Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июль , 13:00

Тиңегеҙҙе табығыҙ

Бер саҡ ауылды шаҡ ҡатырған хәбәр таралды: “Сәмиғәнең улы Усман йәшертен генә Тамараны алып киткән”. Күршелә йәшәгән Сәмиғә инәй менән Хисмәт олатайҙарҙың өйөндә барған ығы-зығыға мин дә ҡолаҡ һалам. Усмандың Тамараға күҙе төшкән, кәләшлеккә алам тигәс, олатай менән инәй ҡаршы булған.

Тиңегеҙҙе табығыҙ
Тиңегеҙҙе табығыҙ

Радионан, бүлмәне яңғыратып, билдәле йырсы йырлай: “… Үҙем башҡорт, урыҫ егетен яраттым ғүмерлеккә…” Был һүҙҙәр барыбыҙға ла тиерлек таныш. Хәҙер төрлө милләт кешеләре араһындағы никахҡа күнегеп тә бөткәнбеҙ. Ике йәш йөрәк ғаилә ҡороуҙы үҙенсә хәл итә. Атай-әсәй, олатай-өләсәй, туғандарҙың теләгенә, кәңәшенә ҡолаҡ һалып бармайҙар. Тормош үҙенсәлектәре, йола, ғөрөф-ғәҙәт тә иҫәпкә алынмай. Беҙҙәге милләт-ара дуҫлыҡ тураһында һүҙ барһа, йыш ҡына ҡатнаш никахтарҙы миҫалға килтерәләр, уларға маҡтау йырлайҙар. Минеңсә, милләттәр дуҫлығы – ул иң тәүҙә башҡа халыҡтарҙы, уларҙың мәҙәниәтен, тарихын, телен, ғөрөф-ғәҙәтен хөрмәт итеү. Ә ҡатнаш никахтарға ҡарашым икеле. Быны үҙ тормош тәжрибәмдән сығып әйтәм. Әлбиттә, татыу, матур ғүмер итеүсе парҙар һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо уята, әммә тормоштоң – үҙ ҡанундары. Бөгөн яҡындан белгән ике кешенең яҙмышы тураһында бәйән итмәксемен, был күптәргә фәһем булырлыҡ.

Ситтән төшкән килен

Ауылдаштарым батыр яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйған. Яуға китеп, һәләк булғандар, йән-тән йәрәхәте менән ҡайтып, емерек хужалыҡты аяҡҡа баҫтырғандар исемлеге… Барыһы ла таныш: олатайҙар, ағайҙар. Һәр исемдә – бер яҙмыш… Бына Зиннәт Әхмәтов, мәҫәлән. Яҡындан күреп белгән кеше ине.
…Зиннәт ағайҙы, етем ҡалғас, апаһы ҡарап үҫтерә. Ул 17 йәшендә генә фронтҡа китә. Шофер булып хеҙмәт итә, ҙур командирҙарҙы йөрөтә. Берлинға барып етә. Тик 1950 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Яңғыҙы түгел, Нина исемле кәләше менән. Апаһының өйөндә бергә йәшәй башлайҙар. Башҡорт ауылына ситтән килен булып төшкән ҡыҙға ике бүлмәле йәтеш кенә өйҙә, өс балалы ғаиләлә еңел булмағандыр. Сит кешеләр, ят телгә, ғөрөф-ғәҙәткә күнегә алмай интеккәндер. Көйәнтәләп һыу ташыу, мунса яғыу, аш-һыу әҙерләү – үҙе бер ыҙа. Һыйырға яҡын барырға ла ҡурҡа йәш килен. Ире Зиннәт – көнө буйы эштә...
Үҙҙәре айырым тора башлаһа ла, йәштәргә еңел булмай. Нина еңгәй ауыл тормошона ла, ял итергә лә өйрәнә алмай. Зиннәт ағайҙың туғандарын да үҙ итмәй ул. Аптыраған ағайыбыҙ, ике балаһын алып, ҡатынының тыуған яғына күсеп китә. Хәҙер инде ир кеше үҙенең тыуған ерен, туғандарын һағынып йәшәргә мәжбүр була. Күпмелер йыл үткәс, ул ғаиләһе менән тағы ла апаһына ҡайтып төшә. Балалары бишәү булып киткән. Ике ғаиләгә – 11 бала. Ошолай өйҙәш булып ярты йыл йәшәгәс, улар район үҙәгенә күсенә. Нина еңгәй был юлы ла иренең туғандарын да, ауылдаштарын да үҙһенә алмай, сит кеше булып ҡала.
Ғүмер уҙа, балалар ҙурая, еңгәй ауырып, донъя ҡуя. Зиннәт ағай башҡорт ҡатынын алып ҡайта, ләкин балалары уны ҡабул итмәй.
Ағай йөрәк сиренән ҡапыл вафат булды. Хәҙер уның балалары ғаилә ҡороп, үҙ юлын тапҡан, барыһы ла тиерлек ҡалала йәшәй. Әммә атаһы яғынан туғандары менән бер ҡасан да ҡатнашманылар.
Ауыл зыяратында ҡапҡанан алыҫ түгел балсығы баҫыла төшкән, кәртәһеҙ, онотолған бер ҡәбер бар. Тутыҡҡан ҡалайҙағы саҡ-саҡ күренгән яҙыуҙан Зиннәт ағайҙыҡы икәнен беләһең. Бында Берлинды яулаған яугир “йоҡлай”…
Район үҙәгендә йәшәгән өлкән улын осратып, атаһының ҡәберен тәрбиәләргә кәрәклеген әйткәйнем. Урта йәштәрҙәге ир:
– Почему я? Есть и другие дети, – тип боролоп китте.
Ауылдаштары Зиннәт Әхмәтовтың исемен мәңгеләштергән, яугир — халыҡ хәтерендә. Һәйкәл янында митингтар үтә, гөлләмәләр ҡуйыла. Тик ҡарт яугирҙең “мәңгелек йортоноң” ташландыҡ хәлдә булыуы ғына күңелгә тынғылыҡ бирмәй.

Ғазаплы мөхәббәт

– Ҡарындаш, һаумы! – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһам, элекке күршебеҙ Усман ағай йылмайып тора. Мине ихлас ҡосаҡлап алды. Уны күрмәгәнгә ике тиҫтә йыл булалыр. Ағай ҡартайған, өҫ-башы ла таушалғандай күренә.
– Ҡайҙан килеп сыҡтың? – тим.
– Мин ярты йыл инде был яҡта.
– Ә Тамара еңгәй ҡайҙа?
– Өйҙә. Ул бит мине сығарып ебәрҙе.
– Нисек? Ағай, 80-гә етеп бараһың түгелме?
– Бар, яратҡан ауылыңа ҡайтып йәшә, тине Тамара миңә, – тип, ул башын ситкә борҙо.
Ауылда ағайҙың тыуған йорто юҡ шул. Туғандары ла төрлө яҡта. Мин уны үҙебеҙгә саҡырҙым. Усман ағай ихлас ризалашты.
Арҡаһына артмаҡлаған ҡара сумкаһында – китап-дәфтәр. Ул миңә ҡалын ғына дәфтәрен күрһәтте. Туп-тулы шиғыр. Яҙыша икән. Тыуған ергә, тәбиғәткә, әсәйгә, Гөлзифаға бағышланған шиғырҙар. Саф мөхәббәт, тәрән хис, һағыш…
– Кем ул Гөлзифа?
– Минең яратҡан ҡыҙым, класташым. Яңыраҡ үлеп ҡалды...
– Ниңә уға өйләнмәнең?
– Белмәйем. Ғүмерем буйы уны ғына яраттым.
– Тамара еңгәй беләме?
– Юҡтыр.
Усман ағай ғаиләлә баш бала булды. Ауыл мәктәбен тамамлағас, техникумда белем алды ла район үҙәгендә эш башланы. Шул саҡтарҙа беҙҙең колхозға Исаев тигән зоотехник ғаиләһе менән күсеп килде, уның Тамара исемле ҡыҙы клуб янындағы китапханаға эшкә урынлашты. Мәрйә апай ауыл ҡыҙҙарына оҡшамаған: ҙур йәшкелт күҙле, еҙ сәсен тура ярып, ике толомға үреп төшөргән. Мин китапханаға йыш йөрөгәс, унан күҙемде алмайым, толомдарына хайран ҡалам. Апай эргәһендә ауыл егеттәре урала, еҙ сәсле ҡыҙ барыһына ла оҡшай ине.
Бер саҡ ауылды шаҡ ҡатырған хәбәр таралды: “Сәмиғәнең улы Усман йәшертен генә Тамараны алып киткән”. Күршелә йәшәгән Сәмиғә инәй менән Хисмәт олатайҙарҙың өйөндә барған ығы-зығыға мин дә ҡолаҡ һалам. Усмандың Тамараға күҙе төшкән, кәләшлеккә алам тигәс, олатай менән инәй ҡаршы булған. Бигерәк тә Сәмиғә инәй өҙгөләнгән: ауылда бынамын тигән башҡорт ҡыҙҙары етерлек, тот та ал береһен, ти икән. Ә Усман ағай, бер нигә ҡарамай, егеттәрсә дыуамаллыҡ күрһәтеп, ҡыҙҙы алған да киткән. Сәмиғә инәй, яҡты донъя менән хушлашҡансы, улына риза булмаған.
Усман ағай алыҫ яҡтарға күсеп китә. Аҙаҡ Тамара еңгәйҙең тыуған яғында, сит өлкәлә төпләнә, биш балалары тыуа. Улар инде ҙурайып, эйәле-башлы булған. Мин Усман ағай менән Тамара еңгәйҙең атай йортона оҙайлы ваҡытҡа ҡайтып йөрөгәнен иҫләмәйем. Нисәмә йылға бер тигәндәй килеп киткеләнеләр. Йәштәр менән ололар араһында йылылыҡ булманы. Ейәндәр ҙә ҡартатай йортона килеп йөрөмәне. Усман ағай ҡатыны һүҙенән сыға алманы. Был еҙ сәсле, йәшкелт күҙле, түңәрәк кенә ҡатын ни менән арбағандыр башҡорт егетен? Усман ағай һәр ваҡыт ауылына ҡайтып йорт һалып йәшәргә хыялланған. Һаман да шул ниәтенән ҡайтмаған.
Әле ул зыяратҡа барған, йылға буйын ҡыҙырып сыҡҡан, ҡаршылағы тауға менеп төшкән. Оло кешенең егеттәрсә еңел йөрөүе мине һоҡландырҙы. Ағай атайсалын һағына, йәшлек дуҫтарын юҡһына.
– Инде олоғайғанһың, еңгәй янына ҡайт. Ейәндәрең көтәлер. Ауылды һағынһаң, гел ҡайтып тор, тура үҙебеҙгә кил, – тинем. Усман ағай иртән иртүк юлға йыйынды.
Урам осона хәтлем оҙаттым. Ул күҙҙәренә йәш алып, ҡулымды ҡыҫты.
– Ныҡ хаталандым. Үҙем генә ғәйепле, – тине хушлашҡанда.
Артынан оҙаҡ ҡарап торҙом. Битемдән күҙ йәше тәгәрәне. Заманында мөхәббәт тип елкенгән егет – хәҙер инде олатай, сит яҡта атайсалын һағынып йәшәй. Үткәндәре өсөн үкенә. Ата-әсәһенә тейешле иғтибар биреп еткермәүенә лә өҙгөләнә.
…Ғүмер юлын бергә үтерлек тормош иптәшен дөрөҫ һайлай белеү, ололар һүҙенә, бигерәк тә атай-әсәйҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу, уларҙан фатиха алыу кәрәктер йәштәргә. Зиннәт һәм Усман ағайҙар кеүек һуңлап үкенергә, ғазапланырға тура килмәһен.

Фото: flashnord.com

 

Автор:
Читайте нас в