡыралар. Телефон өҙлөкһөҙ шылтырай... Яҙыусылыҡ та, журналислыҡ та күңелемә бик яҡын.

- Бөгөнгө матбуғат тураһында нимә әйтерһең?

-Элек “Таң”ды өй беренсә алдыралар ине. Хәҙер почтальон күп өйҙәрҙе урап үтә. Сөнки яҙылмайҙар. Интернеттың да өлөшө бар инде бында. Их, үҙем гәзит асһам, шулай итер инем, былай итер инем, тип тә хыялланған саҡтар булып китә...

- Иршат, һин үҙеңде ниндәй үҫемлеккә йәки ағасҡа оҡшатаһың?

- Район үҙәге Иҫке Собханғолға барһаң, Ағиҙел ағып ята. Эргәһендә ҡая таштар. Таштар өҫтөндә ҡарағайҙар. Бер ҡая өҫтөндә таштарға матҡып йәбешеп үҫеп ултырған ҡарағай айырыуса иғтибарымды йәлеп итә. Тупрағы ла юҡ тамырҙары һут алһын өсөн, ә ул таштарға матҡып йәбешеп йәшәргә маташа... Ҡалғанын үҙегеҙ аңлағыҙ...

Ә хайуандарҙан көсөктәрҙе һәм айыу балаларын яратам. Шаяндар, матурҙар бит улар.

- Тормоштоң асылы, мәғәнәһе нимәлә ул?

- Һәр кешегә Хоҙай тарафынан ниндәйҙер бер һәләт бирелгән: кемдер яҙыуға оҫта, кемдер техниканы шәп белә һ.б. Һәр кешене Аллаһы Тәғәлә билдәле бер миссия үтәргә ебәрәлер ул. Ана шул тәғәйенләнешен үтәмәй тороп, йәнен алмайҙыр һымаҡ... Ҡыҫҡаһы, кеше ергә миссия үтәргә килгән, юҡҡа ғына тыумаған ул...

- Рәхмәт, Иршат, тәрән мәғәнәле яуаптарың өсөн. Һиңә сәләмәтлек, рух байлығы, күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ.

"Таң" гәзитенән. Архив, 2019 йыл.

Автор:
Читайте нас в